RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шахталар ниңә шартлай?

15.02.2013 Шахталар ниңә шартлай?

Шахталар ниңә шартлай?
Көн һайын иртән, бөгөн ниндәй ҡурҡыныс яңылыҡ ишетермен икән, тип хәүефләнеп уяныу ғәҙәткә инеп бара. Ысынлап та, йыш ҡына бер ниндәй ҙә күңел күтәрерлек хәбәр еткермәйҙәр. Халыҡҡа бит криминал ҡыҙыҡ, ти ҡайһы бер хеҙмәттәштәр. Ә бит ҡайсаҡта “алһыу күҙлек” кейгән булып ҡыланыу үҙең өсөн күпкә уңайлыраҡ та – борсолмайһың.
Бына бер нисә көн элек кенә Коми Республикаһында “Воркута” шахтаһында авария булғанын ишеттек. 800 метр тәрәнлектә метан шартлаған. Был минуттарҙа ер аҫтында 259 кеше булған, һәләк булыусылар һаны 18-гә еткән, йәрәхәтләнеүселәр бар.
Күмер шахталарындағы һәләкәттәр донъяны шаулатып тора. Күбеһе метан шартлауға бәйле. Иң хәүефле шахталар – Украинала, Рәсәйҙә һәм ҡытайҙа. Берәй саҡ ҡурҡыныс нәмәнең беҙҙең илде урап үткән сағы булырмы? Украинала ғына һуңғы 12 йыл эсендә меңдән ашыу газ шартлауы булған. Шахталарҙың күбеһе йөҙ йыл элек төҙөлгән.
Беҙҙең ил шуныһы менән бәхетле – күпме тәбиғи байлығыбыҙ бар! Шул иҫәптә күмер ятҡылыҡтары ла. Бөгөн уларҙы хәүефһеҙ һәм комплекслы файҙаланыу – иң ҙур фәнни проблемаларҙың береһе.
Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Г. Грицко фекеренсә, метан ятҡылыҡтарын өйрәнеүҙе мөм­кин тиклем замансалаштырыр­ға, йәғни алдынғы технологияларҙы файҙаланырға кәрәк. Айырыуса күмер һыҙаттарында был тәбиғи газдың барлыҡҡа килеү, бүленеп сығыу кинетикаһы һәм шартлау процесы өйрәнелмәй. Элек ниндәйҙер һығымталар яһалһа ла, улар әлеге заманса ҡорамалдарҙа тикшерелмәгән. Аварияларҙы тикшереү комиссияһы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙан тыш, күп төрлө аңлатма таба. Шулар араһында, аңлата алмаҫлыҡ тәбиғи фактор ята, тип белдереүселәр бар. Әммә метан шартлауын кире ҡағыуға йә хәүеф барлығын алдан белеүгә йүнәлтелгән фәнни нигеҙле программа юҡ. Ә күмер табыу һәм сығарыуҙы тап бөгөн хәүефһеҙ итеү мотлаҡ.

Һәләкәттәр

Ошо йылдың 20 ғинуарында ғына Кузбастың Прокопьев районындағы етенсе шахтала метан шартлауынан көслө төтөн сыға. Был ваҡытта шахтала 77 эшсе була. Бер аҙнаға һуҙылған ҡотҡарыу операцияһында һәләк булған һигеҙ шахтерҙың кәүҙәһе сығарыла.
7 ғинуарҙа Кемерово өлкәһенең Киселевск шахтаһында ер ҡатламы емерелеүҙән бер кеше үлә. Ярай әле авария мәлендә шахта эшләмәгән, юҡһа ҡорбандар һаны күберәк булыр ине.
Әйткәндәй, Кемерово шахталарында йыш ҡына күңелһеҙ ваҡиғалар булып тора. Былтыр ноябрҙә генә Таштагүл районындағы Шерегеш ҡасабаһы янында шахтала 450 метр тәрәнлектә шартлатыу эштәре барғанда бер шахтер емереклек аҫтында ҡала, бәхеткә күрә, уға мәлендә ярҙам күрһәтеү форсаты тейә. Шул уҡ айҙа “Грамотеин” шахтаһында метан шартлап, 55 кешене эвакуациялайҙар, етәүһе, үпкәләре бешеп, дауаханаға эләгә.
Йәнә 17 октябрҙә, 9 сентябрҙә, 27 июлдә… 2011 йылда, 2010 йылда…

Сәбәптәре

2010 йылдың 8 – 9 майында Рәсәйҙең ҙур шахтаһы – Кемерово өлкәһенең “Распадская” шахтаһында бер-бер артлы ике шартлау була. Шартлау арҡаһында янғын сыға. Һөҙөмтәлә 91 кеше үлә, йөҙәрләгәне йәрәхәтләнә. ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, емереклек аҫтында ҡалған 15 шахтерҙың мәйете сығарылмаған. Аҙаҡ ошо шахта эшселәре йәшәгән ҡалала митинг үтә, йыйылыусылар хеҙмәт шарттарының насар булыуын, лайыҡлы эш хаҡы алыу өсөн хәүефһеҙлек техникаһын боҙорға мәжбүр булыуҙары хаҡында белдерә. Ысынлап та, тикшереү күп ҡағиҙәләрҙең боҙолоуын күрһәтә. Рәсәй техник күҙәтеү хеҙмәте (“Ростехнадзор”) вәкилдәре аварияның 24 ғәйепле кешеһен атай. Улар араһында ябай механиктар ҙа, участка начальниктары ла, шахтаның ул саҡтағы директоры ла була.
Кузбасс шахталарында яңы Рәсәй осоронда, йәғни 1990 йылдан алып, 17 (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа – 21) авария теркәлгән, 400-ләп шахтер һәләк булған. Күбеһендәге сәбәп – метан шартлау.
Бер нисә йыл элек А. Гликман исемле күмер шахталарын өйрәнеү буйынса белгес илдәге ҙур шартлауҙан һуң матбуғат баҫмаларының береһенә интервью бирә. Ғалим фекеренсә, шахталарҙа метан шартлауы Рәсәй ятҡылыҡтарына ғына хас тиергә мөмкин.
Заманса күмер шахталарында әлеге газдың шартлауы тәү ҡарамаҡҡа мөмкин дә түгел һымаҡ. Сөнки шартлау метан атмосферала 5 проценттан артһа ғына була, ә шахтала торған газ анализлау ҡорамалдары 2 процентҡа еткәндә үк “сигнал” бирә, һәм эш туҡтатылып, бөтә кеше өҫкә сығырға тейеш. Шуныһы ла бар – ер аҫтында метан күпме генә йыйылһа ла, ут сатҡыһы булмайынса ул шартламай. Шуға ла шахтаға был йәһәттән хәүефһеҙ аппарат төшөрөлә. Ә барыбер беҙҙең шахталарҙа хәүефһеҙлек техникаһы талаптары үтәлмәй. Хатта тәмәке тартыу осраҡтары ла ишетелеп тора. Тап ошо метан шартлауының беренсе сәбәбе булыуы мөмкин. Элек, һу­ғыш­ҡа тиклем, Донбастағы шахталарҙа ер аҫтына төшөр алдынан ныҡ тикшергәндәр, ә метан кем ғәйебе менәндер шартлаһа, ғәйеплене, үҙ-үҙен үлтереүсе булараҡ, зыяраттан тышҡа күмгәндәр. Ғаиләһен шахтерҙар араһынан ҡыуғандар.
Беҙҙәге шахталарҙың бөтәһе тиерлек совет осоронда төҙөлгән һәм, ҡағиҙә булараҡ, шул замандың техник нормаларына иҫәпләнгән. Ул ваҡытта тәүлегенә 1000 тонна (йәки йылына 500 мең тоннағаса) күмер сығарыу ҙур һөҙөмтә булған. Бөгөн иһә яңы техника йылына өс-биш миллион тоннаға тиклем ҡаҙылма сығарыуға һәләтле. Айырманы тояһығыҙмы?
Йәнә бер сәбәп – шахта хужалары хәүеф­һеҙлектә экономия яһамаҡсы. Бөгөн һәр нәмә артыҡ экономиялана. Оптималләшәбеҙ, йәмәғәт. Шахталарҙа, мәҫәлән, аппаратура, газдан һаҡланыуҙы күҙәтеүсе мастер һәм слесарҙар штаты кәметелгән, хатта ди­ректор­ҙың етештереү буйынса урынбаҫары ла йыш ҡына ике вазифаны алып бара. Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш тип, эштәге хәүефһеҙлекте тикшереүсе дәүләт инспек­тор­ҙарының вәкәләте лә ҡыҫҡарған, бөгөн “Ростехнадзор” хеҙмәткәре, нормативтар боҙолоу сәбәпле, шахталағы эште шундуҡ туҡтата алмай, сөнки хоҡуғы юҡ. Ул тәүҙә судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш, суд эште биш тәүлектә ҡарай, ә ошо көндәр буйы ҡағиҙә боҙолған шахта эшләп тора.
Дәүләт әлеге шахта эйәләренә бер нисек тә йоғонто яһай алмай. Штраф системаһын ғына алайыҡ. Шахта директорының эш хаҡы эр­гәһендә уның күләме – тауыҡ көлөрлөк (10 – 15 мең доллар, йәғни 300 – 450 мең һумды 5 – 10 мең һум менән сағыштырып ҡарағыҙ).

Ай ҙа ғәйепле?!

Геология-минералогия фәндәре докторы Владимир Сывороткин, шахталарҙағы аварияға кеше генә түгел, ә башҡа факторҙар ҙа сәбәпсе булыуы мөмкин, тип иҫәпләй. Быны ла бер нисек тә кире ҡағып булмай. Сөнки ғалим килтергән дәлилдәр ҙә ҡыҙыҡлы.
“Мәҫәлән, – ти ул, – “Распадская” шахтаһындағы шартлауҙа метандың нисбәте бер процентҡа ла етмәүе асыҡланды”. Һәм оҙайлы йылдар дауамында алып барылған тикшереү һөҙөмтәһен миҫалға килтерә. Баҡһаң, шартлауҙар айҙың тулы йә яңы булыуына яҡын ун биш көндә йышыраҡ булған, имеш. Тимәк, эш гравитацияла. Айҙың диңгеҙ һыуын 1,5 метрға күтәреү һәләтенә эйә икәнен беләбеҙ. Юлдашыбыҙ ер аҫтындағыларға ла йоғонто яһай ала икән дә баһа! Тулы йә яңы ай фазаһында гравитацияның тәьҫире көсәйә. Ерҙең ҡаты ядроһы шыйыҡ ҡатламда тирбәлеүе мөмкин, был дегазация көсәйеүен хасил итә. Водород бүленеү мониторингы, үкенескә күрә, шахталарҙа алып барылмай. “Күп кәрәкмәй, ә бары тик махсус датчиктар ғына ҡуйыр­ға”, – тип тәҡдим итә ғалим.

Һүҙ һуңында

Шахтер иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булған һәм бөгөн дә шулай булып ҡала. Статистика күрһәтеүенсә, ҡаҙылма байлыҡтың һәр миллион тоннаһы “араһында” уртаса дүрт кеше ғүмере ята.
Ни өсөн беҙҙә авариялар күп һуң ул? Бәлки, шахтерҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы кешеләр фажиғә эҙемтәһен аңлап етмәйҙер? Һәләкәт сәбәпсеһе тип кеше факторы табылғанда ниңә күбеһенсә ябай шахтер ғәйепле? Тағы шуныһы: билдәле булыуынса, үҫешкән илдәрҙә шахталарҙа авариялар бик булмай ҙа, шахтерҙарға план үтәү өсөн хәүефһеҙлек техникаһын да боҙорға кәрәкмәй, сөнки уларҙа тап план үтәлеше буйынса хеҙмәт хаҡы түләү тигән төшөнсә юҡ. Ә Кузбасс, Донбасс, ҡаҙағстан шахталарында йыш ҡына ер аҫтында эшләү ҡағиҙәләре боҙола. Иҫегеҙҙәлер, 2010 йылда “Распадская” шахтаһындағы фажиғәнән һуң Владимир Путин (ул мәлдә Хөкүмәт Рәйесе) шахтерҙарға эш хаҡын байтаҡҡа күтәрергә вәғәҙә иткәйне. Тик был эшселәргә бер нисек тә ярҙам итмәҫ ине, сөнки шахта хужаларының күбеһе, план үтәлмәй, тигән һылтау менән хеҙмәт хаҡын барыбер булған кимәленән күтәрмәйәсәк. Тимәк, беҙгә шахтерҙарға эш хаҡын бындай талаптар менән иҫәпләүҙе тыйыу тураһында закон кәрәк. Юғиһә фажиғәләр һаны үҫәсәге көн кеүек асыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә