RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

12.02.2013 Донъя яңылыҡтары

Фән менән шөғөлләнер урынға...
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы эргәһендәге Юғары аттестация комиссияһы етәксеһе Феликс Шамхалов, эре кредиттар менән мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынған.
Ғалим Мәскәүҙең Одинцово районында элиталы торлаҡ төҙөү өсөн „Заречье − 2” асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәтенә „Внешэко­ном­банк” бүлгән 124 млн доллар аҡсаны үҙләштергән. Был аҡсаға бөгөн күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш булһа ла, әле унда йорттоң нигеҙе лә юҡ. Шамхалов тикшереү эше барышында шаһиттарға йоғонто яһамаһын өсөн 24 мартҡа тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ.

Ғәйеплеләр ҡасан язаһын алыр?

РФ Тәфтиш комитеты 2011 йылда Куйбышев һыу һаҡлағысында һәләкәткә тарыған „Болғар” теплоходында булған фажиғәне тикшереүҙе тамамланы.
Унда судно капитаны ярҙамсыһы, „Болғар” теплоходын ҡуртымға алыусы Рәсәй йылға регистры эксперты­на, Татар­стандағы Рәсәй транспорт күҙәтеүе идаралығының ике хеҙмәт­кәр­енә енәйәт эше асылғайны. Тәфтишселәр уларҙың ғәйебен иҫбатларлыҡ дәлилдәр йыйып, прокуратураға раҫлауға тапшыр­ған. Хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү барышында 250 экспертиза үткәргән, меңләгән кешенән һорау алған.

Талаптарҙы үтәмәгән өсөн

Рәсәй 11 февралдән Герма­нияның Бавария, Түбәнге Сак­сония, Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерҙәренән Рәсәйҙең санитария талаптарын үтәмәгән өсөн ит һәм һөт продукцияһын индереүҙе тыйҙы.
Инспекция талап итеүенсә, улар Таможня союзы һәм беҙҙең ил һораған ветеринар-санитар нормаларҙы бөтөнләй һанламай, ә һөт эшкәртеүсе предприятиелар һөткә булған техник регламентты боҙа. Шулай уҡ февралдән башлап беҙгә Американан да мал ите индерелмәйәсәк. Уларҙың составында кеше организмына зыянлы һаналған малды үҫтереүсе стимулятор – рактопаминдың күп булыуы асыҡланған.

Тағы ла метан шартлаған

Коми Республикаһының “Вор­кута” шахтаһында метан сығып, шартлау булған.
Емереклектәр араһында 18 ке­ше күмелеп ҡалған, тик дүрт шахтер ғына ер аҫтынан үҙ аллы сыға алған.
“Воркута-күмер” компанияһына ҡараған шахтала йылына 1,8 млн тонна күмер сығарыла һәм ул Рәсәйҙең иң эре күмер сәнәғәте предприятиеһының ҡеүәтле шахтаһы булып тора.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә