RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

08.02.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда интервенция фонды игене һатыла башланы – милли тауар биржаһы мәғлүмәттәре буйынса, тауар интервенциялары үткәрелә башлағандан алып, йәғни 2012 йылдың 23 октябренән дәүләт фондынан 13,57 миллиард һум суммаға 1,62 миллион тонна иген һатыл­ған. Өсөнсө класлы игендең тоннаһы, уңыштың ниндәй йылғы булыуына ҡарап, уртаса 8277 − 9358 һум тәшкил иткән. 4-се класлы игендең тоннаһы 7947 − 9355 һумға һатылған.

Өфөлә «Йомарт йөрәк» хәйриә марафоны барышында инвалидтар өсөн бушлай ярҙам күрһәтеүсе юридик клиника асылды. Мөрәжәғәт иткән граждандарҙың күпселеген инвалидлыҡ буйынса пенсия күләме, өҫтәмә түләүгә хоҡуҡ, инвалидлыҡты билдәләү һәм уның буйынса ялыу биреү механизмы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн уларға ер участкалары бүлеү мәсьәләләре борсой. Ойоштороусылар – РФ Пенсия фонды, Медицина-социаль экспертиза бюроһы, ҡала хакимиәтенең торлаҡты бүлеү һәм иҫәпкә ҡуйыу бүлеге белгестәрен йәлеп итергә, консультациялар планлаштыра.

Башҡортостан Хөкүмәте «2013 − 2018 йылдарға Башҡор­тостан Республикаһында тарифтарҙы (хаҡтарҙы) дәүләт көйләүе» маҡсатлы программаһын раҫланы. Програм­маны финанслау күләме 139,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауар (хеҙмәт) баҙарында оҙайлы сроклы тотороҡлоҡто тәьмин итеү өсөн, ҡануниәт сиктәрендә иҡтисади яҡтан нигеҙле тарифтар (хаҡтар) билдәләргә тәҡдим ителә.

Хәйбулла районында «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләр менән осрашыу үтте. Күп балалы әсәләр төбәктә айырыу­са ҙур проблемаларҙың булмауын билдәләне. Осрашыу һуңында район хакимиәте башлығы ҡатындарҙы юғары наградаға эйә булыуҙары менән ҡотланы, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләне.

Өфөнөң Ленин районы уҡыусылары «ҡағыҙ бумы!» акцияһының икенсе этабында 17 тоннаға яҡын макулатура йыйған. «ҡағыҙ бумы!» Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә, эшкәртеүгә йүнәлтелгән бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һүҙ. Тәбиғәтте һаҡлау акцияһы Өфөнөң барлыҡ райондарында ла үтәсәк.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә