RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

05.02.2013 Өс һөйләм менән

2012 йылда Башҡортос­танда 107 мең сит ил кешеһе иҫәпкә торған, 2011 йыл менән сағыштырғанда, ситтән килеүселәр һаны 15 процентҡа артҡан, уларҙың күпселеге – Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан граждандары. Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы 1162 кешегә Рәсәй Федерацияһы гражданлығы биргән. Былтыр 16 мең эшкә рөхсәт ҡағыҙы һәм 19 мең хеҙмәт патенты теркәлгән.

Башҡортостан халҡының 2012 йылдағы уртаса айлыҡ килеме 20397 һум, тип белдерә «Башҡортостанстат». Был күр­һәткескә барлыҡ килем төрҙәре инә: эш хаҡы, пенсия, стипендия, эшҡыуарлыҡ килеме, дивидендтар һәм башҡалар. Шуныһы ҡыҙыҡ, былтыр йыл башында уртаса рәсми килем 14 мең һумдан саҡ ҡына күберәк булһа, йыл аҙағында 25300 һум тәшкил итә ине.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы үтте. БР халыҡ яҙыусыһы исемендәге премия әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәләрендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәргә бирелә. Быйыл ул «Зәйнәб» фильмы һәм яҙыу­сының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса 1995 – 2003 йылдарҙағы тапшырыуҙар шәлкеме өсөн тележурналист Луиза Фарх­шатоваға, «Яҡтыға» роман-трилогияһын рус теленә тәржемә иткән өсөн Юлай Әминевҡа (үлгәндән һуң), йырсы Ғәзим Ильясовҡа һәм «Йөрәк хәтере» китабы өсөн публицист Рәшит Иҙрисовҡа тапшырылды.

1993 йылда булдырылған «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексына 20 йыл тулды. Был ваҡыт эсендә уның хеҙмәткәрҙәре 60-тан ашыу баҫма нәшер иткән, уларҙың дөйөм тиражы 450 мең дана тәшкил итә. Ғилми комплекс 13 энциклопедия әҙерләгән, улар иҫәбендә – башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан «Башҡортостан: ҡыҫҡа энциклопедия», ил кимәлендә юғары баһаға лайыҡ булған «Салауат Юлаев» энциклопедияһы.

ҡырмыҫҡалы районында Артур Нурғәлиевҡа ҡарата БР Юғары суды аҡлаған ҡарарға БР прокуратураһы ялыу бирмәксе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: урындағы эшҡыуарҙы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын тауар талондары менән таратҡаны өсөн судҡа биргәйнеләр. Баҡһаң, халыҡ телендә «шайморатик»тар тип аталған был талондарҙы яһаған өсөн эш хаҡының ике проценты тотоп ҡалынған булған, прокуратура белдереүенсә, был Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә.

Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә