RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостанды танытыу өсөн

05.02.2013 Башҡортостанды танытыу өсөн

Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит ил­дәр­ҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ араһында килешеү төҙөлдө. Доку­ментҡа “Россотрудничество” агентлығы етәксеһе Константин Косачев һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Килешеүсе яҡтар сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтар­ға һәм уларҙың берләшмәләренә ярҙам итеү буйынса программа һәм проекттарҙы бойомға ашырыу, улар менән бәйләнеш булдырыу, Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүенә булышлыҡ итеү, уның халыҡ промыслаларын Рәсәйҙән ситкә сығарыу, республикала урынлашҡан уҡыу йорттарының белем биреү хеҙмәттәрен экспортлауға булышлыҡ итеү кеүек йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләште.
БДБ эштәре буйынса федераль агентлыҡ сит ил­дәрҙәге вәкиллектәрендә Башҡортостан тураһында төрлө материал таратасаҡ, сит илдәрҙә күргәҙмәләр, презентациялар, фестивалдәр, гастролдәр, конференциялар, семинарҙар үткәреүгә булышлыҡ итәсәк. Ә Башҡортостан Хөкүмәте, үҙ сиратында, федераль агентлыҡ менән берлектә үткәрелгән сараларҙа (шул иҫәптән сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарға ярҙам итеү сараларында) ҡатнашырға, сит илдәрҙәге музейҙар, китапханалар, архивтар һәм уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтерергә, агентлыҡтың ойоштороу эшмәкәрлегендә ҡатнашырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был беҙҙең республика өсөн бик мөһим ваҡиға. Беҙ инвесторҙар йәлеп итәбеҙ, сит илдәр менән бәйләнештәр булдырабыҙ, ошо йәһәттән агентлыҡтың ярҙамы әһәмиәтле. Илде һәм республикабыҙҙы сит илдәрҙә лайыҡлы күрһәтеү өсөн бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бергәләп эшләргә тейешбеҙ.
Әйткәндәй, федераль агентлыҡ 74 илдә эшләй, Рәсәй субъекттары менән дә хеҙмәттәшлек итеү тураһында йылдан-йыл күберәк килешә. Мәҫәлән, былтыр ғына Тува, Адыгея, Татарстан, Сыуашстан Республикалары, Төмән, Курск, Тамбов өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары хөкүмәттәре менән килешеүҙәр төҙөлгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә