RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көҙгә мөһим һайлау көтөлә

25.01.2013 Көҙгә мөһим һайлау көтөлә

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы 2013 йылға эш планын раҫланы һәм сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыу уҙғарҙы.
Билдәле булыуынса, республикала 26 фирҡә теркәлгән. Һайлау комиссияһындағы һөйләшеүгә уларҙың 18-нән килделәр. Ошо аҙнала территориаль һайлау комиссияларында участка комиссияларына хәл иткес тауыш хоҡуғы булған ағзалар өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү башланды. Һорауҙар ҙа йыш тыуып тора.
Осрашыуҙа Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, Рәсәйҙә сәйәси партиялар һаны арта, уларҙың Башҡортостанда ла төбәк бүлексәләре барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, уҙған йылдың беренсе ноябрендә илдә Берҙәм тауыш көнө аныҡ билдәләнде, ул – сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе. Законға ярашлы, бер йәки күп мандатлы һайлау округтары 10 йыл ваҡытҡа иҫәпләнгән, ә участка комиссиялары вәкәләте биш йылға тиклем оҙонайтылған. Бынан тыш, яңы ҡағиҙәлә ошо төркөм составына резерв формалаштырыу ҙа бар.
Башҡортостанда быйыл ҙур ваҡиға көтөлә − 8 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға бишенсе саҡырылыш депутаттарын һайлау буласаҡ. Белорет менән Бөрө ҡалаларында ла ҡала советына депутаттар һайланасаҡ.
Хәйҙәр Вәлиев партия ағзаларына участка комиссияларына ышаныслы, белемле, намыҫлы кешеләр инәсәгенә өмөтләнеүен белдерҙе. Кандидатураларҙы ҡарағанда уларҙың юридик йә мәғлүмәт технологиялары, мәғлүмәт эшкәртеүҙе автоматлаштырыу өлкәһендә белеме булыуына иғтибар итеү ҙә мөһим. Һис юғында, комиссия ағзаһының һайлауҙар ойоштороу һәм үткәреү тәжрибәһе булырға тейеш. 2016 йылға һайлау участкаларының 95 проценты тауыштарҙы техник һанау комплекстары менән йыһазландырыласаҡ, ә был ҡорамалдарҙы дөрөҫ хеҙмәтләндереү белемле булыуҙы талап итә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә