RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтә мәғлүмәт – бер картала

25.01.2013 Бөтә мәғлүмәт – бер картала

1 ғинуарҙан граждандарҙың ғаризаһы буйынса универсаль электрон карталар сығарыла башланы. Уны алыр өсөн үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ, дәүләт пенсия страховкалауының страховкалау таныҡлығы, мотлаҡ медицина страховкалау полисы, ғариза биреүсенең льготаға хоҡуғын раҫлаусы документ булһын. Әгәр ҙә граждан үҙе ғариза бирә алмаһа, быны уның законлы вәкиле эшләй ала. Универсаль электрон картаны алған саҡта иһә шәхесте раҫлаусы документты күрһәтеү ҙә етә.
Был картанан баш тартырға ла мөмкин. Бының өсөн ғариза ҡабул итеү урындарында был турала хәбәр итергә кәрәк.
Башҡортостандың мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы хәбәр итеүенсә, универсаль электрон карта өсөн ғаризалар яҙыу һәм уны алыу пункттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Белорет, Салауат, Нефтекама һәм Мәләүез ҡалаларында булдырылған. Офистары Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы, “УралСиб” банкыһында, шулай уҡ “Социаль карталарҙың башҡорт регистры” ойошмаһында урынлашҡан.
Универсаль электрон карта берҙәм федераль стандарт нигеҙендә әҙерләнгән. 2014 йылда ул Рәсәй субъекттары сығар­ған бөтә социаль карталарҙы алмаштырасаҡ. Уның ярҙамында дәүләт һәм коммерциялы хеҙмәттәр менән файҙаланырға, улар өсөн түләргә, шулай уҡ сауҙа-сервис нөктәләрендә, ғәҙәти банк картаһы менән кеүек үк, иҫәпләшергә мөмкин. Яҡын киләсәктә уның Рәсәй гражданының шәхесен раҫлаусы идентификаторға әйләнеүе бар. Проект авторҙары әле шуның өҫтөндә эшләй.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә