RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

18.01.2013 Өс һөйләм менән

Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, 14-се һәм 20-се мәктәптәр уҡыусылары Санкт-Петер­бург ҡалаһында үткән “Планета киләсәге” халыҡ-ара балалар-үҫмер­ҙәр ижады конкурсының “Һынлы сәнғәт” номинацияһында лауреат булған. Улар вокал, драма, хореография сәнғәте номинацияларында көс һынашҡан, шулай уҡ инструменталь, һынлы сәнғәт һәм эстрада жанрҙарында еңеүселәр билдәләнгән. Бәйгелә Магадан, Тула, Сахалин өлкәләренән, Приморье, Алтай крайҙарынан, Якутия (Саха), Татарстан, Коми Республикала­рынан йәмғеһе 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Өфөлә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме 2012 йылда 9,2 процентҡа – 766,9 мең квадрат метрға тиклем артҡан, 413,4 мең “квадраты” – күп ҡатлы йорттарҙағы фатирҙар, 353,5 меңе – шәхси йорттар. Баш ҡала хакимиәте белгестәре фаразлауынса, быйыл сафҡа индерелгән торлаҡ күләме – 815 мең квадрат метрға тиклем, ә 2015 йылға 925 меңгә тиклем артыр­ға мөмкин. Өфөнө үҫтереү буйынса төп йүнәлеш – Ағиҙел аръяғы биләмәһе, 15 йыл дауамында унда майҙаны ете миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөү ҡарала.

2015 йылға тиклем баш ҡаланың төрлө урындарында ун ике һәйкәл ҡалҡасаҡ. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ғабдулла Туҡай, Арыҫлан Мөбә­рәков, Әхмәт Лотфуллин, Михаил Нестеров, Рудольф Нуриев, Зәки Вәлиди, Павел Миронов­тарҙың һыны мәңгеләштереләсәк. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары, 1941 – 1945 йылғы һуғыш­ҡа тәүгеләрҙән фронтҡа китеүселәр, Чернобыль һәм башҡа авария, катастрофа, ядро ҡоралы һынауҙары эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеүселәр иҫтәлегенә һәйкәлдәр ҡуйыласаҡ.

Тиҙҙән Өфөнөң “Конгресс-холл” биләмәһе үҙенсәлекле архитектура композицияһы менән һушты аласаҡ. Архитекторҙарҙың төп мәсьәләһе – бинаның көньяҡ өлөшөндә концерт амфитеатры төҙөү, ә төньяғында йәйәүлеләр юлы буласаҡ. Бөгөн проект раҫлан­ған, тиҙҙән төҙөлөш эштәре башланасаҡ.

Баш ҡалала “Миңә ғаилә кәрәк” проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып 14 етем бала ғаиләләргә урынлаштырылған. Был проект баш ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы менән 2011 йылдың декабрендә булдырылған. Әйт­кәндәй, бөгөн Өфөлә ике балалар йорто, ике приют һәм бер сабый йорто эшләй.

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә