RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

15.01.2013 Өс һөйләм менән

2013 йылда Үҙәк хәрби округ хәрби частарға, шул иҫәптән Башҡортостанда урынлашҡан частарға контракт буйынса хеҙмәт итергә 5,5 меңдән ашыу кешене йүнәлтергә планлаштыра, был күрһәткес, үткән йылдар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. 2012 йылдың 1 сентябренән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу менән махсус пункт­тар шөғөлләнә, хәрби комиссариаттар менән берлектә улар кандидаттарға психологик тест һәм медицина тикшереүе үткәрә. Әлеге ваҡытта Үҙәк хәрби округ биләмәһендә ошондай 25 пункт эшләп килә, уларға үткән йылдың дүрт айы эсендә 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Быйылдан бер кәрәҙле операторҙан икенсеһенә күскәндә элекке номерҙы һаҡлап буласаҡ. Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы “Бәй­ләнеш тураһындағы” Федераль законға индергән төҙәтмәләргә ярашлы, был хеҙмәт менән ҡулланыу өсөн абонентҡа икенсе бәйләнеш операторына ғариза яҙырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта элекке элемтә операторына уның бурысы булмаҫҡа тейеш.

Яңы йыл байрамдары ваҡытында наркополицейскийҙар 13 килограмдан ашыу наркотик матдә тартып алған, утыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған. Законһыҙ әйләнештән 100 грамм героин, 13 килограмдан ашыу марихуана, 120 грамм амфетамин, шулай уҡ гашиш, дезоморфин һәм башҡа синтетик наркотиктар алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ыша­ныс телефоны”на (номеры 8-800-347-20-30, шылтыратыу бушлай, ул тәүлек әйләнәһенә эшләй) наркотик һатыусылар, притондар тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Бөгөнгә республикала бер­ҙәм федераль өлгөлө 35 400 һунар билеты тапшырылған. Ул бушлай бирелә, ваҡыты сикләнмәгән, шәхес тураһында мәғлүмәт Дәүләт һунар хужалығы реестрына индерелә. Ошондай типтағы документ алғандарға ғына һунарға рөхсәт бирелә, әйткәндәй, бөгөндән – мышыға, 28 февралдән ҡабанға һунар миҙгеле ябыла.

Бөрйән районында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2013” конкурсының финалы үткән. Иң яҡшы уҡытыусы исеменә Иҫке Собханғол, Әбделмәм­бәт, Ырғыҙлы, Байназар һәм Асҡар ауылдары педагогтары көс һынашҡан. Һөҙөмтәлә Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова еңеүсе тип танылған.

Былтыр БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ун меңдән ашыу, йәғни 2011 йыл менән сағыштыр­ғанда, 58 процентҡа күберәк ялыу килгән. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында ризаһыҙҙар күберәк булған. Халыҡ йышыраҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн билдәләнгән түләү күләменә һәм идара итеүсе компанияларҙың эшенә ҡәнәғәт­һеҙлек белдергән.

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә