RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

18.12.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Феде­рацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә фиҙакәр хеҙмәте менән танылыу алған 14 кеше төрлө орден-миҙалға һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. «Һәләкәткә тарыу­сылар­ҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы Урман ҡасабаһындағы шартлауҙа кешеләрҙе ҡотҡар­ған дүрт кешегә бирелде.

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 2012 йылдың ноябрендә 3598 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 59 процентына тиң. БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек бу­йынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 36 проценты, максималь күләмен 38 проценты ала. Өфөлә пособиеның уртаса күләме 3955 һумға тиң.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рудольф Нуриевтың тормошо һәм ижады тураһындағы «Руди – Never off...» исемле спектаклдең премьераһы үтте. Тамашала даны бөтә донъяға танылған бейеүсе булып киткән башҡорт егетенең яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Әҫәрҙе сәхнәгә режиссер Айрат Әбүшаһ­манов ҡуйған, ҡуйыусы хореографы, пластика режиссеры – Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Ринат Әбүшаһманов, рәссамы – Варвара Чувина (Санкт-Петербург).

Өфө ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың һәйкәлен проектлау эшен башланы. Ул Өфө сәнғәт училищеһы алдында билдәле шәхестең тыуыуына 85 йыл тулыуға ҡарата урынлаштырыласаҡ. Проект эштәренә мэрия ярты миллион һум аҡса бүлгән.

9 айҙа республикала 29265 никах һәм 14879 айырылышыу теркәлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, республикала никахтар һаны 1713-кә артҡан. Статистика мәғлүмәттәре бу­йынса, һәр икенсе пар айырылыша.

Башҡортостанда йыл башынан 232 ойошма 14189 кеше тураһында хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыуға бәйле яҡынса мәғлүмәт тәҡдим иткән. Уларҙан бәләкәй ҡалаларҙан – 1440 кеше тураһында 31 ойошма мәғлүмәт биргән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ғәмәлдә 12654 хеҙмәткәр эштән бушатыл­ған, уларҙан 8657 кеше икенсе эшкә урынлаштырылған.

Республикабыҙҙа төҙөлөштә, ауыл хужалығында, транспорт, элемтә тармағында имгәнеүселәр күп теркәлә. Иң ҡурҡыныс һөнәрҙәр рәтенә төҙөүселәр, водителдәр инә. Быйыл 61 кеше – бейеклектән ҡолап төшөп, 51 кеше машина деталдәренән йәрәхәт алып, 20 кеше өҫтөнә әйбер төшөп, 42 кеше транспорттан тапалып, төрлө имгәнеүҙәр алған.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә