RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

20.11.2012 Өс һөйләм менән

Быйыл Күмертауҙа 95 ғаиләгә бушлай ер участкаһы бүленгән. Йыл башынан алып ҡала хакимиәтендә бер тапҡыр бушлай ер алыу­ға йәмғеһе 207 ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың 148-е – күп балалы ғаиләләр, 36-һы – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, 17-һе – йәш ғаиләләр, өсәүһе – торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған ғаиләләр.

Йыл башынан Башҡортос­танда 400-ҙән ашыу вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән. Уларҙа 90 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ойошторолған бындай йәрминкәләрҙә ҡатнашҡан 35 мең кешенең 4300-ҙән ашыуы эшкә саҡырыу алған.

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме октябрҙә 3560 һум тәшкил итте. Был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 58 процентына тиң. БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен – эшһеҙҙәрҙең 36 проценты, максималь күләмен 37 проценты ала.

«Сулпылар» балалар музыкаль телепроекты аҙағына яҡынлаша. Икенсе турҙа ҡатнашыусы 24 конкурсанттың 12-һе финалға сыҡҡан. «Сулпылар»ҙың 20-се миҙгеле, ғәҙәттәгесә, йыл аҙағында гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыларының башҡорт телендә тәүге электрон дәреслеге донъя күргән. Уның авторы – филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев. Хәҙер башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары лекцияларҙа, баҫма дәреслектәр менән бер рәттән, электрон дәреслектәр менән дә файҙалана аласаҡ.

Рәсәй Президентының Баш­ҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Мәләүез районында граж­дандарҙы ҡабул итеү ойошторған ваҡытта төбәк халҡынан барлығы 77 мөрәжәғәт алған. Һорау­ҙарҙың күбеһе ер пайҙарына һәм шәхси төҙөлөш өсөн ер участкалары бүлеүгә бәйле. ҡабул итеү барышында шулай уҡ районда гемодиализ өсөн ҡорамалдарҙың етешмәүе.

24 – 27 ноябрҙә Өфө ҡалаһында Рәсәй халыҡтарының заманса сәнғәтенең «Азия йөрәге» тип атал­ған Бөтә Рәсәй фестивале үтә. Ул Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансам­блен ойоштороусының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Фес­тиваль 24 ноябрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында И. Моисеев исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Н. Надеждина исемендәге билдәле «Березка» ансамбле һәм Татарстандың йыр һәм бейеү ансамбленең сығыштары менән асыла.

Италияның Турин ҡалаһының тарихи һәм сәнәғәт районы Монкальериҙа 14 – 18 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре үтте. Уның сиктәрендә Италияның был ҙур төбәгендә беҙҙең республиканы мәҙәни, иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм спорт яғынан һүрәтләүсе төрлө саралар һәм презентациялар ойошторолдо. 2013 йылда Пьемонт регионының яуап программаһын Өфөлә ҡабул итеү тураһында һөйләшеп килешелде.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә