RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милли сәйәсәттең яңы стратегияһы

23.10.2012 Милли сәйәсәттең яңы стратегияһы

РФ Президенты ҡарамағындағы Милли мөнәсәбәттәр буйынса совет яңы милли дәүләт сәйәсәте стратегияһын әҙерләгән. Был документ Кремль тарафынан яҡынса хупланып, тиҙҙән фекерҙәр һәм тәҡдимдәр өсөн йәмәғәтселеккә сығарыласаҡ.
Шуныһы әһәмиәтле: бында Рәсәй тарихында рус халҡы төшөнсәһе башҡасараҡ юҫыҡта телгә алына.
Проекттан күренеүенсә, әле ғәмәлдә булған концепциялағыса (ул 1996 йылда ҡабул ителгән), “рус халҡының дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе роле” фразаһы түбәндәгесәгә алмаштырылған: ”…Рәсәйҙең тарихи территорияһында рус халҡының күп быуаттарға һуҙылған мәҙәниәт-ара, этник-ара мөнәсәбәттәре, берләштереүсе роле арҡаһында үҙенсәлекле социомәҙәни цивилизациялы берлек, күп халыҡлы Рәсәй милләте формалашҡан…”
Әйткәндәй, яңы дәүләт милли сәйәсәте милләт-ара ыҙғыштар менән бәйле хәлдәрҙең даими мониторингын алып барыуҙы күҙаллай. Проекттың тәүге этабын бойомға ашырыу хаҡы бер миллиард һумға етеүе ихтимал.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Башҡортостан халыҡтары ас­самблеяһы бергә киңәйтелгән ултырышҡа йыйылып, әлеге стратегия проектын ҡараны.
Сарала ҡатнашыусылар бындай документтың яңы варианты барлыҡҡа килеүен ыңғай баһалай. Әммә уның йөкмәткеһе буйынса байтаҡ ҡына һорау ҙа тыуған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев белдереүенсә, әлеге проект Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килә, милли республикалар мәнфәғәтен инҡар итә, ни өсөн тигәндә, документ Рәсәй милләтен формалаштырыуға йүнәлтелгән.
БР Сыуаш мәҙәниәте ойошмаһы рәйесе Юрий Михайлов та стратегияла милли мәғарифты үҫтереүгә етерлек иғтибар бирелмәүен, шулай уҡ дәүләт милли сәйәсәтен бойомға ашырыуҙа милли йәмәғәт ойошмаларҙың роле күрһәтелмәүен билдәләй.
“Башҡортостан татарҙары” ойошмаһы рәйесе Рәмил Бигнов та, һәр этностың да хоҡуҡтары, бурыстары бар, тип иҫәпләй.
Бер һүҙ менән әйткәндә, ассамблеяның стратегияға ҡа­ғылышлы тәҡдимдәре етерлек. Уларҙы проект авторҙарына еткереү өсөн эшсе төркөм булдырылды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә