RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

23.10.2012 Донъя яңылыҡтары

Йәнә Рәсәй турисы үлгән
Шәмбелә Таиландҡа ял итергә барған 30 йәшлек ҡатын юл фажиғәһендә һәләк була.
Әле уның кәүҙәһен Рәсәйгә алып ҡайтыу мәсьәләһе хәл ителә. Билдәле булыуынса, сығышы менән Сахалиндан булған Ольга Качалова, йәш ярымлыҡ ҡыҙын ҡотҡарам тип, йөк машинаһы тәгәрмәсе аҫтына эләгә. Улар ғаиләһе менән Таиландта Паттайя ҡалаһы эргәһендәге шифаханала ял иткән була. ҡатын ире менән юл ситендә йәшелсә-емеш һатып алырға туҡтай. Шул ваҡытта ҡыҙҙары юлға йүгереп сыға. Әсәһе ҡыҙының артынан ынтыла һәм уны машина аҫтынан сығарып өлгөрә, әммә үҙе һәләк була. Баланың иһә баш мейеһе йәрәхәтләнә. ҡыҙыҡай әле дауаханала ята, әммә бер аҙнанан уны сығарырға тейештәр.

Һәйкәл ҡайҙа булған?

Һамар ҡалаһындағы Юрий Гагарин исемендәге паркта сәйәси золом ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәл юҡҡа сыҡҡан.
«Мемориал» ирекле тарихи-ағартыу хоҡуҡ һаҡлау йәмғиәте идараһы рәйесе Владимир Се­менов әйтеүенсә, һәйкәл нигеҙенән йолҡоп алынған, ҡасандыр бында һәйкәл ултырыуын хәтерләткән бер нәмә лә ҡалмаған. Монументтың юғалыуы тураһында хәбәрҙәр блогерҙар аша ла килә. Александр Ламашкин үҙенең интернет-көндәлегендә хәбәр итеүенсә, һәйкәл 22 йыл элек ҡуйылған. Йыл һайын 30 октябрҙә унда сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә митинг үткән. Һәй­кәлдең юҡҡа сығыуын 12 октябр­ҙә асыҡлайҙар һәм 16 октябрҙә ҡала властарына һәм прокуратураға хәбәр итәләр. Монументтың кем тарафынан, ни өсөн алып ташланыуы билдәһеҙ, тик ҡайһы бер фараздар ғына бар. Мәҫәлән, йәнәһе, уны золом ҡорбандарына яңы скульптура композицияһы ҡуйыу өсөн алғандар. Яңы һәйкәл әҙер, уны 30 октябргә ҡуйырға планлаштыралар, имеш.

Европала көрсөк – ҡаршылыҡ акциялары көсәйә

Испания, Грециянан ҡала, Европала иҡтисади проблемалы илдәр исемлегендә икенсе урында килә.
Эшһеҙлектең иң юғары кимәле унда. Илде бурыстарынан һәм көрсөктән ҡотҡарыу өсөн 100 млрд доллар кәрәк булыуы ихтимал. Ошондай шарттарҙа Мариано Рахоя билде нығыраҡ быуыуҙы хуп күрҙе – социаль программалар һәм дәүләт сығымдары ҡыҫҡартылды. Был хәл йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ уята. Инде бер нисә тапҡыр тиҫтәләгән кеше урамға ҡаршылыҡ акцияһына сыға. Әле иһә халыҡтың власты алмаштырыу мөмкинлеге бар – илдә төбәк һайлауҙары үтә. Халыҡ партияһының урындағы парламентта күпселек тауыштан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. «Кешеләр арыны. Үҙемде алданған кеше итеп хис итәм. Алдағы көнгә ышаныс юҡ, бөтә нәмәгә хаҡтар арта, эш юҡ – көндән-көн хәл насарая», – ти испанка Сандра Сильва Фернандез.
Италияла ла ошондай уҡ кәйеф хөкөм һөрә. Шәмбелә унда Премьер-министр Марио Монти сәйәсәтенә ҡаршы меңәрләгән акция үткән. Бөйөк Британияла идара итеүсе Консерватив партия лидеры Дэвид Кэмерондың да ышаныс рейтингы төшкән. Хөкүмәт уҡыуға хаҡтарҙы күтәргәс, студенттар күпләп демонстрацияға сыҡҡан.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә