RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

19.10.2012 Өс һөйләм менән

Әлеге ваҡытта Өфөлә бер квадрат метр торлаҡтың хаҡы, уртаса алғанда, 57,2 мең һум тәшкил итә. Фатирҙарҙың хаҡы һуңғы ике ай эсендә − 5, йыл башынан 13,7 процентҡа күтәрелде. Ноябрҙә баш ҡалала торлаҡ хаҡы тағы ла артасаҡ, тип фаразлайҙар.

Статистиктар һанап сығарыуынса, Башҡортостанда 25 – 29 йәшлек ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙар­ға ҡарағанда күберәк. Республика ошо йәш арауығындағы 173956 егет һәм 171337 ҡыҙ йәшәй. Тик олоғайған һайын ир-аттар һаны кәмей бара, был күрһәткестең ҡырҡа үҙгәреүенә бик күп фактор йоғонто яһай.

Туймазы районы хакимиәте ете етем балаға заманса фатир бүлде. 2008 – 2012 йылдарҙа уҡы­у­ын тамамлаусы балалар, һаман да фатир ала алмағас, хоҡуҡтарын даулап прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Суд уларҙың ғаризаларын ҡәнәғәтләндергәндән һуң, торлаҡ та тиҙ генә табылған.

Өфөнөң Калинин районында үҫмерҙәр пневматик ҡорал менән бер нисә тапҡыр йәмәғәт транспортына атҡан. Һөҙөмтәлә өс «НефАЗ» автобусы һәм бер троллейбус зыян күргән, бәхеткә күрә, пассажирҙар яраланмаған. Был енәйәтте ҡылыусыларҙың бәлиғ булмаған малайҙар икәнлеге асыҡланған.

Баймаҡ районының Темәс ауылында хәҙер газ үткәрелгән, урындағы халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителгән. Газ торбаларын һуҙыу һәм һыу үткәреү селтәрен реконструкциялау республиканың адреслы инвестиция программаһы һәм “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы башҡарыла. Бынан тыш, ауылда мәҙәниәт йорто бинаһы һәм дүрт күпер ремонтлан­ған.

Үткән ял көндәрендә Октябрьский ҡалаһында ойошто­рол­ған ауыл хужалығы йәрминкәһендә 26 тонна картуф, дүрт тонна кишер һәм башҡа йәшелсә, ит һатылған. ҡалала йәрминкә сауҙа урыны ғына түгел, унда концерттар ҙа ойошторола. Хәҙер ауыл хужалығы тауарҙары шәмбелә генә түгел, йәкшәмбелә лә һатыласаҡ.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә