RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

16.10.2012 Донъя яңылыҡтары

Оҙон ғүмерле батша
Камбоджаның элекке короле Нородом Сианук 90-сы йәшендә вафат булды, һуңғы ваҡытта ул Пекинда йәшәй, шунда яман шеш ауырыуынан дауалана.
1922 йылда тыуған Нородом Сианук 1941 йылда ил тәхетенә ултыра һәм уны 2004 йылға тиклем биләй. 2004 йылдың 6 октябрендә үҙенең вәкәләттәрен кесе улы Сиамониға тапшыра. Батша һәр саҡ тормошто яратыуы менән айырылып тора. Сәйәсмән, режиссер, композитор, футболсы 82-се йәшендә интернетта хатта үҙенең блогын булдырып, ватандаштары менән оптимистик уйҙары менән уртаҡлаша. Шул ваҡытта уҡ яман шеш ауырыуы менән сирләгән була. Сайт ҙур популярлыҡ яулай һәм унда инеп сығыусылар батшаға 300 йыл бәхетле ғүмер теләй.

Авиаһәләкәттә алкоголь ғәйепле

Камчаткала һәләкәткә осраған самолетта һәләк булыусы пилоттарҙың ҡанында спирт булыуы асыҡланған.
Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, экипаж командиры менән икенсе пилот фажиғәгә осрағанда икәүһе лә эскән булған. Билдәле булыуынса, был хәл 12 сентябрҙә Камчатка крайының төньяғында була, самолет Палана ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡта һәләкәткә осрай. Бортта 12 пассажир һәм ике экипаж ағзаһы булып, шуларҙың унауһының, шул иҫәптән ике пилот һәм өс йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә. ҡалған дүртәүһе ауыр тән йәрәхәттәре ала.

ҡурҡыныс сир 15 кешенең ғүмерен өҙгән

Америкала бәшмәкле менингиттың һирәк формаһы ҡорбандары күбәйә.
Әлегә 198 кешенең бил сир менән зарарланыуы, шуларҙың 15-е өсөн уның фажиғәле тамамланыуы асыҡланған. Ауырыуҙарҙы контролдә тотоу һәм профилактикалау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был һирәк инфекцияның сығанағы булып бил ауырыуын дауалау өсөн тәғәйенләнгән инъекция стероидтары менән зарарланған ампулалар тора. Асыҡланыуынса, ампулалар уларҙы Американың 50 штатында һатыуға рөхсәте булған New England Compounding Center фармацевтика компанияһы тарафынан таратылған. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, дарыуҙы 14 мең кешенең ҡулланыуы ихтимал. Ауырыу зарарланғандан һуң 1 – 4 аҙнанан үҙен һиҙҙертә башлай. Уның төп билдәләре – кешенең арҡаһы ауырта, кинәт температураһы күтәрелә, һөйләшеүе ауырлаша һәм яҡтылыҡҡа ҡарай алмай.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә