RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Етемдәр йортло булды

09.10.2012 Етемдәр йортло булды

6 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһына барҙы һәм социаль торлаҡ төҙөлөшө, йорт тирәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты, бер нисә социаль объектта булды. республика етәксеһе иң тәүҙә социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса федераль программа сиктәрендә төҙөлгән торлаҡ йортто ҡараны. Дөйөм майҙаны 824 квадрат метр булған өс ҡатлы йортта барлығы 24 фатир. Уларҙы етем балалар, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм йәш ғаиләләр алды.
Президент шулай уҡ республика программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән ихатаға инеп сыҡты. Бында балалар өсөн майҙан төҙөлгән, сүп-сар өсөн заманса контейнерҙар ҡуйыл­ған, ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. ҡалала 24 йорт ихатаһында ошондай төҙөкләндереү эштәре бара.
Рөстәм Хәмитов ҡаланың 34-се микрорайонында 220 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһын да ҡараны. Заманса мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһында музыка һәм спорт залы, компьютер класы, театр һәм һүрәт төшөрөү студиялары, бассейн, хеҙмәт бүлмәһе бар. Башҡортостан Президенты баҡсаны, һуңғы ике йыл эсендә күргән иң яҡшы учреждениелар­ҙың береһе, тип баһаланы.
Көндөң икенсе яртыһында Президент Шәфҡәтлелек эшмәкәрлеге буйынса Республика советы ултырышын үткәрҙе.

* * *
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы. Дөйөм майҙаны 824 квадрат метр булған йорт бер бүлмәле 18 һәм ике бүлмәле 6 фатирҙан тора.
12 етем бала Башҡортостан Президенты ҡулынан асҡыстар алды.
– Фатир алыу – ул ҙур шатлыҡ. ҡайһы бер балалар быны ун йыл көттө. Ниһайәт, мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе урынынан ҡуҙғалды. Быйыл социаль торлаҡҡа мохтаж булған меңгә яҡын кеше фатир аласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Өй туйлаусыларҙың береһе – 68-се һөнәри лицейҙа белем алыусы Алексей Рудь. Фатир алыу өсөн кәрәк булған барлыҡ документтарҙы өләсәһе ул бәләкәй саҡта уҡ әҙерләп ҡуйған.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте буйынса комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ҡалала торлаҡ алыу өсөн сиратта 130-ҙан ашыу етем бала тора.
– 6 октябрҙә 12 кеше фатир асҡыстары алды, ноябрҙә йәнә ошондай уҡ йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бынан тыш, икенсел баҙарҙа 17 бүлмә һатып алыуға конкурс иғлан ителде. Шулай итеп, торлаҡ алыуға мохтаж булған барлыҡ етемдәр фатирҙар менән йыл аҙағынаса тулыһынса тәьмин ителәсәк, – тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.
Октябрьский ҡалаһы быйыл социаль торлаҡ төҙөү буйынса федераль программала ҡатнаша башланы. Әлеге өс ҡатлы йорт апрелдә төҙөлә башлай. Унан фатирҙар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, етем балаларға бирелә. Социаль йортта фатир­ҙарҙың бер квадрат метрын 24200 һумдан алырға мөмкин, ә торлаҡ баҙарында иһә бер квадрат метрҙың хаҡы 36 мең һумға тиң.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә