RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

05.10.2012 Өс һөйләм менән

Халыҡ-ара “Өфө” аэропорты 1,5 миллионсы пассажирҙы ҡаршы алырға ниәтләй. Аэропорт етәкселеге билдәләүенсә, быйыл пассажирҙарҙы ташыу күрһәткестәре, үткән йылдағы менән сағыштырғанда, 14 процентҡа артҡан. Бынан тыш, Өфөнән тура самолетта осоп барып етеү өсөн билдәләнгән сит илдәрҙең һаны артҡан.

Республикала мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләү, ҡураларға ябыу эштәре әүҙем бара. Башҡор­тостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алын­ған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл бер шартлы баш малға 20 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Бынан тыш, хужалыҡтарҙа үткән йылдан ҡалған мал аҙығы бар, шулай уҡ әле һаман да һутлы аҙыҡ әҙерләү дауам итә.

Быйыл Өфөлә өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә, инвалид бала ҡараусыларға йорт төҙөү өсөн 27 ер участкаһы бирелгән. Тиҙҙән тағы ла 90 ғаиләгә ер биреү планлаштырыла, әле участкаларҙың документтарын йүнләү эштәре бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала льготалы шарттарҙа ер участкаһы алыу өсөн күп балалы 2535 һәм инвалид бала ҡараусы 1051 ғаилә ғариза яҙған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында юл өҫтөндә урынлашҡан йәйәүлеләр галереяһы асылды. Галереяла физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ул ҡаланың әүҙем хәрәкәтле участкаларының береһендә асылыуы менән әһәмиәтле.

Башҡор­тостанда бер һыйыр­ҙан бөгөнгө көнгә 3012 килограмм һөт һауып алынған. Был – үткән йылдағынан юғарыраҡ күрһәткес. Йыл башынан һөт һауыу буйынса Саҡмағош районы алға сыҡҡайны, улар әле лә алдын­ғылар рәтендә.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә