RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

25.09.2012 Донъя яңылыҡтары

Ельцин эпохаһы генералы баҡыйлыҡҡа күсте
Йәкшәмбелә РФ Армияһы генералы Павел Грачев вафат булды.
Бер нисә көн алда уны юғары ҡан баҫымы менән хәрби клиник госпиталгә килтерәләр. 64 йәшлек генералды йөрәк сире был донъянан алып китә.
1992 − 1996 йылдарҙа Павел Грачев илдең оборона министры вазифаһын башҡара. Отставкаға киткәс тә ошо структурала эшләүен дауам итә. 2007 йылдан Попов исемендәге радиозаводтың генераль директорының кәңәшселәр төркөмө етәксеһе булып эшләй.
Рәсәй өсөн еңел булмаған осорҙа ул армия менән етәкселек итте. Шуға күрәлер министр сағында һәр ваҡыт сәйәси көстәрҙең тәнҡитенә эләкте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡораллы Көстәр сафын аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән шәхес ул.
Павел Грачев 1981−1989 йылдарҙа афған һуғышында ҡатнаша. Унда парашют-десант полкы командиры урынбаҫарынан дивизия командиры вазифаһына тиклем үрләй. Оборона министры булғас, ул Рәсәй тарихында армияның тәүге генералы була.

ҡазаға юлыҡҡан

Рәсәй студенты Денис Теляков Канада изоляторында туҡмалғандан һуң комала ята.
24 йәшлек егет был илгә инглиз телен камиллаштырыу маҡсаты менән килгән. Канадалағы тел мәктәбендә бергә белем алыусы синыфташы, уның һүҙҙәрен дөрөҫ аңламайынса, полицияға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә Денис Теляков ҡулға алына. Изоляторҙа ул 20 йәшлек ике егет менән бергә ултырған. Уға ҡарата кемеһенең көс ҡулланғаны әлегә билдәһеҙ, полиция хәл-ваҡиғаны тикшерә. Баш мейеһе етди зарарланған егеттең хәле ҡыл өҫтөндә.

Берҙәмлектә – көс

Бөйөк Британия менән Канада бер нисә илдәге дипломатик вәкиллектәрен берләштерергә ҡарар иткән.
“Беҙ ике туған ағайҙар кеүек, беҙ ике милләт – әммә королевабыҙ бер”, – тип белдергән Бөйөк Британия Премьер-министры Дэвид Кэмерон. Был аҙым ике дәүләттең ҡаҙнаһындағы ҙур ғына сумманы экономияласаҡ. Мәҫәлән, Ирандағы илселекте тотоу йылына 7 млн долларға төшкән. Шул уҡ ваҡытта канада дипломаттары Тәһрандың рәсми власы менән бер нисә йыл дауамында уртаҡ тел таба алмаған.
Австрия менән Яңы Зеландияның да ошо союзға ҡушылыуы күҙаллана.

Гималайҙан ҡар шыуған

Гималайҙа ҡар шыуыуы арҡаһында туғыҙ альпинист һәләк булған, тағы ла алтауһы хәбәрһеҙ юғалған.
Биш кешене ҡотҡарып өлгөргәндәр. Уларҙы вертолет ярҙамында Кат­манду дауаханаһына илткәндәр. Турис­тарҙың барыһы ла – Германия һәм Франция граждандары. Улар Манаслу пигын артылырға йыйынған. Билдәле булыуынса, ул бейеклеге буйынса донъяла һигеҙенсе урында тора.
Йыл һайын сентябрҙә йөҙләгән сит ил турисы Гималайҙы үрләргә килә. Унда планетаның ун дүрт иң ҙур бейек нөктәһе, шул иҫәптән Эверест бар.

Чех араҡыһы тыйылды

“Роспотребнадзор” Чехия һәм Польшала етештерелгән алкоголь продукцияһын ҡулланмаҫҡа саҡыра.
Чехияла спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыу осраҡтары булғас, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко был илдән алкоголле эсемлектәр индереүҙе тыйҙы. Шулай уҡ Рәсәй Евросоюздан ошо факт буйынса тикшереүҙәр һәм ҡабул ителгән саралар тураһында отчет һораны. Әгәр ҙә Чехияла ағыуланыу осраҡтары юҡҡа сыҡһа, “Рос­потребнадзор”ҙың был илдән алкоголле эсемлектәр индереүгә йәнә рөхсәт биреүе ихтимал.
Һуңғы ике аҙна эсендә Чехияла, составында метил спирты булған хәмер эсеп, 23 кеше вафат булды, тиҫтәнән ашыу кеше көслө ағыуланыу һөҙөмтәһендә дауаханаға эләкте. Чехтар Евросоюздан үҙҙәренә спиртлы эсемлектәр индереүҙе тыйҙы.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә