RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан күгенең сая бөркөтө

25.09.2012 Башҡортостан күгенең сая бөркөтө

Башҡортостан күгенең сая бөркөтө
Быйыл легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғышында күп батырлыҡ күрһәткән күк ҡаһарманының юбилейына арналған саралар Өфө ҡалаһында, уның тыуған яғы − Илеш районында ла үткәрелде. Уҙған йомала Баш ҡаланың Конгресс-холында Башҡортостанды данға күмгән осоусыға арналған хәтер кисәһе уның яҡташтарын, туғандарын, хеҙмәттәштәрен, йәш быуын вәкилдәрен йыйҙы.
Халыҡ комиссарҙарының юл техникумында уҡыған ваҡытында М. Гәрәев Өфө аэроклубына йөрөй. Һуғыш башланғас, ҡыҙыл Армия сафына алына һәм Энгельс осоусыларҙың хәрби-авиация мәктәбенә оҙатыла. 226-сы штурм авиация дивизияһы составында хеҙмәт иткән яугир тәүге сынығыуҙы Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа ала. Бер осоуҙа тиҫтәләгән дошман бомбардировщигын юҡ итеүгә ирешкән ҡурҡыу белмәҫ оҫта штурмовик, командир булараҡ, звено менән генә түгел, ә тотош штурмовиктар төркөмө менән дә дошманға һөжүм ойоштороп булыуын иҫбатлай. Икенсе донъя һуғышында ғына Муса Гәрәев 250 хәрби осош яһай, Сталинградтан Кенигсбергҡа тиклем юл үтә. 1945 йылда 23 йәшендә генә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Үҙенең сығышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ф. Ямалет­динов: „Башҡортостандың ғорурлығы, яугирлыҡ өлгөһө булған Муса Гәрәевҡа оҡшарға тырышмаған бер генә егет тә булмағандыр. Уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү − беҙҙең бурыс”, − тине. „Данлы шә­хес­тең юбилей йылында күп мәҙәни, спорт сараһы үткәрелде, күргәҙмәләр ойошторолдо. Республика Хәрби дан музейында булған күргәҙмә Благовещен, Илеш, Ейәнсура райондарында, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ла күрһәтеләсәк. Мәҙәниәт министрлығы хәрби-патриотик темаға әҫәр­ҙәр буйынса М. Гәрәев исемендәге республика конкурсын ойошторҙо, авиамоделизм, парашют спорты буйынса чемпионаттар үткәрелде. Легендар осоусыға бәйле урындар, уның музейҙары ла төҙөкләндерелде”, − тип билдәләне сығышында Фидус Әғләм улы.
Быйыл „Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ” тип аталған китабы ла Гәрәевтарҙың нәҫел шәжәрәһе менән тулыландырып сығарылған.
БР хәрби комиссары А. Бал­тинский билдәләүенсә, М. Гәрәев кеүек шәхестәрҙең героик ҡаһарманлығы өлгөһөндә беҙ йәш быуын күңелендә Тыуған илгә ҡарата патриотик тойғолар тәрбиәләй алабыҙ.
БР Һуғыш һәм ҡораллы Көстәр ветерандары советы рәйесе М. Муллағәлләмов та яугир тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, Илеш районы хакимиәте башлығы И. Мостафин районда уның юбилейына ҡарата үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. Тантанаға юбилярҙың тормош иптәше Галина Александровна менән улы Евгений, ейәндәре лә саҡырылғайны. Улар үҙ сиратында республика етәкселегенә аталарының тыуыуына 90 йыл тулыуға республика буйынса саралар уҙғарылыуына, хәтер кисәләре ойошторолоуына рәхмәт белдерҙе. Кисә сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды. Конгресс-холдың фойеһында М. Гәрәевҡа арналған фотокүргәҙмә лә эшләне.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә