RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

25.09.2012 Өс һөйләм менән

Өфө ҡалаһында Дамир Йәлилов исемендәге ҡала фото йорто асылды. Ул Генерал Горбатов урамында урынлашҡан. Бында әле яңы проекттың инициаторы һәм ойоштороусыһы, биш йыл буйы уны тормошҡа ашырыу өсөн янып йөрөп тә, үҙе был шатлыҡлы минуттарҙы күрә алмаған билдәле фотограф Дамир Йәлиловтың күргәҙмәһе эшләй.

Башҡортостанда социаль туризм программаһы артабан үҫтереләсәк. Быйыл ошо программа буйынса барлығы 6505 путевка бүленәсәк, шуларҙың 6166-һы әлеге көндә ял итергә теләүселәр ҡулына тапшырылған. Башҡортостандың Ту­риндустрия союзы рәйесе Кинйә Күскилдин әйтеүенсә, «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡса тулыһынса үҙләштереп бөтөләсәк.

Октябрьский ҡалаһында 176 ғаилә бушлай ер участкаһы алды. Төҙөлөш өсөн ер участкалары йәрәбә һалыу юлы менән бүленгән. ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, закон үҙ көсөнә ингәндән алып бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә булған 513 кеше иҫәпкә ҡуйылған, шул иҫәптән һигеҙ йәш ғаилә, бюджет өлкәһендә эшләүсе дүрт кеше, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балаһы булған 120 граждан һәм инвалид бала тәрбиәләүсе 41 ғаилә.

Үткән аҙнала «Ейәнсура таңдары» гәзите үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Әлеге исем аҫтында баҫма 1991 йылдан алып сыға. Тәүҙә ул «Ударсы» тип атала һәм 1943 йылға тиклем шул исем аҫтында донъя күрә.

«Газпромтрансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә «Иң яҡшы йәш белгес – 2012» профессиональ конкурсына йомғаҡ яһалды. Йәштәр араһында ғилми, ижади, профессиональ потенциалды үҫтереүҙе маҡсат иткән бәйге быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Унда финалға сығыусы 16 йәш белгес араһынан Дүртөйлөнән инженер Сергей Окунев еңеүсе тип танылды.

«Динамо» Өфө спорт-демонстрация комплексында Волга буйы федераль округы судьялары араһында мини-футбол буйынса VI чемпионат үтте. Башҡортостан командаһы унда көмөш миҙалға лайыҡ булды. Беренсе урынды – Татарстан командаһы, өсөнсө урынды Түбәнге Новгород командаһы яуланы.

Башҡортостанда был аҙнала ямғырҙар көтөлә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы көндәрҙә республикала болотло булып, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә – 7−11 градус, көндөҙ 16 градус йылы буласаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә