RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сүп-сар баҫмаһын ине

28.09.2012 Сүп-сар баҫмаһын ине

Башҡортостанда йыл һайын ике миллион тоннаға яҡын көнкүреш сүп-сары йыйыла. Бөтөн ил буйынса ла йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыл һайын уртаса 10 процентҡа арта. Респуб­ликала сүп-сар эшкәртеү мәсьәләләренә һәм шул йүнәлеште үҫтереү мөмкинлектәренә арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошоларҙы хәбәр итте.
– Беҙ ҡалдыҡтар менән идара итмәйбеҙ, әлегә уларҙы йыябыҙ ғына. Халыҡ ҡалдыҡтар менән эш итә белмәй тиерлек. Урмандарҙа – тау-тау сүплектәр. Бөгөн беҙҙә 43 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм 2500 сүплек иҫәпләнә. Полигондарҙың сифаты бик түбән. Сүплектәр һанын башҡаса арттыра алмайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы ике йыл эсендә Башҡортостан инвесторҙарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса 20-гә яҡын төрлө тәҡдим алһа ла, проекттар аҙағына еткерелмәгән.
Әйткәндәй, республикала көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 15 проценты артабан ҡулланыуға йүнәлтелә. Быға аптырарлыҡ та түгел, сөнки ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү бизнесы беҙҙә яңы башланып тора. Әле ошо тармаҡта 124 предприятие эшләй. Уларҙың күбеһе ҡалдыҡты эшкәртеү менән түгел, ә тик йыйыу менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, «Тәбиғәт» предприятиеһы макулатураны – Пермгә, полиэтилен ҡалдыҡтарҙы Мәскәү менән Һамарға ебәрә.
Республика биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса генераль схема әҙерләү ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары системаһы менән идара итеүгә тәүге аҙым буласаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостанда булған полигондарға өҫтәмә рәүештә йәнә 31 объект, 200-ҙән ашыу сүп-сар тейәп оҙатыу станцияһын төҙөү талап ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә