RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изгелекле яҙыусы иҫтәлегенә

21.09.2012 Изгелекле яҙыусы иҫтәлегенә

Изгелекле яҙыусы иҫтәлегенә
Республика 21-се тапҡыр Халыҡ-ара Аксаков көндәре байрамын уҙғарырға йыйына. Саралар Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында, күрше Ырымбур, Һамар өлкәләрендә 20 − 30 сентябрҙә ойошторола.
Быйыл байрамдың программаһы үтә бай һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Сергей Аксаков исемендәге премияға дәғүә итеү­селәр­ҙе билдәләү өсөн әҙәби кисә, ә 21 сентябрҙә иң сағыу сара – традицияға әйләнгән Аксаков балы ҡаралған. Әйткәндәй, Аксаков балын үткәреү, йылдағыса, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында (элекке Аксаков халыҡ йорто) түгел, ә урамда үтәсәк. Балда ҡатнашырға теләүселәр бигерәк күп булыу сәбәпле, халыҡ театр стеналарына һыймағанлыҡтан, был юлы тантана өсөн ғәҙәти булмаған формат һайланған. Театр майҙансығына яҙыусы йәшәгән һәм ижад иткән быуатҡа ярашлы тарихи реконструкция яһаясаҡтар. Бөгөн баш ҡаланың Ленин урамы буйлап транспорт хәрәкәте туҡтатыла.
22 сентябрҙә «Надеждино» тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Аксаков ерҙәре буйлап» (Бәләбәй районының Надеждин ауылы), ошо уҡ көндә Бәләбәй ҡала мәҙәниәт һарайында Аксаков кисәһе, 23 сентябрҙә Өфө районының Зубов ауылында Аксаков фольклор һәм ҡырмыҫҡалы районының Иҫке ҡыйышҡы ауылында ауыл халҡы тарафынан ойошторолған төрлө байрам саралары, 25 сентябрҙә 11-се Аксаков гимназияһында ғилми-ғәмәли конференция һәм Аксаков уҡыуҙары, 28 – 29 сентябрҙә Ырымбур өлкәһенең Яңы Аксаков ауылында тантаналар, 30-ында Һамар өлкәһенең Языков ауылында йомғаҡлау концерты көтөлә.
Факттарға күҙ һалғанда, Сергей Аксаков изге күңелле һәм ғәҙел кеше булған. Бигүк бай булмаһа ла, бөтә ғаләмгә ҡысҡырып түгел, ә йәшерен рәүештә ярлылар­ға ярҙам итергә тырышҡан. Гоголь, Белинский кеүек күренекле шәхестәр ҙә уның ярҙамын ҡабул иткән. Балалары ла лайыҡлы кешеләр булып буй еткергән – Константин һәм Иван − әҙәбиәтселәр, Григорий − Өфө губернаторы. Ейәнсәре Ольга туберкулез сире менән яфаланыусылар өсөн Башҡортостанда тәүге ҡымыҙ менән дауаланыу шифаханаһына нигеҙ һалған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә