RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төрки теллеләр кәңәш беректерҙе

11.09.2012 Төрки теллеләр кәңәш беректерҙе

6 сентябрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы кафедраһы асылды. Тантанала ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дүсән Касеинов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, ТӨРКСОЙ ойошмаһына ингән илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.
Дүсән Касеинов һәм Раил Әсәҙуллин ТӨРКСОЙ менән БДПУ араһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы кафедраһының презентацияһы үтте. ҡунаҡтар шулай уҡ сәнғәт һәм төрки телле әҙәбиәт күргәҙмәләрен ҡараны, төрки телле төбәктәр (ҡаҙағстан, Алтай, Саха-Яҡут) ҡатнашлығында ойошторолған телекүперҙә ҡатнашты.
Ошо уҡ көндө Салауат Юлаев майҙанында V халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» фестивале асылды.
Был байрамға баш ҡалабыҙ бик ентекле әҙерләнгән. Тирә-яҡты моңға күмеп, дәртле көй ағыла. Йыйылған һәр халыҡтың төрлө милли кейеменә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Майҙанда теҙелеп киткән этнографик тирмәләр һәр кешенең иғтибарын йәлеп итә.
Барлыҡ төрки халыҡтарҙы берләштергән әлеге мәҙәни сара биш йыл һайын уҙғарылып килә. Сараны асыу тантанаһында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дүсән Касеинов һәм Әзербайжан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Үзбәк­стан, Төркиә, Төркмәнстандың, шулай уҡ Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Саха-Яҡут, Хакасия һәм Молдова Республикаһы составындағы Гагаузия (Гагауз Ери) автономиялы территорияһының мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Рес­публикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. «Халыҡ-ара төрки телле театрҙар­ҙың «Туғанлыҡ» фестивале сәхнә оҫталары һәм театр һөйөүселәр өсөн онотолмаҫ байрам булыр, театр коллективтарының ижади үҫешенә, бер-береһе менән хеҙмәттәшлегенә яңы һулыш бирер, тип ышанам», – тиелә ҡотлауҙа.
Конгресс-холл бинаһында үтеүсе ТӨРКСОЙ халыҡ-ара фоторәссамдар лабораторияһының «Башҡортостан – Евразияның ынйыһы» исемле күргәҙмәһе барыһына ла оҡшаны.
Фестивалде асып, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжиб Асанбаев әҫәре буйынса Айрат Әбүшаһманов сәхнәләштергән «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын күрһәтте. Был осраҡлы түгел. Бөйөк шәхес – бар төрки халыҡтарҙың да уртаҡ ғорурлығы. Ике йыл элек «академдар» сәхнәләштергән спектакль Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала һәм бар тарихи ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтыра.
Башҡорт халҡы менән хушлашып, сит яҡтарға юлланырға мәжбүр булыусы йәш Әхмәтзәки. Уның исеме быуат аша тыуған яғына дан менән әйләнеп ҡайтасаҡ әле. Вәлиди исеме бар төрки халыҡтарҙы берләштереүсе уртаҡ мираҫҡа әйләнәсәк... Актерҙар әйтеүенсә, «Туғанлыҡ» фестивалендә сығыш яһау икеләтә тулҡынландырғыс, сөнки залдағы тамашасыларҙың барыһына ла Вәлиди исеме яҡшы таныш. Шулай ҙа улар һынатманы, һәр сығыш алҡыштарға күмелде.
Тамашасылар баш ҡалабыҙ театрҙарында 13 сентябргә тиклем төрки халыҡтарының сәхнә әҫәрҙәрен ҡарай аласаҡ.
Йома көндө, программаға ярашлы, ТӨРКСОЙ ойошмаһына ингән дәүләттәр һәм күҙәтеүсе республикалар мәҙәниәт министр­ҙарының XXX ултырышы уҙҙы. Уның барышында уртаҡ мәҙәниәтте үҫтереү өсөн хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары ҡаралды. Аныҡлап әйткәндә, сарала төрки халыҡтарҙың абруйлы шәхестәренә арналған маҡсатлы йылдарҙы артабан да уҙғарыу, рәссамдарҙың ижад лабораторияларын ойоштороу, төрлө фестиваль һәм конкурстар үткәреү тураһында ла килешелде. 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС ойошмаһында ҡатнашыусы дәүләт етәкселәренең саммиты үтеүен иҫәпкә алғанда, мәҙәниәт министрҙары даими советының сираттағы ултырышы тап Баш­ҡортостанда үтеүе икеләтә әһәмиәтле. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡараған Урта Азия дәүләттәре инә. Ут күршеләр менән мөнәсәбәттәрҙе тап уртаҡ мәҙәниәт нигеҙендә үҫтереү саммитты ойоштороу һәм артабан иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу күҙлегенән мөһим, тигән фекерҙә белгестәр.
ТӨРКСОЙ ойошмаһына ингән дәүләттәр һәм күҙәтеүсе республикалар мәҙәниәт министрҙарының 31-се ултырышы ҡырғыҙ­стандың баш ҡалаһы Бишкәктә үтәсәк, тип белдерҙе ойоштороу­сылар.
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә