RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер хәтере хәтәр икән дә…

07.09.2012 Ер хәтере хәтәр икән дә…

Ер хәтере хәтәр икән дә…
Мәскәү янындағы Бородино яланында бынан 200 йыл элек ҡот осҡос ҡан ҡойош була. Хәбәрсебеҙ Мөнир ҡунафин был тарихи урында булып, унда ла, сәйәхәт барышында ла тыуған кисерештәре менән уртаҡлаша.

Яуыз илбаҫарҙарҙан ҡурсаларға

Иртән йылы, ҡояшлы ине. Төйөнсөктәрҙе төйнәп, ниәттәрҙе артмаҡлағандан һуң юлға сығыр алдынан доғалар уҡып алдыҡ. «Хызыр Ильяс юлдаш булһын! Яҡшыларға яҡын бул, ямандарҙан алыҫ бул!» – тормош иптәшем фатихаһын бирә. «Тиҙерәк ҡайт!» – улым менән ҡыҙым да үҙ теләктәрен еткерә. Һей, туғыҙ көн нимә инде, хәҙер әйләнеп ҡайтам.
Һуңынан, шөкөр, сәйәхәттән имен-аман йөрөп ҡайтҡас: «Һин ҡуҙғалып киткәс, яманһыу булып ҡалды, – ти бисәм. – Күҙгә йәш тығылды, ярай бер аҙнанан ҡайта бит, тип үҙемде йыуаттым. Элек ҡатындар ирҙәрен һуғышҡа нисек оҙатты икән?».
Элек һуғышҡа нисек оҙаттылар икән? Өмөттәрен устарына ҡыҫып, һыҙланыу-һағыштарын йөрәк төбөнә һалып, түҙемлек-сыҙамлыҡтарын йөк аты итеп алып... Кеше алдында һыҡтамаған башҡорт ҡатыны, күҙ йәше менән оҙатмаған ул ирен изге яуға. Һыныҡ икмәк тешләткән дә уны киптереп йыйып ҡуйған, ейер ризығы өйөнә әйҙәр, тип ышанған. «Ризыҡ яҙған ергә ирҙәр бара, тарихтарға һыймаҫ дан ҡала», – тип юҡҡа йырламағандар. Ир-егеттең азаматлығы ла, даны ла – ил өсөн яуҙа. ҡатындар ҙа быны яҡшы аңлаған. Шуны аңлауҙары, сабыр ғына көтә белеүҙәре менән бөйөк тә улар.
Ер хәтере хәтәр икән дә…
200 йыл элек оло яу үткән Бородино яланына дүшәмбе көнө Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһы автобусына ултырып ҡуҙғалдыҡ. Оҙатыусыларҙың теләге бер булды: һеҙ Башҡортостан исеменән бараһығыҙ, республика йөҙөнә лә, яугир ата-бабалар рухына ла тап төшөрмәгеҙ. 1812 йылдағы ҡанлы оло яуҙың шул урында хәрби-тарихи реконструкцияһы буласаҡ. Күп сит илдәр «яугир»ҙары менән бергә, Рәсәй төбәктәренән Башҡортостанды «Төньяҡ амурҙары» исемле беренсе башҡорт кавалерия полкы» һәм «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клубтары кәүҙәләндерәсәк.
– Был сәйәхәтте ойоштороуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы ҙур, – тине «Төньяҡ амурҙары» етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов. – Комфортабелле автобус биреү, юл сығымдарын ҡаплау һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла ҙур сара тип билдәләнгән тамашаға республика етәкселегенең етди иғтибар биреүе ҙур һөйөнөс. Тарихҡа ихтирам, шул һуғышта ҡатнашҡан, башын һалған яҡташ яугирҙарыбыҙ рухы алдында баш эйеү тип аңлар­ға кәрәк.
– Рәсәй тарихында Бородино һуғышы иң-иң данлыҡлыһы һәм иҫтәлеклеһе һанала. Беҙ әһәмиәтле дата айҡанлы әһәмиәтле урынға ата-бабаларыбыҙ данын яңыртыр өсөн барабыҙ, – тип һөйләне был һуғыш тарихын биш бармағы кеүек белгән тарих фәндәре кандидаты, пехота полкы етәксеһе Рәмил Рәхимов. – Бородино яланында Наполеон тактик еңеү яулаһа ла, үҙенең төп бурысы – рус армияһын тар-мар итә алмай. Стратегик еңеү иһә – Кутузовта. Ул француздарға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, Рәсәй императорының ҡушыуын үтәй – армияны һаҡлап ҡала һәм халыҡта ышаныс уята ала. Ысын еңеүҙәр һуңынан килә, француздар Париждың үҙенә тиклем ҡыуыла.
Юлда тәүлек ярым ваҡыт үтте. Яҡын ара түгел икән. Ә борон, ике быуат элек, аттарҙа нисә ай барыр­ға тура килер ине.
Минең янда бәһлеүән кәүҙәле «амур»сы урын алғайны. Танышып алдыҡ, Айҙар Мәжитов исемле уҙаман икән, Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан.
– Исемең таныш кеүек, – тим.
– Яңыраҡ «Йәшлек»тә «Ханҡала» исемле мәҡәләм сыҡҡайны. Шунан ғына иҫегеҙҙә ҡалмаһа.
Ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы мәҡәлә ине ул. Урындағы тау исеменән сығып, төрлө тарихи фараздар менән эш итә ине автор. Был Ханҡалаһы менән яңы Арҡайым асырға йыйынмаймы егет, тип уйлағайным ул саҡта.
– Ханҡала ни хәлдә һуң?
Ер хәтере хәтәр икән дә…
– Тора! Ныҡ тора! – баймаҡтарға хас ғорурлыҡ менән яуаплай күршем. – Уйлаһаң һәм ныҡлы тикшереүҙәр алып барһаң, беҙҙең башҡорт ерендә Арҡайым, Таналыҡ, шул уҡ Ханҡала кеүек боронғо ҡаласыҡтарҙы етерлек табырға булалыр, тим. Беҙ бик боронғо халыҡ бит ул.
Айҙар үҙе тарих уҡытыусыһы, крайҙы өйрәнеүсе лә. Мәктәптә музей булдырған. Шул музейҙан Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан еҙ ҡурайҙы ла һалып алған юлға. «Олатай менән бергә, уның ҡуйынында бар яу ауырлығын күргән моңло торба ул», – тип йылмая. Шулай уҡ, сумкаһын аса биреп, ысын ҡылысының һабын да күрһәтте.
– Бәлки, унда, Бородинола, ысын ҡылыс индерергә ярамайҙыр, шуға йәшереңкерәп тотам, – ти үҙе. Әйтеүе хаҡ булды, яуға, ысынлап та, ҡаты, осло ҡылыс-һөңгөләр индерергә ҡушылмай икән. ҡурҡыныс бит, берәйһен йәрәхәтләүең бар.
– Тарихсы булғаның өсөн «Төньяҡ амурҙары»на эләгеп киттеңме ни?
– Бәлки, шулайҙыр. Унан бигерәк «амур»ҙар хәҙер үҙҙәре лә тере тарихҡа әйләнеп бара бит инде. Уларҙың зауҡы минең ҡыҙыҡһы­ныу­ҙарыма тура килә. Бергәләп тарихты ла тергеҙәбеҙ, тарихта ла ҡалабыҙ, – рәхәтләнеп көлә үҙе. Шаяртып әйтһә лә, хаҡлыҡ бар бит һүҙҙәрендә.
– Хәтирәләрен яңыртырға бара ул, – алда ултырған Риф һүҙгә ҡушыла. Мин уны беләм, ике йыл элек ул етәкләгән Хәйбулла райо­нының Татырүҙәк мәктәбендә яҙыусылар менән осрашыуҙа булғайным. Риф, әйткәндәй, «ветеран» – 1992 йылда 18 генә йәшендә Башҡортостандан беренселәрҙән булып «Ватан һуғышы»нда ҡатнаш­ҡан. Әле икенсегә килеүе. Шул ваҡытта ул, мотлаҡ 200 йыллығына киләм, тип үҙенә һүҙ биргән дә, быйылғы сәйәхәте шул егеттәрский вәғәҙәһен үтәүе.
Айҙар бынан егерме йыл элек Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһында әрме хеҙмәтен үткән. Шул ваҡытта Бородино хәрби-тарихи музей-заповеднигына экскурсияға барған икән.
– Ныҡ ҡына онотолған инде, ни тиһәң дә, СССР заманында ине бит. Хәҙер нисек икән, бик тә күрге килә.
– Әрмене ил йөрәгендә үткәнһең икән.
– Шулай. Беҙҙең осорҙа әрме хеҙмәтендә булыу оло абруй ине. Ә инде Мәскәүҙә хеҙмәт итеү абруй ғына түгел, Хоҙайҙың бер бүләге кеүек ҡабул ителә торғайны.
Шулай башҡорттар ил өсөн «түккән ҡанын, биргән йәнен», уның именлеге өсөн үҙен аямаған. Борон да шулай булған, кисә лә изге бурыс ине ул, бөгөн ил тойғоһо, илһөйәрлек хисен йөрәге менән аңлаған һәр кем ил һағына баҫырға әҙер.
1812 йылда ла халыҡ берҙәм ҡаршы сыға француз яуына. Ырымбур губернаһында бөтәһе 40 кавалерия полкы төҙөлә, шуларҙың 28-е башҡорт полкы була. Мәскәүҙе һаҡлауҙа дүрт башҡорт полкы ҡатнаша.
Наполеон Рәсәйгә баҫып ингәс, император Александр I халыҡҡа манифест менән мөрәжәғәт итә. Манифест һәм губернаторҙарҙың Ватанды һаҡларға саҡырған яҙмаһы сиркәүҙәрҙә, мәсеттәрҙә, ауылдарҙағы йыйындарҙа уҡыла. Башҡорттар был саҡырыуҙы ишеткәс тә илде яуыз илбаҫарҙарҙан ҡурсаларға теләк белдерә. Һәр ваҡыттағыса, илгә булған антына тоғро ҡала. Башҡорттар һәм башҡа рус булмаған халыҡтар араһында ватансылыҡ, илһөйәрлек күтәрелештәрен күреп, һуғыштан һуң Сергей Глинка былай тип яҙа: «... Не только стародавние сыны России, но и народы, отличные языком, нравами, верою и образом жизни, народы кочующие – и те, наравне с природными россиянами, готовы были умереть за землю русскую. Мордва, тептяри, мещеряки, черемисы ревностно и охотно шли на службу: башкирцы оренбургские сами собой вызывались и спрашивали у правительства, не нужны ли их полки».

Тып-тып килеп ни һөйләй?

Ер хәтере хәтәр икән дә…
Мәскәү беҙҙе теләр-теләмәҫ, бойоҡ ҡаршы алды. Быҫҡаҡлап яуған ямғыр ауыр уйҙарға һалды. Можайск ҡалаһында туҡтап, аҙыҡ-түлек менән бергә резина итектәр, полиэтилен япмалар алдыҡ. Елһеҙ-ниһеҙ, ялҡытҡыс бер көйҙә генә яуған ваҡ тамсылы бындай ямғыр килһә, ҡуналҡаға килә, тиҙәр.
Шишәмбе кисендә генә Бородино яланына килеп еттек. Автобустан төшкө лә килмәй. ҡасандыр ут-ғәрәсәт эсендә янған яланда ямғыр шыбырлай ҙа, тынлыҡ хөкөм һөрә. Плац-театр янында, йәғни аҙнаның һуңғы көнөндә байрам буласаҡ яланда «пехота» төшөп ҡалды. Бер-ике саҡрым барғас, оло юлдан аҫта аҡ палаткалар күренә башланы. Кавалеристар бында туплана икән. Ойоштороусылар менән һөйләшә-кәңәшләшә торғас, уларҙың лагерынан арыраҡ беҙгә, журналистар­ға ла, урын табылды. Тик беҙҙең төрлө төҫтәге палаткалар һуғыш осорон нисек бар, шулай күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән, ул саҡтағы аҡ палаткалы ҡаласыҡҡа һис тә үҙ «буяуын» һалырға тейеш түгел. Ситкә барып урынлаштыҡ. Кавалеристарҙың урыны хәтәр ине: аяҡ аҫтында батып барған һаҙ, теҙҙе ҡапларлыҡ иҙелгән батҡаҡ та һыу. «Нисек бында тормаҡ кәрәк?» – «амур»ҙарҙы был һорау борсоманы ла шикелле. Кемдер усаҡ тоҡандыра һалды, икенселәр палаткалар ҡороу менән мәж килде. «Һуғышта һайланыр хоҡуҡ сикле», тәртип ҡаты бында, Бородино яланына килдең икән, реконструкторҙар, ысын мәғәнәһендә, 1812 йыл менән, дөрөҫөрәге, 1812 йылда йәшәй башлай. Алға китеп шуны ла әйтәйем, пехотасы, кавалерист, гусар, кирасир, улан, гренадер һәм башҡаларҙы (кейемендә тип әйтмәйем) ситтән ҡарап йөрөйһөң дә, улар беҙҙең заман кешеһе түгел, ә шул осорҙан беҙгә ваҡытлыса ҡунаҡҡа килгән яугирҙар кеүек ҡабул ителә башлай. Һәм улар быға лайыҡ та шикелле, был сүрәтенә артыҡ бирелеп киткәндәре бихисап уларҙың.
Иртәгәһенә генә һалам йөгө, түмәр утындар алып килделәр. Ятыр һәм йөрөр урындарына һалам һалғас ҡына лагерь бер сама йәшәрлек хәлгә килде.
Ә беҙҙең урын шәп ине. ҡалҡыу сиҙәм ер, эргәлә ике яҡтан ағаслыҡ уратып алған, артта – йылға. Беҙ алтаубыҙ: «Башҡортостан» юлдаш телевидениеһынан журналист Искәндәр Сәйетбатталов, оператор Эдуард Ғайнанов, «Баш­информ»дан Тимур Рәх­мәтуллин, «Рампа» журналынан Владимир Агте, мин дә һәм Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев. Палаткаларҙы ҡороп, «амур»ҙар бешергән ашты тәмләгәс, йоҡоға талдыҡ. Ике көн юлда килеп арытыл­ған да икән.

Мөнир ҡУНАФИН.
Мәскәү өлкәһе,
Бородино ауылы.

АВТОР һәм Илшат Үтәев фотолары.
(Дауамы бар).











Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә