RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

04.09.2012 Өс һөйләм менән

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында IV «СоДействие» бөтә Рәсәй социаль проекттар фестиваленең төбәк этабында еңеүселәр һайлап алынды. «Мәрхәмәт» хәйриә фонды башланғысы менән булдырылған физик мөмкинлектәре сикләнгән бала­лар өсөн үҫеш үҙәге, йәки «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ла призерҙар иҫәбендә. Еңеүсе ойошмаларҙың барыһы ла алдағы көндәрҙә Мәскәүгә бөтә Рәсәй конкурсының аҙаҡҡы этабына йүнәлтеләсәк.

Ауырғазы районына «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы буйынса һыйыр малының беренсе партияһы ҡайтарылды. «Урожай» ауыл хужалығы етештереү кооперативына Белоруссиянан – ҡара-ала тоҡомло 100 баш һыйыр, ә Венгриянан голштин тоҡомло 132 баш һыйыр килтерелде. Йыл аҙағынаса хужалыҡ Венгриянан йәнә 60 баш тоҡомло мал һатып алырға планлаштыра, Иглин районының «Агротех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 160 баш айшин тоҡомло һыйыр малын көтә.

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары ике миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Бындай юғары наградаға «Химия» йүнәлеше буйынса фән докторҙары етәкселегендә ғалимдар төркөмдәре ҡатнашлығында үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәргә ярҙам» проекты лайыҡ булды. Әлеге грант 2009 – 2013 йылдарға «Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бирелә, ул һәләтле йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

Йыл башынан 221 легаль булмаған мигрант суд ҡарары менән Башҡортостандан сығарылған. Әлеге көндә республика легаль булмаған мигранттарҙы тотоу үҙәгендә 74 кеше суд ҡарарын көтә. ҡануниәтте боҙоусылар – Үзбәкстан, Әрмәнстан, Грузия, Төркмәнстан, ҡаҙағстан граждандары.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ете айҙа 33488 сабый донъяға килгән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был һан 2115-кә күберәк. Балалар тыуымы буйынса беҙҙең республика, Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһенән ҡала, алтынсы урында килә.

«ПОЛИЭФ” заводы үҙенең хеҙмәткәрҙәренең 1-се синыф­ҡа барған балаларына бүләктәр әҙерләгән. Белем донъяһы ишектәрен тәүге тапҡыр асҡан 36 уҡыусыға мәктәп кәрәк-яраҡтары менән рюкзактар тапшырылған. Бәләкәстәргә һуңынан байрам табыны ла ойошторолған.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә