RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бик һағынһам, ауылым, һине төштәремдә эҙләйем

24.07.2012 Бик һағынһам, ауылым, һине төштәремдә эҙләйем

Бик һағынһам, ауылым, һине төштәремдә эҙләйем
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы үҙ тамырҙарын, шәжәрәһен айырыуса нығыраҡ өйрәнә башланы тиһәк, һис яңылышыу булмаҫ. Был күптәргә милләтен асыҡларға ла ярҙам итә. Эйе, 2006 йылда Шәжәрә байрамдарын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеп, республика Хөкүмәте дөрөҫ эшләне. Бындай сараларҙың маҡсаты – быуындар бәйләнешен һаҡлау, ғаилә, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, үҙ тамырҙарыңды, ата-бабаларыңды, тыуған яғың тарихын, милли йолаларҙы өйрәнеү һәм белеү. Халыҡ уйындарын, эпостарҙы, риүәйәттәрҙе һаҡлап, йәш быуынға еткереү ҙә ошо иҫәптә.
Кем беҙ? ҡайҙанбыҙ? Затыбыҙ, ырыуыбыҙ кем? Бөгөнгө хәлебеҙ нисек? Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап табабыҙ шәжәрәбеҙҙе өйрәнеп.
Тыуған ауылымда ла байрам була, тигән хәбәр ишетелгәс, шатландым, сөнки беҙҙең дә тарихыбыҙ, шәхестәребеҙ бар, шәжәрә ағасы тамырында ла ғорурланырлыҡ кеше исеме теркәлгән.
Ауыл байрамдары үткәреүҙең шуныһы ла яҡшы – һәр мөйөш тәртипкә килтерелә, йорттар-ихаталар төҙөкләндерелә, урамдар күркәмләнеп ҡала. Бикес ауылы электән дә төҙөк булды, йорттар әллә ни ҙурҙан һалынмаһа ла, ауылдаштарым хәстәрле, ысын хужаларса ҡарай өй-ихаталарын. Байрам алдынан да һәр береһе сүкеш-бумала тотоп ҡойма-ҡапҡаларын, ҡыйыҡтарын ҡарап сыҡты, төп маҡсатты ла – шәжәрәһен әҙерләүҙе онотманы. Уның буйынса һорауҙар менән, ауылдың өлкән кешеһе булараҡ, атайыма ла йыш ҡына килеп киттеләр.

Тарихыбыҙ

Бик һағынһам, ауылым, һине төштәремдә эҙләйем
Иң тәүҙә ауыл тарихын барлау кәрәктер. Бикес рәсми документтарҙа 1742 йылдан телгә алына (Ф. Хисамитдинова. “XVI – XIX быуаттарҙа башҡорт ойконимияһы”). Ауыл ошо датанан күпкә иртәрәк тә барлыҡҡа килгән тип фаразларға була. Ауылдағы хужалыҡтар һаны буйынса беренсе мәғлүмәт 1795 йылдан алып бирелә. Ул ваҡытта Бикестә 12 йортта 66 кеше йәшәгән (Ә. Әсфәндийәров. “Башҡортостан ауылдары тарихы”. 2 – 3 том). Ә 1816 йылғы иҫәп алыу буйынса, 21 өйгә етеп, артабан ауыл бик әкрен генә ҙурайған. Ошо уҡ йылғы ревизия ауылға нигеҙ һалыусы Бикестең балаларын һәм ейәндәрен дә теркәгән: ҡотломбәт (1765 йылғы), Яҡшембәт (1778), ҡомош (Көмөш, 1786) Бикесовтар. ҡотломбәттең Мәһәҙи тигән улы булған. Ауылда бөгөн Мәһәҙиев фамилиялы кешеләр бар. Яҡшембәттең Мөхәммәт, Сөләймән, Мөхәмәтғәле исемле улдары, ә ҡомоштоң Бикмөхәмәт тигән улы теркәлгән.

Арҙаҡлы
олатайҙарыбыҙ

Шәжәрә байрамы 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә лә арналды. Тап шул яуҙағы батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә хәҙер ауыл мәктәбе алдында обелиск та ҡуйылды. Унда ауылдаштарыбыҙ ҡотлогилде Ишемғолов, Йәнмырҙа Ишкилдин, күрше Тәүәкәндән Мөхәмәтғәле ҡаразбаев менән Ибраһим Шәһәров, Дауыт-ҡайып ауылынан Абдрахман Арыҫланбәков исемдәре яҙылған. Туғыҙынсы башҡорт полкында хеҙмәт иткән улар.
ҡотлогилде Ишемғолов 1813 йылда поход старшинаһы сифатында Франберг, Мазин, Лейпциг ҡалалары янындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан. ҡаһарманлығы өсөн дүртенсе дәрәжә изге Анна ордены менән бүләкләнгән. Уның полкы Эрфурт, Гамбург ҡалаларын блокадалауҙа, Парижды алыуҙа ла әүҙемлек күрһәткән. Билдәле тарихсыбыҙ Ә. Әсфәндийәров үрҙә телгә алған китабында яҙыуынса, Навес ҡалаһы янындағы ҡаты яуҙа дошман араһына һыбай барып инеп, аты үлһә лә, аяуһыҙ һуғышыуын дауам иткән. Батырлығы өсөн ике көмөш миҙалға лайыҡ булған. ҡотлогилде Рәсәйгә тоғролоғон һәр саҡ иҫбатлап торған. 1824 – 25 йылдарҙа Петербургта батша һарайында хеҙмәт иткән һәм император Александр Беренсенең ғаилә ағзаларын лайыҡлы һаҡлағаны өсөн бриллиант (гәүһәр) йөҙөк, мең һум аҡса менән бүләкләнгән. Уға рус-төрөк һуғышы йылдарында, Польша походында 1-се һәм 8-се башҡорт полктарын ойоштороу бурысын үтәгәне өсөн ике тапҡыр рәхмәт белдерәләр. 1835 йылда ҡотлогилде Ишемғолов йәнә бер орден – дүртенсе дәрәжә изге Станислав орденына эйә була.
Йәнмырҙа Ишкилдин да “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн”, ”1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” тигән миҙалдар менән наградланған.
ҡотлогилденең улы Мөхәмәт­кирәй ҡартатайыбыҙ ҙа Бикестең арҙаҡлы шәхестәренең береһе. Ул 1827 – 30 йылдарҙа Ырымбур губернаторы П. К. Эссендың алмаштырғыһыҙ ординарецы була. 1837 йылда батша вариҫы Александрҙың ил буйынса сәйәхәт иткәнендә күрһәтергә башҡорт полкын төҙөүҙә ҡатнаша һәм бының өсөн ыңғай баһа ала. Мөхәмәткирәй Ишемғоловтың улдарынан Йыһангир исемлеһе лә хәрби кеше була – Ырымбурҙа Неплюев кадет корпусын тамамлай.
Тарихҡа төпкәрәк инеп, шуны ла теркәргә кәрәк – башҡорт илендә бер-бер артлы тоҡан­ған ихтилалдарҙа ла ҡатнашмай ҡалмаған ауыл улдары. Мәҫәлән, мәрхүм ағайым Вәкил Урал улы Ишемғолов өйрәнгән шәжәрә буйынса тархан Ғәфүр Аҡбулатов 1662 – 64 йылғы ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның улы Илембәт Ғәфүров та яу етәкләй. Шуның өсөн дә Бикес ауылы (ул саҡта ауыл икенсе исемде йөрөткәндер) ике тапҡыр яндырыла.

Шәжәрә
тәрбиәгә эйә

Байрам ауыл осондағы мәсеткә инеп, фатиха алыуҙан башланды. Имам Венер хәҙрәт Әхмәтов көндө күркәм, имен, фәһемле үткәреүҙе теләне, тамырҙарыбыҙҙы белеүҙең әһәмиәтен билдәләп, халыҡтың иманға, асылына ҡайтыуына өмөтөн белдерҙе. ҡунаҡтар урам буйлап үтеп, йорт алдарында әҙерләнгән шәжәрәләр менән танышты, йолаларҙы ҡараны. Ишемғоловтар, Иҫәнбаевтар, ҡотлогилдиндар, Сәлиховтар, Килдиковтар, Юл­дашбаевтар, Йомағужиндар, Ры­саевтар, Ишкилдиндар, Вәлиевтар шәжәрә төҙөгән. Әйткәндәй, ата-бабаларҙы асыҡлауҙа ауылдаштарға ярҙам күрһәтеү маҡсатынан Тәлғәт Ишемғолов Өфөләге архивҡа ла барып ҡайт­ҡан.
Шәжәрә тәрбиәгә эйә, тигән әйтем бөгөн киң таралды. Ысынында ла шулай. Ата-бабаңдың кемлеген белеү генә түгел, ә нәҫел ағасында милләтебеҙгә торошло исемдәр булыуы ла мөһим бит. Шуныһына шөкөр – шәжәрәбеҙҙә бер ниндәй ҙә Саша ла, Артем да, хатта уртаҡ тип һаналған Алина, Эльза, Вадим кеүек исемдәр ҙә юҡ. Яңғырап торған үҙебеҙсә, башҡорт һәм мосолман исемдәре генә.
Шул юҫыҡта шәжәрә ағасыбыҙҙы юғарыраҡ тарбаҡландырыуҙы теләп исем атау йолаһын әҙерләгәйнек. Бикестә генә түгел, күрше ауылдарға ла барып, бихисап сабый­ға матур исемдәр ҡушҡан атайыбыҙ Зиннур Абдулла улы ҡунаҡтарға ла балаларына күркәм исемдәр биреүен теләне.
“Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов тыуған йорт алдында умарталар ҡуйылыуын барыһы ла тәбиғи тип ҡабул итте. Бында ҡунаҡтарға, ауылдаштарға яңы бал тәмләттеләр.
– Башҡортостаны­быҙ гүзәл тәбиғәтле генә түгел, ә донъяға билдәле баллы төбәк. Шуның ҡәҙерен беләйек, шөғөлөбөҙҙө таратайыҡ, йүгереп йөрөп эшләйек, лайыҡлы йәшәйек, – тине Әмир Миңләхмәт улы.
Зәлифә һәм Миҙхәт Сәлиховтар ҙа бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Ошо ғаиләлә тыуып үҫкән, бөгөн БР йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивында бүлек мөдире булып эшләүсе Луиза Ғиниәтуллина шәжәрәләре тураһында ентекле һөйләне.
Әйткәндәй, ауылдағы Ишемғо­ловтар, Сәлиховтар, ҡотло­гилдиндар бер тамырҙан. Бая ныҡлы тамыр тураһында әйтә биреберәк ҡуйғайным. ҡыпсаҡ бейе Бошман нәҫеленән беҙ. Был шәхес тураһында тарихта бына нимәләр бар: татар-монгол яуы ваҡытында Волганың үрге ағымында ҡаршылыҡ көрәшен ойоштора ул. Көстәр генә тигеҙ булмай. Әсиргә эләккән ҡыпсаҡ батырын үҙ яғына ауҙармаҡсы булып, монгол ханы Меңгү Бошманға теҙләнергә ҡуша. “Мин үлемдән ҡурҡмайым. Теҙләнергә мин дөйә түгел”, – тигән яуап ала хан. Был фарсы тарихсыһы Джувейн яҙмаларында теркәлгән. Ә башҡорт риүәйәтендә Бошмандың: ”Дөйә теҙ сүкмәй, ыласын ятып үлмәй”, – тиеүе әйтелә. Бындайҙы ишеткән хан ҡыпсаҡты ҡылыс менән тураҡлата. Бошмандың исемен онотмай халҡы, артабан ырыуына бирелә. Әлбиттә, Бошмандан һуңғы әллә нисә быуынды өйрәнергә кәрәк әле.
Беҙгә 16-сы быуатта йәшәгән Иҫәнаман ҡартатайыбыҙҙан һуңғы ата-бабаларыбыҙ билдәле. Иҫә­наман бейҙең улы Аҡбулат тархан, уның улы – үрҙә ихтилал етәксеһе булараҡ телгә алынған Ғәфүр Аҡбулатов. Ул да тархан булған. Ғәфүрҙең улы Илембәт Ғәфүров – абыҙ. Артабан иһә Ишемғол Илембәтовтың йәшәгән йылдары теүәл асыҡланған – 1761 – 1831. 9-сы кантонда зауряд-чиновник булып эшләгән Ишемғолдоң биш улы, ике ҡыҙы булған. ҡотлогилде Ишемғолов тураһында яҙылды инде. Уның исемен бөгөн фамилия итеп ауылдағы ҡотлогилдиндар ҙа йөрөтә. Ишемғолдоң Мөхәмәт­сәлих тигән улының нәҫеле – Сәлиховтар. ҡотлобай, Бикмөхәмәт исемлеләре йәшләй вафат булған. Күпселек Ишемғоловтар 1800 йылғы Буранбайҙан таралған.
… Ауыл урамынан үткәс, байрам Бишкеләт тип йөрөтөлгән туғайҙа дауам итте. Салауат башҡорт драма театры актерҙары 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған тамаша (Рәзилә ҡотлогилдина сценарийы) күрһәтте. Был театр ауылға юҡҡа ғына килмәгәйне – ауылдаштарыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнбаевтарҙың “тыуған” театры бит ул.
Сәхнәгә бик күптәр сыҡты ул көндө. Ярты ауылдан күберәге тиһәм дә, яңылышмаҫмын. Кемеһе “Өлгөлө йорт” конкурсында еңгән өсөн, кемеһе ”Татыу ғаилә”, ”Яҡшы хужабикә” номинацияһында бүләкләнергә. Улар араһында, халыҡ телендә әйткәндә, донъя көтөүҙә һәр саҡ өлгөлө һаналған Сәйҙә һәм Зиннур Ишемғоловтар, Зилә һәм Миңлеғәле ҡотлогилдиндар, Шәүрә һәм Миңләхмәт Ишемғоловтар, Әлфирә һәм Миңнефәр Вәлиевтар, Зөһрә һәм Булат Хәсәновтар, Зилә һәм Ринат Рысаевтар һ.б., һ.б. бар. Шәжәрә әҙерләүселәр ҙә иҫтәлекле бүләктәр алды. Майҙанда милли көрәш, күккә олғашып торған бағанаға үрмәләү, балалар өсөн ярыштар ҙа ойошторолдо. ҡояштың арыу ғына ҡыҙҙырыуына ҡарамаҫтан, халыҡ тәртипле рәүештә генә байрамды тамаша ҡылды.

Һүҙ һуңында

“Кешенең нисек йәшәүе үҙенән тора, тырыша икән – көнкүреше лә шуға тап килә, битараф-бошмаҫ йә эскесе икән – шуға тейешле хаҡ ала, – тигәйне байрамдан алда һөйләшкәндә Теләүембәт ауыл хакимиәте башлығы Данил Дәминдәров. – Иң тәүҙә ғаиләлә лайыҡлы тәрбиә ала кеше, ошоно онотмаһын ине ауыл халҡы”. Эйе, йәш етәксенең һүҙҙәре дөрөҫ.
Шәжәрәне барлау өсөн генә йыйылманыҡ беҙ ул көндө. Байтаҡ ауылдаш осрашты, туғандар йыйылышты. Күрештек, аралаштыҡ, хәтер төйөндәрен тараттыҡ. Кемдәрҙер алдағы көндәргә уй-ниәттәрен дә билдәләгәндер, кәңәш-төңәш иткәндәрҙер. Нисек кенә булмаһын, ауылдаштарҙың заман ауырлыҡтарында юғалып ҡалмай, һынмай, түбән тәгәрәмәй, ата-бабаларыбыҙға хас лайыҡлы йәшәүен теләйем.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә