RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ТАРИХИ ДӨРӨҪЛӨККӘ ЫНТЫЛҺЫН ЙӘШТӘРЕБЕҘ!

24.07.2012 ТАРИХИ ДӨРӨҪЛӨККӘ ЫНТЫЛҺЫН ЙӘШТӘРЕБЕҘ!

Шуныһы бигерәк иғтибарға лайыҡтыр: ҡаҙанға килер алдынан уҡ Әхмәтзәки күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, атаһының яҡшы танышы булған Ризаитдин Фәхретдинов менән Ырымбурҙа осрашып, унан хәйер-фатиха ала (С. 73). Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди эсер Н. Мошковтың, Һамарҙан Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыу ниәте менән килгән инженерҙың, йоғонтоһон кисерә. Мошков аҙ-маҙ татарса һөйләшә белгән була; үҙе атеист булһа ла, Әхмәтзәкигә исламда «ыңғай фекер­ҙәр» булыуын әйтә (С. 108−109).
Әхмәтзәки Вәлидовтың кадеттар менән дә бәйләнеше була. Шуларҙың береһе, Сембер татары Ибраһим Аҡсурин уны батша Рәсәйендә тыйылған әҙәбиәт менән тәьмин итә. Шулай ҙа Вәлиди татар либералдарына ҡушылып китмәй. Үҙе әйтеүенсә, ул Н. Чернышевскийҙың романынан «милләте буйынса татар, идеалистик ҡарашта торған революционер Рахметов»ҡа оҡшарға теләр ине (С. 122). 1911 йылдан башлап Әхмәтзәки социалистик идеяларҙы бер ни тиклем хуплай, К. Маркс, Г. Плеханов, В. Ленин, В. Чернов кеүек социализм идеологтарының әҫәрҙәрен ентекле өйрәнә. Шул осорҙа ҡаҙанда Плехановтың, академик В. Бартольдтың тарихи-иҡтисади ҡараштарын ҡабул итә, улар­ҙың материалистик методологияһына таянып, төрки халыҡтар­ҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың тарихын яҙырға керешә.
Ниһайәт, ҡаҙанда 1912 йылда «төрки» (иҫке татар) телендә Ә. Вәлидовтың беренсе китабы баҫтырыла: «Төрөк үә татар тарихы». Йәш мәғрифәтсенең был хеҙмәте Рәсәйҙәге күренекле шәрҡиәт­селәр­ҙең иғтибарын йәлеп итә. А. Самойлович 1916 йылда: «Вәлидов – туған халҡына һөйөү һәм ата-бабаларының инанысына тоғролоҡ һаҡлау менән бер йәһәттән, рус мәҙәниәтен ихтирам иткән һәм европаларҙың фекере алдында баш эйгән хәҙерге татар мәғрифәтселәренең береһе», − тип билдәләй (Масалимов Р. Н., Кулбакова Л. А. Ахметзаки Валидов как просветитель // Гуманистическое наследие просветителей в культуре и образовании: Материалы Международной научно-практической конференции 11 декабря 2009 г. – Уфа, 2009. С. 312). Күреүебеҙсә, Европа һәм Рәсәй күҙәтеүселәре мосолман мәғрифәтселегендә татарҙар менән башҡорттарҙы айырып ҡарай белмәгән әле, уларҙы «төрки-татар» массаһына берләштергәндәр. Китаптың исемендә лә ошо уҡ хәл сағылыш тапҡан. Әлбиттә, Әхмәтзәки Вәлидов үҙе башҡорттарҙы һәр ваҡыт дөйөм төрки өйкөмөнән айырып күрһәткән, быны ул үҙенең бөтә донъяла билдәле ғалим булараҡ яҙған хеҙмәттәрендә ап-асыҡ тасуир итә.
Беренсе китабы баҫылып сыҡҡандан һуң, Әхмәтзәки Вәлидов ҡаҙан университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография ойошмаһының ағзаһы итеп һайлана һәм 1913 йылда Фирғәнәгә ғилми командировкаға ебәрелә. Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Урта Азия һәм Алыҫ Көнсығышты өйрәнеү буйынса халыҡ-ара ойошма йәш ғалимды 1914 йылда Бохара әмирлегенә ебәрә. 1914 йылдың аҙағында Вәлиди Өфөлә «Ғосманиә» мәҙрәсәһендә төрки халыҡтары тарихынан һәм әҙәбиәтенән дәрес бирә, шул уҡ ваҡытта университетҡа инеү өсөн имтихандарҙы экстерн рәүештә тапшырыр­ға әҙерләнә. Өфөлә ул урындағы социал-демократтар (шул иҫәптән А. Цюрупа), эсерҙар менән таныша, әммә ул ваҡытта бер фирҡәгә лә инмәй, сәйәсәттән ситтә тора. Шулай итеп, йәш ғалим һәм йәҙитсе мәғрифәтсе Әхмәтзәки Вәлиди, шул осор мосолман мәғрифәтселеге һәм йәҙитселегенең башҡа вәкилдәре кеүек үк, марксизмдан һәм буржуаз либерализмдан алыҫ тора. Был тарихи факт. Хатта ки йәҙитселекте большевизм менән дә, кадеттар фирҡәһе тәғлимәте менән дә бер рәткә ҡуйыу мөмкин түгелдер. Сөнки большевизм һәм либерализм – Көнбайыш класс ҡатламдарының, синыфтарының идеялары продукцияһы, ә йәҙитселек – ул үҫеш һәм яңырыу юлына баҫҡан Көнсығыш мосолман йәмғиәтенең ағымы.
Башҡорт йәштәре хәрәкәтен иң тәүге ойоштороусыларының береһе, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, һуңынан Башҡорт АССР-ының күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Нуриәғзәм Таһиров (1888 – 1937), Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған ваҡытында уҡ (1906 йылдан башлап) башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, типтәр шәкерттәрен мәҙәни-әҙәби ағартыу түңәрәгенә ойоштороп, әүҙем эш алып барған. Бер йылдан һуң, ошонда уҡ, буласаҡ шағир һәм фәйләсуф, башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле йәш эшмәкәре Fәбделхәй Иркәбаев (1893 – 1919) шәкерттәр ойошмаһының эшендә ҡатнаша башлай. 1917 йылдың Башҡортостан өсөн тарихи хәл иткес декабрь айы көндәре ул әле генә үҙе менән дуҫлашып алған Шәйехзада Бабичҡа Троицкиҙа уҡып йөрөгән заманда Нуриәғзәм яҡташы менән түңәрәктәр ойоштороуҙары, «ихтилал ене ҡағылып, хөрриәт талап итеп» йөрөүҙәре хаҡында, мәҙрәсәнең тәрәҡҡи ҡарашлы мөғәллимдәре — Fабдрахман Рәсүлев, Һибәтулла Тереғоловтарҙың уларға булышлыҡ иткәндәре тураһында тәфсирләп хикәйәт ҡылған. Был факт шағир Бабичтың яҡындары хәтирәләрендә теркәлгән.
1908 йылда 17 йәшлек Әхмәтзәки Вәлидов та, ҡаҙанда уҡып йөрөгән осорҙа, мосолман йәштәре ойошмаһы эшен күҙәтә. Ул үҙенең «Хәтирәләр» китабында был ойошманың, яҡшы ойошҡанлығына һәм эшлеклелегенә ҡарамаҫтан, сәйәси сикләнгәнлеген, тар ҡарашлылығын, баҙнатһыҙлығын ҡәтғи тәнҡит ҡыла. Мәшһүр татар-башҡорт революционеры, Бөтә донъя «Ислам социализмы»на һәм Рәсәй «мосолман коммунизмы»на нигеҙ һалыусы, Башҡортостанда тыуған даһи инсан Мирсәйет Солтанғәлиев (1892 − 1940) үҙенең яҙмаларында 1912 − 1913 йылдарҙа Өфө губернаһында ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән мәлендә йәш уҡытыусылар, студенттар һәм шәкерттәрҙе берләштергән «Татар социалистары хәрби ойошмаһы»н төҙөүе хаҡында бәйән иткән. «Был ойошмала иң әүҙемдәре һәм ҡыйыуҙары башҡорт егеттәре булды», – тип яҙа Мирсәйет Хәйҙәрғәлей улы. Бигерәк тә үҙенең зирәклеге һәм ойоштороусы һәләте менән бөтөн губерна масштабында йәш уҡытыусы башҡорт Гәрәй ҡыҙрасов айырылып торҙо, тип билдәләп үтә мемуарист. Бойондороҡһоҙ, мөхтәри Башҡортостан йөмһүриәте милли хөкүмәтенең иң тәүге Премьер-министры Йонос Бикбов (1889 − 1943) ҡаҙан университетының юридик факультетында уҡып йөрөгән ваҡытта (1911 − 1912) күренекле татар йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Өфө губернаһынан 4-се Дәүләт Думаһы депутаты Ибниәмин Әхтәмов етәкләгән мосолман йәштәр союзы эшендә ҡатнаша. Ундай факттар бихисап, уларҙы һанап сығыу бында мөмкин түгел.
Күренеүенсә, хатта Февраль революцияһына тиклем үк башҡорт йәштәре дөйөм мосолман-төрки хәрәкәтендә ҡатнаша башлаған.

Беренсе Бөтә Башҡортостан йәштәр иттифағы

Февраль буржуаз-демократик революцияһынан һуң халыҡтарҙың туранан-тура милли-азатлыҡ көрәшенә күтәрелеүе йәштәр хәрәкәте өсөн ифрат ҡулайлы шарттар тыуҙырҙы. 1917 йылдың май – июнь айҙарында сәйәси ойошҡан үҙ аллы башҡорт милли хәрәкәте (асылда, ерле, «тупраҡлы» мөхтәриәт өсөн) хасил булғас, йәштәр ойошмалары ололарҙың ышаныслы таянысына әүерелә. 1917 йылдың 16 (29) ноябрендә Башҡорт өлкә Мәркәз Шураһы башҡорттарҙың ерле мөхтәриәтен (территориальная автономия) иғлан иткән 2-се һанлы фарманын матбуғатта баҫҡас, тарихта тәү тапҡыр Башҡортостан дәүләтселеге сәйәси теориянан ысынбарлыҡҡа әйләнә, ниһайәт, ғәмәлгә ашырыла башлай. Йәштәр хәрәкәтен ойоштороусылар − Нуриәғзәм Таһиров, Шәйехзада Бабич, Хәбибулла һәм Вәлирахман Fәбитовтар, Fәбделхәй Иркәбаев һ.б. бөтә Башҡортостан берҙәм милли йәштәр иттифағын (союзын) төҙөү планын алға сығара. Бәхеткә күрә, оҙаҡламай бының өсөн уңайлы яйы ла килеп сыға.
1917 йылдың 8 – 20 декабрҙә (яңыса 21 декабрь – 2 ғинуар, 1918 йыл) Ырымбурҙа тарихи Өсөнсө (ойоштороусы) Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы уҙа. Ошо мәлдән алып, ғәмәлдә, милли автономиялы Башҡортостан йөмһүриәте рәсми һәм легитим (ҡануни) рәүештә йәшәй башлай. Был ифрат мөһим тарихи милли форум эше барышында уның бер төркөм йәш делегаттары (вәкилдәре) һәм йәштәр­ҙең төбәк ойошмалары етәксеһе 18 (31) декабрҙә милләт үҙәге булған Каруанһарайҙа башҡорт йәштәренең ойоштороу йыйылышын үткәрә. Асылда ул Беренсе бөтә Башҡортостан йәштәр конференцияһы була. Бына ошо йыйылышта тантаналы рәүештә Башҡорт йәштәре берлеге (союзы) иғлан ителә лә инде. Ныҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, иң тәүге бөтә Башҡортостан йәштәр союзына «Тулҡын» тигән исем бирелә. «Тулҡындырығыҙ Башҡортостан донъяһын!» тигән «Тулҡын» ойошмаһының Мөрә­жәғәт­намәһенән хөрмәтле йәш коллегам Рөстәм Рәжәпов һыҙыҡ өҫтөнә алған шиғар­ҙы килтереү ҙә етә. Икенсенән, бындай поэтик атама ойошмала ижади йәштәрҙең өҫтөнлөгөн күрһәткән һәм артабан беҙҙең тарихсыларға беренсе башҡорт иттифағын инҡар итергә, уны фәҡәт әҙәби-ағартыу ойошма тип кенә иҫәпләргә бер сәбәп булды.
Беренселәрҙән булып «Тулҡын» тарихы, уның программаһы, беренсе етәкселәре тураһында заманында йәш тикшеренеүсе, аспирант, хәҙер инде һәләтле ғалим, филолог, лингвист, фольклорсы, күп телдәр белеүсе Рөстәм Рәжәпов яҙып сыҡты (ҡара: «Йәшлек», 1996, 20 август, № 95, 7-се бит). Советтар заманында «Тулҡын» ойошмаһы тураһында минең ғилми етәксем, Рәсәйҙең даһи тарихсыҺы Билал Юлдашбаев ҡына яҙырға ҡурҡманы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр хәрәкәте тарихы уның иғтибарынан ситтә булды. Ә беҙҙең йәштәр тарихы менән шөғөлләнеүсе тарихсыларыбыҙ комсомолдан ары китә алманы. Хатта комсомолдың милли секциялары һәм ойошмалары тарихы тураһында диссертация (әйткәндәй, СССР-ҙа был темаға иң тәүге!) яҡлағанда (атаҡлы «перестройка» заманы башланғайны ғына ине), марксист-ленинист профессор иптәштәр, ай-һай, берҙәм интернациональ комсомолды милли өлөштәргә бүлеп тикшереү дөрөҫ булырмы икән, тип шикләнеп, мине төрлө һорауҙар менән ифрат яфаланы. Мәйтәм, бына берҙәм Советтар Союзы, күпме милләт-ҡәүем, улар­ҙың тарихын айырым-айырым өйрәнәбеҙ бит, ниңә һуң милли йәштәр хәрәкәте тарихын өйрәнмәҫкә. Уны белмәйбеҙ, бына шуға ла Алматы, Сумғаит, Таулы ҡарабах, Фирғәнә милләт-ара бәрелештәре фажиғәләре (тап шул заман ине). Комсомолда ла шулай уҡ! Милли йәштәр союздары тарихта бөтөнләй булмаған тиерһең! 1918 йылдың 29 октябрендә РКСМ-ды төҙөүселәр үҙҙәре үк төрлө милләт (рус булмаған) йәштәре ойошмаларын яулап алыу мәсьәләһен алға ҡуйған. Тимәк, башта милли ойошмалар барлығын инҡар итеп булмаған. 1918 – 1928 йылдарҙа комсомолда милли секциялар булыуы ла «пролетарийҙар диктатураһы» хакимиәтенең милли йәштәр хәрәкәтен байтаҡ ҡына ваҡыт арауығында иҫәпкә алырға мәжбүр булыуы хаҡында дәлилләй түгелме һуң?! Әлбиттә, артабан милли йәштәр хәрәкәте тарихы комсомол тарихын данлау өсөн онотторола.
«Тулҡын» йәштәр иттифағы артабан йәштәр хәрәкәтен ойоштороусылар һәм милли идеологтар Н. Таһиров, Ш. Бабич, Х. Ғәбитов, Ғ. Иркәбаев тарафынан төҙөлгән программаға эйә була, ойошманың уставы проекты нәшер ителә. Иттифаҡтың етәксе органы – һигеҙ ағзанан торған Башҡарма комитет – һайлана. Коллегиаль етәкселеккә башта Шәйехзада Бабич, Хәбибулла Ғәбитов, Ғабдулла Дәүләт (А. Дәүләтшин), Ғәйнулла Ғирфанов, Вәлирахман Ғәбитов, Фәтхи Әхмәҙуллин, Нуриәғзәм Таһиров, Сәхи Рәхмәти һайлана.
Иң тәүҙә «Тулҡын» ойошмаһының үҙ баҫма органы булмай, дөйөм милли матбуғат саралары файҙаланыла, мәҫәлән, «Башҡорт», «Мөхбир», «Башҡорт хөкүмәте теле» гәзиттәре.
Башҡортостан тарихы историографияһында был ойошманы ябай бер милли әҙәби-ағартыусы түңәрәк тип кенә күрһәтергә тырыштылар. Әммә мин һәм үҙебеҙҙең йәш тикшеренеүселәребеҙ (Р. Рәжәпов, Р. Ғәзизов, А. Ярмуллин) асыҡлауынса, «Тулҡын» йәштәр ойошмаһы үҙ аллы төрлө яҡлы эшмәкәрлек алып барыусы ысын йәштәр союзы булған. Үтә ҡатмарлы шарттарҙа, граждандар һуғышы осоронда, йәштәр иттифағы Башҡортостан кантондарында һәм улустарында мәҙәни-ағартыу эштәре алып бара, Башҡорт ғәскәрҙәренә ярҙам итә, төрлө-төрлө саралар үткәрә. Был хаҡта документтар менән дәлилләп бик талантлы йәш тарихсыбыҙ Азат Ярмуллин яҙып сыҡты.
«Тулҡын» союзы Бөтә Башҡортостан йәштәр ҡоролтайына әҙерлек башлай. Ләкин 1918 йылдың февралендә Башҡорт илендә сәйәси-хәрби хәл киҫкен рәүештә үҙгәрә. Ырымбурҙы ҡыҙылдар алғас, Башҡортостан хөкүмәте тулыһынса тиерлек ҡулға алына һәм төрмәгә ябып ҡуйыла. Февраль аҙағында «Тулҡын» ойошмаһының һул ҡарашлы ағзалары (уларҙың етәкселәре Ғ. Дәүләт, Ф. Әхмәҙуллин, Б. Шәфиев һ.б.) совет власы яғына сыға, Баш­ҡортостандың ваҡытлы революцион Советын (ВРСБ) ойоштороуҙа ҡатнаша, большевистик берҙәм «Татар-Башҡорт Совет республикаһы»н төҙөү проектын хуплай.
Ойошманың күпселеге легитим милли хөкүмәткә һәм Баш­ҡортостан ерле мөхтәриәте идеяһына тоғролоҡто һаҡлай. Июль баштарында, Ырымбурҙа совет власы ҡолатылғас, иттифаҡтың Башҡарма комитеты Башҡортостан хөкүмәте үҙәк баҫма органы булған «Башҡорт» гәзите аша үҙенең төбәк, ҡала-ҡасаба шөғбәләренә, урындағы башҡармаларға мөрәжәғәт менән сығыш яһай («Башҡорт», 1918, 19 июль). Бына ошо ғәйәт ҡатмарлы, ҡан ҡойғос һуғыш барған шарттарҙа 1918 йылдың 1 сентябрендә Ырымбурҙа «Тулҡын»дың икенсе Бөтә Башҡортостан йәштәр йыйыны (конференцияһы) уҙғарыла. Йәштәр ҡоролтайы йыйырға, үкенескә күрә, мөмкинлек булмай. Үҙенең һуңғы йыйынында «Тулҡын» ойошмаһы туғыҙ айлыҡ эшенә йомғаҡ яһай һәм йәштәр хәрәкәтенең синфи бүленеү фактын таный. Әммә барыбер башҡорт йәштәрен синыфтарға бүлеп ҡарауҙы хупламай. Иттифаҡ башҡарма комитетының яңы составы һайлана. Был юлы рәйесе итеп Гәрәй ҡарамышев һәм сәркәтибе Хәбибулла Ғәбитов тәғәйенләнә.
Артабан «Тулҡын» йәштәр иттифағы тулыһынса башҡорт ғәскәренә мобилизациялана. 1918 йылдың ноябрендә Колчак түңкәрелешенән һуң Башҡортостан хөкүмәте һәм уның менән йәштәр ойошмаһы ла ике ут араһында ҡала. 1919 йылдың февралендә Башҡортостан хөкүмәте һәм башҡорт ғәскәре Советтар яғына сыҡҡас һәм эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл армияға ҡушылғас, «Тулҡын» башҡорт йәштәре иттифағы тарҡатыла. Осраҡлымы, түгелме, ләкин беренсе Башҡорт йәштәре иттифағы лидерҙары һәм идеологтары яҙмышы иң баштан ахырына тиклем ифрат тәрән ҡайғылы. Мәҫәлән, «Тулҡын»дың етәкселәре һәм идеологтары йәш шағир Шәйехзада Бабич һәм йәш философ Ғәбделхәй Иркәбаев 1919 йылдың 28 мартында ҡыҙыл йыртҡыстар тарафынан яуыздарса язалап үлтерелә. Тере ҡалғандар 1937−1939 йылдарҙа атыла.
Минеңсә, был бик символик финал. Комсомол да артабан милли йәштәр хәрәкәттәрен шулай аяуһыҙ юҡ итә. Был тарих. Факт. Мөхтәрәм уҡыусылар быны белһен һәм бер ваҡытта ла онотмаһын ине.


P. S. Шуныһы ҡыуаныслы, күп томлы «Башҡорт энциклопедияһы»ның сираттағы, алтынсы томында «Тулҡын» союзы тураһында минең иң тулы мәҡәләм баҫылып сыҡты (ҡара: Башкирская энциклопедия. – Том 6. – Уфа, 2010. – С. 358). Был Башҡортостан тарихы историографияһында рәсми рәүештә Башҡорт йәштәр иттифағының тарихын таныуҙы аңлаталыр.
Шулай итеп, минең әлеге лә баяғы тәҡдимем шул: 29 октябрь Рәсәй комсомолы тыуған көн икән, 31 декабрь – Башҡорт йәштәре иттифағы тыуған көн. «Тулҡын» башҡорт йәштәре союзы ойошторолған көндө – 31 декабрҙе − иҫтәлекле дата тип мотлаҡ иғлан итеү зарури. Был азатлыҡ өсөн көрәштә башын һалған йәш ҡорбандар хаҡына бик мөһим. Һәм Башҡортостан уҡыусы йәштәренә, университет, академия, колледж студенттарына был иҫтәлекле датаға арналған саралар ойошторорға тәҡдим итәм. Был бит ифрат символик дата: тап-таман Яңы йыл алды!

Рияз МӘСӘЛИМ,
тарихсы-политолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә