RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эшҡыуарлыҡ яҡланасаҡ

27.07.2012 Эшҡыуарлыҡ яҡланасаҡ

Республика йортонда Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты янындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты.
Унда бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн мөһим, – тине Президент ҡунаҡты сәләмләгәндә. – Яңыраҡ республикабыҙҙа шундай уҡ эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһын булдырҙыҡ, ул эшләй башланы ла инде. Эшҡыуарлыҡты яҡлау ғына түгел, уны үҫтереү, сәнәғәт производствоһы күләмдәрен арттырыу – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Алға табан һәр бер аҙым күп сығымдар һәм көс талап итә. Беҙ һәр ваҡыт, эре предприятиеларыбыҙ тирәләй күп кенә «бәләкәстәр» булдырылырға тейеш, тип барабыҙ. Технопарктар, индустриаль парктар булдырыу өсөн эре предприятиеларҙы үҫтерәбеҙ. Рә­сәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһына ла индек. Был да бик күп эшҡыуарҙар менән эш итеүҙе күҙ уңында тота. Бик ҡыҙыҡлы тармаҡтарҙы үҫтерә башлайбыҙ. Улар – радиоэлектроника, шул иҫәптән микроэлектроника, IT-тармаҡ.
Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында «Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса хоҡуҡи механизмдар» исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Әйткәндәй, беҙҙә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бөгөн 460 меңдән ашыу кеше эшләй. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә. Бәләкәй предприятиелар һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Башҡортостан былтыр «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уның өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса Рәсәй Феде­рацияһының иң яҡшы төбәге» дипломына лайыҡ булған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә