RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

31.07.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәтенең 27 июлдәге ҡарары менән төбәктә йәшәү минимумы күләме билдәләнде. 2012 йылдың II кварталына уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләме – 5 558 һум, эшкә яраҡлылар өсөн – 5 940 һум, пенсионерҙар өсөн – 4 526 һум, балалар өсөн 5 454 һум тәшкил итте. Уртаса йәшәү минимумы 73 һумға артты.

«Рәсәйҙән бер ҡараш. Баш­ҡор­тостан рәссамдары сәнғәте» проекты Италияла үҙ эшен дауам итә. Әлеге ваҡытта республика рәссамдары – Сергей Краснов, Зөфәр Ғаянов, Виктор Пегов, Юрий Уждавини, Рәйес Ғә­йетовтың эштәре Италияның билдәле Монферрато һарайында тәҡдим ителгән. «Рәсәйҙән бер ҡараш» экспозицияһы 2011 йылда Италияла – Рәсәй мәҙәниәте йылын, беҙҙең илдә Италия мәҙәниәте йылын иғлан итеү сиктәрендә ойошторола.

Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре академия ансамбле артистары 2 – 5 августа Лондонда Олимпиаданың мәҙәни программаһында ҡатнаша. Ан­самбль директоры Радик Шәрәфетдинов әйтеүенсә, улар фестивалдә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың бейеү мәҙәниәтен сағылдырасаҡ, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Бесәнселәр” бейеүҙәре сығыштарының төп номерҙары буласаҡ. Бының менән генә улар­ҙың сит илдәге гастролдәре тамамланмай – 30 – 31 августа Берлинда сығыш яһаясаҡтар.

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль закондың 35-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Юстиция министрлығының Баш­ҡортостан буйынса идаралығы һайлауҙарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡлы сәйәси партиялар, уларҙың төбәк бүлексәләре һәм йәмәғәт ойошмалары исемлеген баҫтырҙы. Дөйөм исемлектә 86 исем тәҡдим ителә, улар араһында – 27 сәйәси партия, партияларҙың 16 төбәк бүлексәһе һәм 43 йәмәғәт ойошмаһы. Улар урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа ҡатнаша ала.

1 июндән 31 авгусҡа тиклем ЛДПР Рәсәйҙә “Уҡыу­сыны мәктәпкә әҙерлә” хәйриә акцияһын уҙғара. Йөҙ меңдән ашыу бала партия лидеры Владимир Жиринов­скийҙан көндәлек һәм дәфтәрҙәр аласаҡ. Мәктәп кәрәк-ярағы тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләлә үҫеүсе уҡыусылар­ға тапшырыласаҡ, Башҡор­тостандан 30 меңдән ашыу балаға ЛДПР партияһынан бындай бүләк эләгәсәк.

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары командаһы Лозанна университеты (Швейцария) спортсылары менән осрашып, 3:1 иҫәбе менән еңеп сыҡты. Яҡташтарыбыҙ волейбол буйынса юғары уҡыу йорттары араһында Европа уйындары призеры булды. Университеттар араһында беренсе Европа уйындарында 32 илдән 151 уҡыу йорто исеменән 250 команда сығыш яһаған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә