RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

17.07.2012 Донъя яңылыҡтары

Илде яҡлап... помидор бәргәндәр
АҡШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон Мысырҙың Александрия ҡалаһында илдең яңы президенты Мөхәммәт Мөрси менән осрашҡан.
Был визитҡа халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән. Улар Вашин­гтондың илдең эске сәйәсәтенә ҡыҫылыуына ҡаршы сыға. Урындағы халыҡ Хиллари Клинтондың кортежына помидор һәм ботинкалар ырғытҡан. Юғары ҡунаҡ та, уны оҙатыусылар ҙа зыян күрмәгән, тик бер Мысыр чиновнигы ғына томаттан ҡасып өлгөрә алмаған.

Сүриәлә хәлдәр ҡырҡыулаша

Дамаск ҡалаһының бер нисә районында ҡоралланған бәрелештәр дауам итә, хатта минометтар ҡулланыла.
БМО күҙәтеүселәре хәбәр итеүенсә, Тремс ҡасабаһы янында лидерҙарҙың береһе һәләк булған. Хәрби операция барышында илленән ашыу кеше үлтерелгән, ике яҡ та бер-береһен ғәйепләүҙән туҡтамай, бер кем дә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай.

Тәбиғәт көйһөҙләнә

Польшаның төньяҡ райондарында көслө дауыл һәм ҡойон үткән.
Йөҙҙән ашыу йорттан ни бары емереклектәр ҡалған. Бер кеше һәләк булған, туғыҙы йәрәхәтләнгән. Бер нисә минут эсендә ҡойон 400 гектар урманды ҡырған. Ғәрәсәттән һуң көслө ямғыр һәм борсаҡ яуған. Һөҙөмтәлә бәйләнеш һәм электр менән тәьмин итеү өҙөлгән. Матди зыян күләме иҫәпләнә.
Ә бына Японияның Кюсю утрауында ямғырҙар туҡтамай. 11 июлдән алып унда 810 миллиметр яуым-төшөм булған, йәғни биләмәнең бер квадрат метрына – 810 литр. Утрауҙа һыу ташыу һәм ер ишелеү хәүефе бар. 400 мең кешегә тиҙ арала йорттарынан китергә ҡушылған.

Сәнғәт – океан төбөндә лә сәнғәт

Америка музыканттары океан төбөндә үҙҙәренең һәләтен күрһәткән.
Улар Флорида ярының коралл рифында ысын мәғәнәһендә концерт ойошторған. Музыканттар диңгеҙ йондоҙонан эшләнгән гитарала һәм балыҡ һөйәктәрендә "Битлз", Джимми Баффеттың хиттарын, Уолт Дисней йәнһүрәттәре көйҙәрен уйнаған. Тағы ла бер сер – музыканттар океанға һыу үтмәй торған динамиктар ҡуйған. Һөҙөмтәлә урындағы радиостанция аша халыҡ үҙенсәлекле концертты тыңлай алған.
Г. ЯХИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә