RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәнтөйәккә йышыраҡ ҡайтығыҙ

17.07.2012 Йәнтөйәккә йышыраҡ ҡайтығыҙ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында «Тыуған ауылым» республика халыҡ байрамында ҡатнашты. Рәсми делегацияны Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов ҡаршы алды. Рөстәм Хәмитов майҙанда урынлашҡан башҡорт һәм татар тирмәләрен, удмурт, мари һәм рус милли ихаталарын ҡараны.
– Һәр кемдең тыуған ауылы, ҡалаһы бар. Унда ҡайтып торорға кәрәк, үҙеңдең бәләкәй ватаныңды белеү зарур. Бына мин дә бөгөн тыуған яҡтарыма ҡайттым. Был байрамды ойоштороусыларға – Салауат Фәтхетдиновҡа, Рушан Гәрәевҡа, һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Бындай халыҡ байрамы беҙгә кәрәк, – тип сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй Президенты исеменән Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Тәслимә Әхмәроваға ҡотлау хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты ҡулынан өс бала тәрбиәләгән Шәрәфетдиновтар ғаиләһе яңы йорттоң асҡысын алды. 50 һәм 60 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләр ҙә ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.
Аҡсәйет ауылында билдәләнгән «Тыуған ауылым» байрамы тәүгә 2006 йылда үткәрелгәйне. Быйыл, БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы, әлеге сараға республика статусы бирелде. Байрамда, Салауат Фәтхетдинов, Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия һәм Пермь крайы артистары ҡатнашлығындағы концерт менән бер рәттән, төрлө конкурстар, балалар һабантуйы ла үтте.
Ауыл байрамының йәнә бер күркәм йолаһы – был көнгә әҙерлек ваҡытында ауыл урамдары, йорт ихаталары таҙартыла, буяла, төҙөкләндерелә. Хужаларҙың тырышлығы ла бушҡа китмәй. Был юлы ла иң матур урам, яңы йорт, төҙөк ихата эйәләре бүләкләнде. Байрам яҡшы үтте, барыһы ла көр кәйефтә йөрөнө. Шулай булмай – йәнтөйәгенә ҡайтҡан һәр кем дәрт, көс алып китә бит. Тыуған еренә иғтибарлы булыу һәр кешенең бурысылыр ул.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә