RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.07.2012 Өс һөйләм менән

Йәкшәмбелә Якутияла уҙған “Азия балалары” V халыҡ-ара спорт уйындары тамамланды. Башҡортостан вәкилдәре был уйында лайыҡлы сығыш яһаны. Руфина Әйүпова, Дамира Ры­саева, Татьяна Ищук, Наталья Сацук, Павел Никаноров шашка, бокс, тхэквондо, уҡтан атыу буйынса өс бронза, бер көмөш һәм бер алтын миҙал алып ҡайтты.

Башҡорт дәүләт аграр университетының биология-технология факультетының 6-сы курс магистры Азамат Сәлихов “ЭВРИКА – 2012” Бөтә Рәсәй студенттарының фәнни-техник ижады смотр-конкурсы еңеүсеһе булған. Уның ғилми эшен жюри юғары баһалап, II дәрәжә еңеүсе дипломы, лауреат дипломы, миҙал һәм ҡиммәтле бүләк тапшырған. Был конкурста Рәсәйҙең 125 ҡалаһынан 945 студент ҡатнашҡан.

Стәрлетамаҡ районында ике егет хужаһы менән бергә... автомобиль урлаған. 32 йәшлек ир Стәрле йылғаһына һыу инергә килгәс, ике егет унан, машинаһын ярға яҡыныраҡ урынлаштырып, музыка ҡуйыуын һорай. Автомобиль хужаһы ҡайтырға йыйынғас, егеттәр уны туҡмап, артҡы ултырғысҡа һала һәм ҡала буйлап йөрөй, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыл­ған.

Ошо көндәрҙә Ағиҙел йыл­ғаһы ярында носорог мөгөҙө табыл­ған. Боронғо һөтимәр хайуан яҡынса ике тонна ауырлығында булған. Тарихи ҡалдыҡтар Мишкә районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылған.

Рәсәй ҡалалары араһында торлаҡҡа хаҡ артыу буйынса Өфө һигеҙенсе урынды биләй. Бөгөн бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 55 340 һум тәшкил итә. Беҙҙән алда Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Приморье һәм Якутия килә.

“Һамар – Өфө – Силәбе” ав­томобиль магистрале идаралығы ауыр йөк машиналары водителдәрен эҫелә юл йөрөүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелеүе хаҡында иҫкәртә. һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда ауыр йөк машиналарына ҡаты япмалы юлдарҙан йөрөү тыйыла. Уларға трассала киске сәғәт 9-ҙан иртәнге 9-ға тиклем йөрөргә мөмкин.

Өфө ҡалаһының “Урал” галереяһында Ырымбур мамыҡ шәлдәре күргәҙмәһе асылды. Экс­понаттарҙың үҙәгендә Тү­бәнге Новгородта үткән халыҡ-ара фестивалдә юғары баһалан­ған Каруанһарай һүрәте төшөрөлгән шәл урын алған. Был үҙенсәлекле күргәҙмә июль аҙағына тиклем дауам итә.


Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә