RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быуатҡа бер тапҡыр үткәрелгән йыйын

13.07.2012 Быуатҡа бер тапҡыр үткәрелгән йыйын

Быуатҡа бер тапҡыр үткәрелгән йыйын
Көйөргәҙе ерендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә – 200 йыл һәм 1913 йылда тап көйөргәҙеләрҙең тыуған ерендә ҡурайсылар йыйыны үтеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте
Хужаларҙың шундай ҙур шатлығын уртаҡлашырға республикабыҙҙың һәр тарафынан, шулай уҡ Ырымбур, Һамар өлкәләренән дә халыҡ музыка ҡоралын яратыусылар һәм унда уйнаусылар йыйылғайны. Әлбиттә, ҡурай булған ерҙә йырһыҙ, бейеүһеҙ ҙә булмай: милли кейемдәге һәүәҫкәр артистар, мөһим тамаша башланыуын көтөп, аҡланға таралған, сәхнә артында йыйылып, һуңғы әҙерлек эштәрен барлай, үҙ-ара аралашып туя алмай.
Ә кешеләр тейәлгән автобустар, еңел автомобилдәр сара тәғәйенләнгән урынға ағыла ла ағыла. Аҡландың бер ситенә ҡоролған тирмәләрҙән ҡайнар сәй, ҡызлап торған ҡымыҙ һемергән ҡунаҡтар тирен һөртә-һөртә сығып, тамаша көтөлгән урынға ыңғайлай. Һәр ерҙә ҡурай моңо яңғырап тора.
Бына, кешеләрҙең күңелдәрен елкендереп, аҡлан буйлап: «ҡурайсылар парады башлана!» – тигән оран яңғырауға халыҡ сәхнә алдындағы майҙанға ағылды. Ул арала булмай, парадты башлаусы ике һыбайлы тамашаны асып ебәрҙе. Юртаҡтар артынан ҡурай тажын кәүҙәләндергән аҡ күлдәкле ҡыҙҙар тамашасыларға табан эркелгән хәрәкәткә айырым йәм өҫтәне. Улар артынса һәр район делегацияһы үтте. Вәкилдәр араһында − йәше, ҡарты, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар. Йөҙҙәрендә ғорурлыҡ, ватансылыҡ тойғолары асыҡ сағыла.
Байрам байрам инде ул. Ойоштороусылар тамашаға тарихи төҫ бирергә тырышҡан: парад тамамланып, ҡурайсылар сәхнә алдындағы майҙанға ярымтүңәрәк яһап торғас, уртаға алмасыбар юртағында ғорур ҡиәфәттә килеп сыҡҡан генерал Кутузовты бар халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Уның башҡорт атлылары һәм һыбай ғәскәр менән осрашыуы ысын тамашаға әүерелде.
Сараның рәсми өлөшөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт ҡотләхмәтов асып, урындағы халыҡты һәм ситтән килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы һәм «ҡурайсылар йыйыны − 2012»-нең ни өсөн нәҡ улар­ҙың ерендә үткәрелеүенә аңлатма биреп үтте.
− ҡурай халҡыбыҙҙың серҙәше, табында табындашы, яуҙа яуҙашы булған. Тыныс мәлдәрҙә ҡурай беҙҙең күңелдәрҙе күтәрһә, хеҙмәткә дәрт өҫтәһә, һуғыш заманында халыҡтың дошманға ҡаршы барыр дәһшәтле ҡоралына әйләнгән. Юҡҡа ғына ҡаһым түрә Парижға ҡурай тотоп инмәгән, теүәл 100 йыл элек ҡурайсылар, ҡаһым түрәне, Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, баш һалған башҡа яугирҙарҙы данлап, тарихта тәүге тапҡыр үткәрелгән йыйынға йыйылмаған. Тәүге йыйындың Көйөргәҙе ерендә булыуы беҙгә мәртәбә өҫтәй, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары уята һәм бына бер быуаттан һуң йәнә абруйлы ҡорға йыйылдыҡ, − тине ул сығышында.
Быуатҡа бер тапҡыр үткәрелгән йыйын
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығыштары ла башҡорт халҡын һәм ҡурайын, тарихи үткәнебеҙҙе данлауға бағышланды. Ә инде француз яуы йылдарында башҡарылған йыр-моңдарыбыҙҙан ғына торған концерт программаһын шөһрәтле һәм яратҡан йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың башҡорт халыҡ йырҙары «Ирәмәл», «Эскадрон» менән башлап ебәреүе йыйындың мәртәбәһен тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе.
Концерт дауам итте. Сәхнәләге күренеш өҙлөкһөҙ алмашынды: ҡурайсылар урынын − йырсылар, уларыныҡын бейеүселәр биләп кенә торҙо. РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов сәхнәлә өҙлөкһөҙ башҡарылған һәр йырға, көйгә биргән ҡыҫҡаса аңлатманы халыҡ йотлоғоп тыңланы, сәхнә оҫталарын алҡыш менән оҙата барҙы. Байрам кәйефе йоҡҡан һәр кешенең күңеле, әҫәрләнеп, хистәрҙән ташты.
Байрамдың иң иҫтә ҡалған мәле − ул осрашыуҙар, уртаҡ шатлыҡ, хәтерҙәрҙе яңыртыу. Оло тантанала ҡатнашыусыларҙың уй-фекерҙәренә иғтибар итәйек.
Ришат РӘХИМОВ, Өфө сәнғәт училищеһы ҡурай класы уҡытыусыһы һәм башҡорт уйын ҡоралдары бүлеге етәксеһе, Башҡортос­тандың халыҡ артисы:
− 1971 йылда училищеға Ғата Сөләймәновтың ҡурай класына уҡырға ингәйнем һәм, уҡытыусымдың васыятын үтәп, ошо училищела бөгөнгә тиклем эшләйем. Был йыйынға килеүемә шул тиклем шатмын. Уны ойоштороу­сыларға ҡарата ихтирамыбыҙ ҙур һәм улар алдында баш эйәбеҙ: ауыр заман тип тормай, ошондай оло мәжлес йыйыуы үҙе бер батырлыҡ ул. Бындай байрамдар халҡыбыҙҙың үҙ тарихын онотмауы, быуындан быуынға изге мираҫ итеп тапшырыу өсөн кәрәк. Бөйөк сәсәнебеҙ Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ҡалдырыуынса, Көйөргәҙе ерендә Наполеон Бонапартты, француздарҙы еңеүҙең 100 йыллығына арналған ҡурайсылар бәйгеһе үткән, бөгөн беҙ ошо бәйгене дауам итергә йыйылғанбыҙ. Бындай матур тарихи ваҡиғалар артабан да дауам итһен ине.
Фәнир МАЛБАЕВ, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе:
Быуатҡа бер тапҡыр үткәрелгән йыйын
− Беҙҙең районда ошондай сара уҙыуы осраҡлы түгел: 100 йыл элек бында 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә арналған ҡурайсылар йыйыны уҙғарылған һәм унда Башҡортостандың һәр төбәгенән ҡурайсылар йыйылып, яугир атай-олатайҙарыбыҙ рухына арнап, шул һуғышта башҡарылған йыр-көйҙәрҙе башҡар­ған.
Көйөргәҙелә 2005 йылда район ҡурайсыларының байрамына 77 ҡурайсыны йыйғайныҡ. ҡурайсылар әҙерләү эше юлға һалынған инде. Маһир уҡытыусыларыбыҙ күп, йәш ҡурайсыларҙың күбеһе, төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, ҙур ғына ерҙәрҙә эшләп йөрөй. Бөгөнгө сараға иһә 100 ҡурайсыбыҙҙы йыйҙыҡ.
Айҙар МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
− Йыйынға утыҙҙан ашыу ҡурайсы алып килдек. Бергә уҡыған һабаҡташтарыбыҙҙы, һәр республика сараһында ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы осратыуыбыҙға, шундай тарихи, мәртәбәле байрамда ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. Боронғо йырҙарҙы, ҡурай моңон тыңлап, көс-дәрт алдыҡ.
Юлай Ғәйнетдинов, танылған фольклорсы һәм ҡурайсы, Көйөргәҙе ерендә үткән байрамды ойоштороусыларҙың береһе:
− Йыйын күктән төшкән идея түгел. Был турала ҡурайсылар съезында, 2010 йылда, тәҡдим иткәйнек. Ошо ниәттең бойомға ашыуы менән бәхетлемен. Һәм шул съезда, француз яуының 200 йыллығына 2000 ҡурайсы йыйырға иҫәпләйбеҙ, тип белдергәйнек. Һәм бына, был моратыбыҙға ирештек: бөгөн улар­ҙың иҫәбе 2356-ға етте. Әле исемлек тулылана бара – йыйында ҡатнашып та, исемлеккә имзаһын ҡуйып өлгөрмәгәндәр бар. Барыһы ла үҙ йөрәге ҡушыуы буйынса килгән. Иҫ киткес рухлы байрам булды. Егеттәрҙең күҙендә − ут, йөрәктәре дәртләнешеп тибә. Ырымбурҙан, ауылдарынан һәм ҡалаларынан бик ҙур команда килде.
Быуатҡа бер тапҡыр үткәрелгән йыйын
Мин ул ҡурайсыларҙың барыһын да беләм. ҡурайсылар унда йылдың-йылы өҫтәлеп тора. Әле бер ҡурайсы менән таныштым: Красногвар­дейский районының Иҫәнгилде ауылынан Йәнбулат Күсәев ул. Полковник. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан да, әле ауылда ҡурай уйнап йөрөй. Һамарҙан килделәр. Барыһы ла шул тиклем ҡыуана. Атай-олатайҙарыбыҙ рухы хатта кескенәләргә лә күскән − өс йәшлек малай ҡурай һыҙғырта. 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында бик күп башҡорт ҡатнашҡан. “Любезники, любизар, маладис, маладис» тип йырлаһаҡ та, маладистың күренмәгән яғы бар бит әле: 14 мең рядовойҙың 10 меңдән ашыуы яу яланында башын һалған. 1836 − 39 йылдарҙа иҫән ҡалған яугирҙар­ҙың исемлеген теркәгәндәр – унда бик әҙ бит иҫән ҡайтҡандар. Беҙ бөгөн яу яландарында башын һалған, шулай уҡ һуғыштан иҫән ҡайтып, беҙгә ватансылыҡ тойғоһон аманат итеп ҡалдырған олатайҙарҙың изге рухы һәм яҡты иҫтәлеге алдында баш эйҙек. Ошо төбәктән тупланған Беренсе башҡорт атлы полкынан һуғышҡа 500 рядовой 1812 йылдың 16 июнендә үк, хәҙерге Белоруссияның Гродно ҡалаһы эргәһендә Минскиға оҙатылған яралыларҙы ҡурсалап, француздар менән һуғышҡа инә. Көйөргәҙе райо­нының Кинйәабыҙ ауылынан Үзбәк Аҡмырҙин айырыуса батырлыҡ күрһәтеп, изге Георгий ордены менән бүләкләнә. Наполеон ғәскәрен ҡыуып, Рәсәй сигенән теге яҡҡа сыҡҡан саҡта әлеге 500 рядовойҙың яртыһы ғына иҫән ҡала. Ә Парижды алғандарында уларҙың 115-е генә ҡалған була. Йәғни 23 проценты ғына тере булған.
Көйөргәҙе районы хакимиәте етәксеһе Әхәт Йәүҙәт улының: «Бөгөн беҙ, меңәрләгән кеше, эштәребеҙҙең уң, изге икәнен, берҙәм булһаҡ, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар алдыра алмаҫлығын тағы бер ҡат аңлар өсөн йыйылдыҡ. Халыҡтың йыуанысы ла, ҡыуанысы ла булған ҡурай йәшәһә, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ», − тигән һүҙҙәре ҡурайсылар йыйынының төп әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Йыйында 100 йылдан һуң йәшәр быуындарға мөрәжәғәт ҡабул ителде. Унда:
«Хөрмәтле тоҡомдаштар! Бөгөн беҙ, 2012 йылдың 30 июнендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районында халыҡ яҙмышына битараф булмаған 2 меңләп кеше, ҡурайсыларҙың икенсе йыйынында һеҙгә, киләсәккә, мөрәжәғәт ҡабул иттек. Теүәл 100 йыл элек районыбыҙҙа ҡурайсыларҙың беренсе йыйыны үткән. Артабан да матур ғәҙәт һаҡланып ҡалһын, халҡыбыҙҙың изге йолалары һүнеп ҡалмаһын өсөн йыйылдыҡ беҙ бөгөн, киләсәктә лә башланған эштәребеҙ дауам итеүенә ышанып, һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ.
ҡәҙерле киләсәк быуын!
Беҙ ышанабыҙ: һеҙ аҡыллы, һау, рухлы булып үҫерһегеҙ. Ғүмер ағышы халыҡ хәтерен, уның яҡшы йолаларын юя алмай, үҙебеҙгә ата-бабалар­ҙан ҡалған аманатты – бай тарихыбыҙҙы, йыр-моңдарыбыҙҙы, телебеҙҙе артабан һеҙгә тапшырабыҙ. Үҙ ғүмеребеҙҙә халыҡ файҙаһына башҡарған хеҙмәтебеҙ йөҙ йылдан лайыҡлы баһаһын алыр, тип ышанабыҙ. Бөгөнгөһөҙ иртәгә юҡ, иртәгәһеҙ киләсәк юҡ, бар булған байлығыбыҙ – ошо ер, халыҡ, уның рухи һәм матди ҡиммәттәре – һеҙҙең ҡулда. Уларҙы имен-аман көйө үҙегеҙҙең балаларығыҙға мираҫ итеп ҡалдырығыҙ. Һауабыҙ таҙа, күгебеҙ яҡты, еребеҙ бәрәкәтле булһын. Беҙ, халыҡ моңона битараф булмағандар, һеҙгә шулай уҡ үҙебеҙҙә бер ҡасан да һүнмәгән өмөт, ышаныс, дәртте лә тапшырабыҙ. Еребеҙҙе. Илебеҙҙе, телебеҙҙе. Моңдары­быҙҙы һаҡларһығыҙ, үҫтерерһегеҙ, байытырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Һеҙҙе күрмәһәк тә яратабыҙ. Сөнки беҙҙән аҡыллыраҡ та, көслөрәк тә булырһығыҙ. Ғүмерегеҙгә ҡурай моңо һымаҡ оҙон, матур булырға насип итһен», – тиелә.
Был мөрәжәғәт, көйөргәҙеләр уйынса, капсулаға һалып, күмеп ҡалдырыласаҡ.


Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә