RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

06.07.2012 Өс һөйләм менән

Көйөргәҙе районында ҡурайсыларҙың икенсе съезы үтте. Тәүге ҡурайсылар съезы бында 100 йыл элек – 1913 йылдың көҙөндә Кинйәабыҙ ауылында үткәрелгән була. 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыуға арналған ҡурайсылар съезында ике меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән Башҡортостандың 27 районынан һәм алты ҡалаһынан 400-ҙән ашыу башҡарыусы ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәте коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә һәм коммуналь предприятиеларға ярҙам йөҙөнән 1 миллиард 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде. Аҡса субсидия сифатында муниципаль биләмәләр бюджетына йүнәлтеләсәк. Уның иҫәбенә инженерлыҡ селтәрҙәре, ҡорамалдар ремонтланасаҡ һәм алмаштырыласаҡ, резерв яғыулыҡ запасы һатып алынасаҡ.

5 – 8 июлдә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Нуриман районы Упҡанкүл буйында урынлашҡан «Упҡан» ял йортонда IX йәйге йәштәр фестивален ойоштора. Ул быйыл яңы ҡағиҙәләр буйынса үтә: һәр команда үҙенең президенты, лагеры һәм флагы менән үҙ «дәүләтен» ойоштора. Упҡанкүл буйындағы байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡаршылыҡтар менән 10 километрға йүгереү, интеллектуаль конкурс, шаяндар һәм тапҡырҙар клубы ярыштары, һыу полоһы көтә, шулай уҡ төнгө ориентирлау һәм велосипед кросы кеүек яңы конкурстар ойошторола.

Башҡортостан аграрийҙары 253 мең тонна бесән әҙерләне, был планға ҡарата 35 процентҡа тиң. 558 мең тонна (25 процент) сенаж һалынған. Мал башына иҫәпләгәндә, Яңауыл районында – 16,1, ҡалтасыла – 12,7, Борайҙа – 12,5, Благовещенда 12,4 центнер аҙыҡ берәмеге һаҡлауға һалынған.

Үткән аҙнала республикала 708 кешегә талпан ҡаҙалған. Дөйөм алғанда, дауалау-профилактика учреждениеларына медицина ярҙамы һорап 15598 кеше мөрәжәғәт иткән. Былтыр ошо осорға ҡарата иһә талпандан зыян күреүселәр һаны ике мең кешегә әҙерәк булған.

Сибай ҡалаһында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә, уны йыл аҙағына тапшырырға планлаштыралар. Бынан тыш, 2011 йылдың октябрендә Арҡайымда 150 урынлыҡ «башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы» комплексы сафҡа индерелгән. Шулай уҡ ҡаланың Чайковский урамындағы балалар баҡсаһы, бинаһы кире ҡайтарылып, быйыл март айында үҙенең тәрбиәләнеүселәрен ҡабул иткән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә