RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

15.06.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыр өсөн 56 ғариза яҙылған. БР Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы һайлап алыу эштәрен дауам итә. Әлегә 11 ауыл хужалығы предприятиеһына программала ҡатнашыусы статусы бирелгән.

Хеҙмәт ветераны, ярты быуаттан ашыу Өфө моторҙар эшләү заводында тир түккән тыл хеҙмәтсәне Һаҙый Хәлитов 95 йәшен билдәләне. Ветеранға Рәсәй Президенты В. Путин исеменән шәхси ҡотлау хаты ла килгән. Яҡын арала баш ҡаланың Калинин районында йәшәгән тағы ете Бөйөк Ватан һуғышы ветераны РФ Президентынан ошондай уҡ шәхси ҡотлау хаттары аласаҡ.

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа мәсет асылды. Иман йортон асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин, ауыл халҡы ҡатнашты. Мәсетте төҙөүгә башлыса урындағы халыҡ һәм район предприятиелары ярҙам иткән.

Өфөнөң Ленин районындағы бер шәхси йорт ихатаһында граждандар һуғышынан ҡалған снаряд табылған. 76 миллиметрлыҡ ҡорал, 100 йылдан ашыу ер аҫтында ятһа ла, хәүефле булып сыға. Ярай әле йорт хужаһы табыш тураһында полицияға әйтә һәм саперҙар уны полигонға алып барып юҡ итә.

Киләһе аҙнала Стәрлетамаҡ янында «Star Money» тигән финанс йүнәлешендәге балалар лагеры асыла. Бында Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренән килеп ял итеүселәрҙе иҡтисади ғилем нигеҙенә өйрәтәсәктәр. Балаларға төрлө мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашыу өсөн виртуаль 100 мең һум аҡса биреләсәк, тип хәбәр итә ял проекты авторҙары.

Өфөгә Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары ассоциацияһы менән Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса комитеттың рәсми делегацияһы килде. Ассоциация президенты Рон Фройлих барлыҡ спорт ҡоролмаларының да яҡшы хәлдә булыуын билдәләне. Олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса, Бөтә донъя уйындары беҙҙә 2021 йылда үтәсәк.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә