RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

25.05.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2012 − 2016 йылдарға «Баш­ҡор­тостан Республика­һында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу һәм уларға ҡатнашыусы статусын биреү өсөн конкурс иғлан итә. Ул республиканың ауыл хужалығы ойошмалары араһында үткәрелә. ҡатнашыу өсөн дәғүәселәргә раҫланған форма буйынса заявка һәм тулы документтар пакетын тапшырырға кәрәк.

Башҡортостанда эшһеҙлек бу­йынса бирелгән пособие 3411 һум тәшкил итә. Был − эшкә яраҡлы граждандар өсөн билдәләнгән йә­шәү минимумының 59 проценты. 1 майға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала 28 мең эшһеҙ граждан теркәлгән, уларҙың 40 проценты – ауыл халҡы.

Башҡортостандан 19 мең кеше берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билетын алды, дөйөм Рәсәйҙә был документты алыусылар бер миллиондан ашыу. Һунар­сыларға яңы берҙәм билет бушлай бирелә һәм уның яраҡлылыҡ ваҡыты сикләнмәгән. Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙә 35 – 45 мең һунарсы бар.

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө уңайынан Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала байрам саралары үтте. Саралар йәмғиәттә китапханаларҙың ролен арттырыуға йүнәлтелгән булыуы менән әһәмиәтле. Байрамда республикабыҙҙың иң шәп китапханасылары ла бүләкләнде.

Төркиәнең Эрзурум ҡала­һында төрки мәҙәниәте буйынса үткән фәнни-ғәмәли конференцияла Баш­ҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар сараның фәнни-ғәмәли өлөшөндә лә, концерт программаларында ла уңышлы сығыш яһаған. Донъяның төрлө илдәренән йыйыл­ған ҡунаҡтарға экскурсиялар, спорт ярыштары ла ойошторолған.

Иртәгә Өфө районының Рож­дественский ауылы эргәһендә «Яҙғы һауа уйындары» тип атал­ған авиация спорты фестивале үтә. Сарала бик күп ярыш ҡа­рал­ған, ул сәләмәт тормош алып барыу, йәштәрҙе авиация спорты йүнәлешенә әүҙемерәк ылыҡтырыу маҡсатында ойошторола. Фести­валдә парашютсыларҙың сағыу сығыштары ла буласаҡ.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә