RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илерткесте тонналап индерәләр

22.05.2012 Илерткесте тонналап индерәләр

Быйыл Волга буйы төбәге таможняһы хеҙмәткәрҙәре насвайҙы рөхсәт ителгән күләмдән артыҡ индереүҙең 1800-ләп осрағын асыҡлаған. Тартып алынған тауарҙың ауырлығы тонна менән үлсәнә.
Сәйнәү өсөн тәғәйенләнген тәмәкене илгә законһыҙ индереү факттары буйынса асыл­ған административ эштәр иҫәбе буйынса Башҡортостан таможняһы Волга буйы таможня идаралығы таможнялары араһында икенсе урында тора – беҙҙә 374 эш асылған. ҡануниәттә насвай имеү өсөн тәғәйенләнгән тәмәке булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, уны илгә алып инеү нормалары ла тәмәкенеке кеүек. 18 йәше тулған һәр граждан шәхси ихтыяжында таможня союзы биләмәһенә 200 сигарет йәки 50 сигара, йә 250 грамм тәмәке һәм дөйөм ауырлығы 250 грамдан артмаған ошо үрҙә күрһәтелгән изделиены алып инә ала. Әгәр пассажирҙа норманан артыҡ тәмәке продукцияһы табылһа, ул тартып алына, ә граждан үҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Азия илдәренән, башлыса, Тажикстандан һәм Үзбәкстандан килгән һәр халыҡ-ара рейста Волга буйы федераль округының таможня хеҙмәткәрҙәре насвайҙың рөхсәт ителгән норманан күп­кә артыҡ индерелеүен асыҡлай.
Насвай ҡулланыу тәбиғи һаналған Урта Азия илдәрендә уны өй шарттарында эшләй­ҙәр. Эксперттар, насвай ҡулланыу арҡаһында тиҙ арала никотинға бәйлелек барлыҡҡа килә, насвай ауыҙ, тамаҡ яман шешенә, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы ихтимал, тип билдәләй. ҡушылмала ағыулы матдәләр, атап әйткәндә, кадмий һәм ҡурғаш булыуы ла асыҡланған. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә насвай ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле, сифатһыҙ тауар тип танылған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә