RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Спортҡа иғтибар кәмемәһен

15.05.2012 Спортҡа иғтибар кәмемәһен

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул итте.
Депутатҡа Башҡортостанда яңы спорт биналарын төҙөү, йорт һәм мәктәп ихаталарында хоккей, футбол майҙансыҡтарын булдырыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.
Үҙе спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән Рима Баталова әйтеүенсә, йәштәрҙе сәләмәтләндереү өсөн дәүләт кимәлендә күп сара күрелә. Мәктәптәрҙә күптән түгел физик культура буйынса өҫтәмә дәрес индерелгән. Әммә күпселек белем биреү йорттарында берәр генә спорт залы булыуын иҫәптә тотоу зарур, спорт майҙансыҡтарын арттырыу ҙа кәрәк. Әйткәндәй, балаларҙы спортҡа йәлеп итеүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең физкультура-сәләмәтләндереү комплекстарын төҙөү, «Йорт тренеры» проекттары әһәмиәтле роль уйнай.
Шуныһы ла мөһим: баланы спортҡа йәлеп итеүҙә, тәү сиратта, ата-әсәнең өлгөһө кәрәк.
– Ата-әсәләрҙең көсөргәнешле йәшәү ритмы балаларҙың ял сәғәтенә күп ваҡыт бүлергә форсат бирмәй. Ял көндәрендә, телевизор­ҙан, башҡа мәшә­ҡәттәр­ҙән бер аҙға айырылып, балалар менән урамға сығырға йәки урманға барып килергә кәрәк. Һәр иртә һайын йүгереү балалар һәм үҫмер­ҙәр өсөн генә түгел, ата-әсәләр һаулығы өсөн дә бик файҙалы. Үҙебеҙҙең өлгөлә генә йәш быуынға спорттың ни тиклем файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтә алабыҙ, – тип белдерҙе Рима Баталова, ошо мәсьәләгә лә туҡталып.
Спорт биналарына килгәндә, депутат һүҙҙәренсә, уларҙы төҙөү республикала дауам итәсәк. Шуға күрә балаларға һәм ата-әсәләргә хәүефләнергә урын юҡ: спортҡа ҡағылышлы хыялдарын улар юғары кимәлдә тормошҡа ашыра ала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә