RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

03.04.2012 Өс һөйләм менән

17 апрелдә Өфөгә Литва эшҡыуарҙары делегацияһының килеүе көтөлә. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Балтик буйы республикаһы компаниялары еңел сәнәғәт өлкәһенең ошо йүнәлештәрен тәҡдим итмәксе: ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн модалы кейемдәр, өҫкө кейем, эске кейем, туҡымалар, аксессуарҙар. Еңел сәнәғәт Литвала алдынғы тармаҡтарҙың береһе һанала.

Быйыл Башҡортостандың 11 ҡалаһында граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк. Граждандар төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәренән – ғариза биреүҙән башлап башҡарма йәки башҡа төрлө орган ҡарарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем – бер урында файҙаланыу мөмкинлеге аласаҡ. Был ведомстволар эшмәкәрлегенең сифатын күтәрергә, эш һөҙөмтәһен көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итәсәк.

Быйыл беренсе дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 21 апрелдә үтәсәк. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, өмәлә ҡатнашыусыларҙың һаны йыл һайын кәмей бара. Әммә урындағы властар был йоланан баш тартырға йыйынмай, сөнки ул ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Өфөлә тиҙҙән метробус йөрөй башлауы ихтимал. Был транспорт сараһы бер-береһенә тоташтырыл­ған өс-биш автобусҡа оҡшаған, трамвай кеүек махсус бүленгән трасса буйлап хәрәкәт итә. Урындағы властар метробусҡа, тиҙ йөрөүсе трамвай менән бер рәттән, метроға алмаш булараҡ ҡарай.

Белорет, Дүртөйлө, Благове­щен, Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлета­маҡ, Өфө, Учалы, Яңауыл ҡалалары Рәсәйҙең 250 иң эре сәнәғәт үҙәге рейтингына инде. Был исемлек Рәсәй Архитекторҙар союзы менән берлектә «Урбаника» территориаль планлаштырыу институты тарафынан төҙөлгән. Ул сәнәғәт производствоһы күләмен анализлауға, муниципаль статистика мәғлүмәттәренә, эре етештереү компанияларының отчеттарына таянып әҙерләнгән.

Бөтә донъяға билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләр» китабы АҡШ-та инглиз телендә донъя күргән. Башҡор­тостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, китапты инглиз теленә Америка ғалимы Хасан Паксой тәржемә иткән. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең улы, Билькент университеты профессоры Сүбиҙәй Туған яңы «Хәтирәләр»ҙең бер данаһын Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһына тапшырған.

Рәсәйҙә дүрт яңы тәңкә әйләнешкә сыҡты. Өсәүһе − көмөштән эшләнгән ике һумлыҡтар − «ҡыҙыл китап» серияһына ҡарай. Дүртенсеһе, «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағыһы, Воронежға арнала, ул − ун һумлыҡ.

Учалыла «Айыҡлыҡ концерты» үтте. Ул «Айыҡ Учалы» йәштәр хәрәкәте акцияһының йомғаҡлау сараһы булараҡ ойошторолдо. Быға тиклем йәштәр «Айыҡ ҡала» һәм «Эскелек бәләһе» кеүек һүрәттәр конкурсы ла уҙғарғайны.

Ишембайҙа Рәсәй халыҡ-ара шашка федерацияһының отчет-һайлау конференцияһы уҙғарылды. Бында илдең 11 төбәгенән вәкилдәр килгәйне. Яҡташыбыҙ, шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина федерацияның яңы президенты итеп һайланды.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә