RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

16.03.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда быйыл ха­лыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса ведомствоның айырым маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға бер миллиард 789 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шуларҙан бер миллиард 294 миллион һумы социаль түләүҙәргә китәсәк. Был хаҡта БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышында ведомство башлығы Николай Солодовников хәбәр итте.

РФ Мәғариф һәм фән минис­трлығы ҡарары менән Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булыусы студенттар һәм аспирантарҙың исемлеге раҫланды. Был исемлектә Баш­ҡортостан вуздарынан 51 вәкил бар. Юғары стипендиялар 2012 йылдың ғинуарынан уҡыу йылы аҙағына тиклем түләнәсәк.

Башҡортостандың наркотиктарҙы контрабандалауға ҡаршы көрәш һәм таможня хеҙмәткәрҙәре Тажикстандан беҙҙең республикаға наркотик килтереүсе енәйәтсене ҡулға алған. Ул наркотикты эсенә йотоп сик аша сығарған. Медицина хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең ашҡа­ҙанынан 127 грамм тартҡан 30 капсуланы алған.

Ғафури районының Сәйет­баба ауылында «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» тип аталған конкурс үтте. Был сараны «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған. Конкурста әсәй­ҙәр һәм ҡыҙҙар йыр-бейеү, шиғыр һөйләү, тапҡырлыҡ һәм аш-һыу әҙерләү буйынса көс һынашҡан.

Башҡортостанда йылылыҡ энер­­гияһы өсөн түләргә ашыҡмаған ойошмалар артҡандан-арта бара. Бөгөн юридик шәхестәрҙең «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар ойошмаһына 2,5 миллиард һум бурысы бар. Йылылыҡ өсөн ваҡытында аҡса түләмәү арҡаһында йыйылған бурысы бер миллион һумдан артҡан ойошмаларҙың исемлеген интернетҡа ла ҡуйғандар.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты хеҙмәттәре менән файҙаланырға теләгән пассажирҙарҙың һаны үткән йылдағыға ҡарағанда 25 процентҡа артҡан. Пассажирҙар­ҙың артыуы, башлыса, яңы рейстар асыуға бәйле. Әле беҙҙән Вьетнам, Һиндостан һәм Берләш­кән Ғәрәп Әмирлектәренә осоусылар күп.

Кисә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтте. Гүзәл заттар өсөн тәҡдим ителгән эш урындары, башлыса, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, ҡунаҡхана, медицина һәм мәғариф өлкәһендә. Сарала бөтәһе 30-ҙан ашыу ойошма һәм предприятие ҡатнашып, үҙенә хеҙмәткәрҙәр һайланы.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә