RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

09.03.2012 Өс һөйләм менән

Сибайҙа «Сулпылар» тип исем­ләнгән яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул 210 урынға тәғәйенләнгән, заманса уйын, йоҡлау, аҙыҡ әҙерләү блоктары менән йыһазландырылған. Былтыр был ҡалала урындағы хакимиәт ярҙамы менән ике шәхси балалар баҡсаһы ла сафҡа индерелгәйне.

n Башҡортостанда теркәлгән еңел автомобилдәрҙең һаны 1 миллиондан артып киткән. Маши­наларҙың өстән бер өлөшө Өфөлә йәшәүселәргә тура килә – баш ҡалала 344 мең берәмек техника теркәлгән. Шулай уҡ Өфөлә йөк машиналары ла бик күп.

Кисә Башҡортостанға Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты делегацияһы килде, улар беҙҙә 11 март­ҡа тиклем буласаҡ. Комитет етәксеһе Торстен Раш (Германия) етәкләгән делегация Өфөләге спорт объекттары менән таныша. Рәсми сәфәр аҙағында 2013 йылда үтәсәк Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын Өфөлә уҙғарыу тураһында килешеү төҙөлөргә тейеш.

Таможня хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, февраль аҙағы – март башында республикаға сәскәләр индереү ҡырҡа арта. Шундай уҡ сәскәләр «һөжүме» август аҙағында ла күҙәтелә. Беҙгә сәскәләр Нидерланд, Эквадор, Колумбия һәм Израилдән килтерелә, ә уларҙың иң популяры − рауза.

Алдан баһалау буйынса, Башҡортостандағы ужымдың 86 проценты ҡышҡы һалҡындарға бирешмәгән. Әммә был һәйбәт күрһәткестең насар яҡҡа үҙгәреү ихтималлығы юғары − ҡарҙың аҙ булыуы арҡаһында баҫыу­ҙар ҡарҙан әрселә башлаған, ҡапыл һалҡынайтып ебәрһә, ҡышҡы культуралар һәләк буласаҡ. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә яҙғы сәсеү эштәрен атҡарыу өсөн льготалы шарттарҙа яғыулыҡ биреү мәсьәләһе хәл ителә.

Әсекүлдә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы кубогына балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо. Унда тамаша ҡылыусыларҙан тыш, илленән ашыу ҡатнашыусы килде. Еңеүселәргә балыҡ тотоу өсөн кәрәк-яраҡ һатылған магазиндарҙан тауар алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында бәләкәй принцессалар менән опекун-өләсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр. 5 − 8 йәшлек ҡыҙҙар матурлыҡ, талант буйынса көс һынашты, бүләктәр алды. Ә инде ололарға матди ярҙам күрһәтелде, улар өсөн мәҙәни саралар ойошторолдо.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә