RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихына битарафлыҡ»

02.03.2012 «Халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихына битарафлыҡ»

«Халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихына битарафлыҡ»
«Төньяҡ амурҙары» исемле хәрби-тарихи клуб етәксеһе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов менән интернет селтәре, телефон аша күптән − ике йыллап инде таныш булһаҡ та, күҙмә-күҙ осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Ике йыл элек «Бөрйән батыры» исемле йыйын хаҡында мәҡәләне уҡығас, Илдар ағай уртаҡ таныштар аша сәләм әйтеп ебәреп, Мәскәү өлкәһенең Бородино ауылына тарих фестивалендә ҡатна­шыр­ға саҡырғайны.
Ул саҡта, ҡырылмаһа ҡырҡ сәбәп табып, был сарала ҡатнашмай ҡалдым. Шулай ҙа, Илдар ағайҙың һүҙен йыҡмаҫ өсөн, әлеге «Бөрйән батыры» бәйгеһендә ҡатнашҡан Баймаҡ районының ҡаратал ауылы егеттәре Рәил Мәхийәнов һәм Айбулат Байғотлинды Бородиноға «ҡоҙалағайным». Бөгөн иһә, тап шул Илдар Шәйәхмәтовтың Сибайҙа икәнен ишетеп, уның менән осрашыуға, БДУ-ның Сибай институтына ашыҡтым. Телефон телефон урынында, әммә таны­шыу­ҙы еренә еткереп, шартына килтереп ҡуйырға кәрәктер бит инде.
− Сибайға ниндәй елдәр ташланы, Илдар ағай? Әллә тағы Бородино һуғышына «ғәскәр» туплайһығыҙмы?
– Ғәскәргә килгәндә, тарих менән ҡыҙыҡһынған егеттәрҙе һәр ваҡыт күҙләп йөрөйбөҙ инде. Тик, был юлы Сибайға сәфәребеҙҙең маҡсаты башҡасараҡ. Беҙҙе бында Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты етәкселеге саҡырып алды. Беҙ тигәнем − «Төньяҡ амурҙары» исемле хәрби-тарихи клуб ағзалары, бер төркөм фекерҙәш, дуҫ − М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның дизайн һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте кафедраһы уҡытыусылары Фаил Хисмәтуллин, Рәил Ғәйфуллин һәм Сибайҙың 24-се һөнәрселек лицейы уҡытыусыһы Ишморат Дәүләтбаев.
«Халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихына битарафлыҡ»
Уҙған йылдың майында уҡ мине БДУСИ директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов һәм Вәкил Исмәғил улы Хажин саҡырып алып, бер ижади мәсьәлә менән таныштырҙы. Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығына бағышлап, институттың төп корпусында тематик панно эшләтергә уйлағандар икән. Ул арала, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Рәсәй Федерацияһы кимәлендә 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы тип иғлан иттеләр. Дәртләнеп ҡабул иттек был тәҡдимде. Эштең темаһы, әлбиттә, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәренең ҡатнашыуы. Проектты һәм эскизды миңә ышанып йөкмәттеләр. Берҙәм ҡарар менән, был күп фигуралы, монументаль барельеф булыр­ға тейеш, тип килештек.
Оҙонлоғо – 20, бейеклеге 2 метрлыҡ барельефта беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан 1812 йылғы Ватан һуғышының иң сағыу эпизодтары кәүҙәләндерелде. Бында, һыбайлыларҙы һәм йәйәүлеләрҙе иҫәпләгәндә, барыһы 50-ләп фигура бар. Мәҫәлән, Мәскәүҙең оранына эйәреп, һуғышҡа атын әҙерләүсе яугир ғаиләһе менән хушлаша. Атаһы, әсәһе, ҡатыны, янында әлегә уйынсыҡ атҡа атланған улы, буласаҡ яугир, уйнап йөрөй.
Йәки бына тағы бер күренеш: иренән айырылырға теләмәгән ҡатын, бергә яуға сабырға йыйынып, ҡоралланған, эйәрҙә ултыра. Ысынлап та, шулай булған бит: ул ваҡыттарҙа йөҙбаштарының ҡатындары ирҙәре менән бергә һуғышҡа киткән.
− Илдар ағай, гәзит уҡыусыларға «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы хаҡында ҡайтанан иҫләтегеҙсе: нисә йыл эшләп киләһегеҙ, алдығыҙға ниндәй маҡсаттар ҡуйғанһығыҙ, ниндәй уңыштарға ирештегеҙ?
− Клубыбыҙҙың төп маҡсаты − башҡорт халҡының хәрби данын мәңгеләштереү өсөн, уның ҡоралдарын, хәрби кейемдәрен реконструкциялап, хәрби уйындарҙа, хәрби-тарихи фестивалдәрҙә ҡатнашыу.
«Төньяҡ амурҙары» тип башҡорт яугирҙарын француздар нарыҡлаған. Еңел ҡоралланған, йылғыр башҡорт һыбайлылары рус ғәскәре разведкаһында, дозорында йөрөгән, засада ойошторғандар. Француз ғәскәре беҙҙең һыбайлыларҙан ныҡ ыҙа сиккән. Шуғалырмы, Наполеондың пропагандаһы «Төнь­яҡ амурҙары»н ҡанэскес ҡырағайҙар итеп күрһәтергә тырышҡан. Тик, башҡорт ғәскәрҙәре Европа халҡына һәр саҡ мәрхәмәтлек, кешелеклек өлгөһө күрһәтер булған: етемдәренә хәйер биргән, урамдарындағы бала-сағаларына уҡ-һаҙаҡ менән уйнарға рөхсәт иткән.
«Халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихына битарафлыҡ»
Клуб 2006 йылдан бирле эшләп килә. Уға тиклем, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында «Ватан» тип аталған ойошма булдырылған. Мин үҙем хәрби-тарихи реконструкция идеяһы менән 1992 йылда ҡыҙығып киттем. Ул йылда тәүге тапҡыр Бородино яланына барып, 1812 йылғы Ватан һуғышының 180 йыллыҡ юбилей тантаналарында ҡат­наш­ҡайным. Шул уҡ йылда Боро­дино яланында һәләк булған башҡорт яугирҙары иҫтәлегенә ағас­тан стела эшләгәйнек. Уҡ формаһында эшләнгән был һәйкәл тиҙҙән юҡҡа сыҡты, шулай ҙа, 18 йыл үткәс, 2010 йылда Бородино яланында инде граниттан иҫтәлекле һәйкәлташ эшләп ҡуйҙыҡ.
Хәрби-тарихи клубтың эшмәкәрлеге сиктәрендә күп кенә эш башҡарырға тура килә. Бында яңынан велосипед уйлап табыу кәрәкмәй, ер йөҙөндәге башҡа клубтар ниндәй эштәр атҡара, беҙ ҙә шулай маташабыҙ. Тарихи сығанаҡтарға таянып, кәрәкле ваҡытта элек кейелгән кейем өлгөләрен тергеҙеү, ҡорал, эйәр-өпсөндө яңынан эшләү − быларҙың барыһы ла клуб эшмәкәрлеге сигендә башҡарыла. Әлбиттә, был эшмәкәрлек йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, уларҙы үҙ халҡының тарихы менән ғорурланырға этәрә.
− Беҙҙең республикала һеҙҙекенә оҡшаш тағы ниндәй хәрби-патриотик клубтар бар?
− Өфөлә 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университетының историография һәм тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов етәкселегендә «Өфө пехота полкы» хәрби-патриотик клубы эшләп килә. Уның даими ағзалары, унлап кеше, үҙҙәренең обмундированиеһын, ҡорал өлгөләрен тулыһынса үҙ көстәре менән эшләп алған. «Өфө пехота полкы» Рәсәй клубтары араһында өлгөлөләрҙең береһе һанала, һәм беҙ улар менән бер юҫыҡта эшләүебеҙгә шатбыҙ. Йыл да Бородино яланына бергәләшеп автобус яллап барабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, бергә шатланабыҙ, бергә көйәбеҙ. Уларҙан күп кенә тәжрибә тупланыҡ. Әйтергә кәрәк, Өфө пехота полкы һәм 1-се башҡорт атлы полкы − Бородино һуғышында ҡатнашыусы башҡорт ғәскәрҙәре булған. Шуға ла йыл да Бородино фестиваленә рәсми саҡырылабыҙ һәм ҡатнашабыҙ. Өфө пехота полкында рус, татар, сыуаш, мари, аттары булмаған йәйәүле башҡорттар − бөтәһе 1000 кеше теркәлгән булһа, 1-се башҡорт атлы полкында 500 баш­ҡорт яугиры һуғышҡа киткән. Һәр һуғышсы хәрби походҡа үҙенең ҡоралы, кейеме, ике-өс аты менән сыҡҡан.
− Илдар ағай, «Бородино һуғышы» фестивален ойоштороусылар һеҙҙең клубҡа, башҡаларға ниндәй талаптар ҡуя?
− Ысынбарлыҡҡа тап килеү, теүәллек, ҡаты тәртип. 2009 − 2010 йылдарҙа беҙҙе фестивалдә ҡатнаштырмай, хатта хәрби лагерға алмай ҡалдырғандары ла булды: ябай тамашасылар булып, уйын барышын ситтән күҙәтергә мәжбүр булдыҡ. Сәбәбе − егеттәребеҙҙең, үҙҙәрен эҙләнеүҙәр менән йонсотмай, кейем, ҡорал өлгөләрен театр­ҙарҙан, бейеү коллективтарынан алыуы. Тәртип – тәртип инде, буйһонмайынса сара юҡ. 2011 йылға тиклем Бородино яланында тик беҙ, башҡорттар, сәхнә кейемдәре кейеп сығыш яһап килдек... Хәрби баталияларҙа ҡатнашырға теләк кенә аҙ, бында тырыш, эшһөйәр, ҡыҙыҡһыныусан егеттәр кәрәк. Шулай уҡ ата-бабаларының хәрби данын яратыу­сы, тарихты ихтирам итеүсе етди бағыусылар, шефлыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр кәрәк. Барыбыҙға ла үҙебеҙ ҡарарға ярат­ҡан тамашаға аҡса сығымдары һалып өйрәнергә кәрәк. Юҡһа йыш ҡына шулай була − сағыу сығыш яһаусыларҙы яратабыҙ, ә ҡайҙалыр юлға сығырға кәрәк булһа, ярҙам итеүсе кеше табырмын тимә.
Шулай уҡ фестивалде ойош­тороу­сылар яуаплылыҡ талап итә. 2011 йылда саҡырыу ҡағыҙы алдым да, аптырашта ҡалдым: егеттәр, кемеһе бесәнгә, кемеһе туйға тигәндәй, таралышып бөткән, аҡса юҡ. Юлға сығырға торғанымда ғына Рәсүл ҡарабулатов шылтыратып, ярҙам йөҙөнән аҡса бирергә теләк белдерҙе. Бер үҙем барып, шул аҡсаға Мәскәү янындағы Беззубово ауылынан башҡорт тоҡомло атты арендаға алып, сығыш яһаным. Клубтың намыҫын һаҡлауымды лайыҡлы баһалап, ойоштороусылар быйыл да саҡырыу ҡағыҙы ебәрергә вәғәҙә бирҙе.
«Халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ тарихына битарафлыҡ»
− Ойошторолғандан алып һеҙҙең клуб тағы ла ниндәй акцияларҙа ҡатнашты?
2006 йылдан Бородино яланында үткән фестивалдәрҙә ҡатнашып киләбеҙ.
2007 йылда республика хөкүмәтенең үтенесе буйынса Зәки Вәлидиҙең яуҙашы, халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичты ҡайтанан ерләү мәлендә почетлы ҡарауылда торҙоҡ.
2008 йылда, «Салауат йыйыны» көндәрендә, Саҡмағош районы егеттәренә генерал Миңлеғәле Шайморатов һалдаттары булып кейенергә ярҙам иттек. Шулай уҡ 2008 − 2009 йылдарҙа ҡыр­мыҫҡалы районының Шайморатов ауылы янында М. Шайморатов иҫтәлегенә уның ҡатнашлығында яу эпизодтарын реконструкцияланыҡ.
2010 йылда беҙҙең клуб Бородино яуында һәләк булған башҡорт яугирҙары иҫтәлегенә Можайск ҡалаһы янында иҫтәлекле һәйкәлташ асты.
2011 йылда Бородино һуғышынан алда булған Смоленск яуын реконструкциялауға барҙыҡ. Ошо уҡ йылдың октябрь айында «Өфө пехота полкы» менән берлектә беҙ, «Төньяҡ амурҙары»нан дүрт кеше − мин, Юлай Ғәлиуллин, Өфөнән Роберт Абҡадиров, Учалынан Мәжит Ибраһимов Германияға барып, Лейпциг янындағы данлыҡлы «Халыҡтар яуы»н реконструкциялау­ҙа ҡатнаштыҡ. Был акцияла ҡатнашырға беҙгә республика­быҙҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙам итте.
− Илдар Ғиндуллович, һеҙҙе кешеләрҙең ниндәй һыҙаттары хайран ҡалдыра, аптырауға һала?
− Айырым кешеләрҙең йәки тотош инстанцияларҙың инициативаһыҙлығы, яй ҡыбырлауы, һүлпәнлеге эсемде бошорһа, янып йәшәгән, дәртле кешеләргә ҡарап һоҡланам. Башҡа төбәктәрҙә «Төньяҡ амур­ҙары» кеүек клубтарға отставкалағы хәрбиҙәр, ҙур чиновниктар етәкселек итә, башҡалар тарафынан бындай клубтарға ҡараш та етдиерәк була. Ҙур бағыусылары ла бар. Нишләп беҙҙең башҡорт йоҡлай икән бындай мәлдә? Әллә ғорурланырлыҡ тарихы юҡмы ла, ата-бабалары ҡитғаларҙы айҡап яу сапмағанмы? Бөгөн клуб эшмәкәрлеген дауам итерҙәй ажар ир-егеттәр кәрәк, ситтән кемдер килеп, уҡ-һаҙаҡ әҙерләп, елән тегеү курстары үткәрә башлар тип көтөргә ярамай.
Бына 2012 йылға, РФ Хөкүмәте тарафынан Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителгән йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Тимәк, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған юбилей саралары, тантаналар башланасаҡ. Был саралар ысын байрам булып уҙһын өсөн аҡса юҡлығына ҡарамаҫтан, барыбыҙға ла ентекле әҙерләнергә кәрәк. Етәкселәре­беҙгә, түрәләргә үҙ илдәренең патриоттары булырға, тарихтары менән ғорурланырға өйрәнеүҙәрен теләйем.
Шул уҡ Лейпциг ҡалаһында ысын патриотизм миҫалын күрергә насип булды. Ирек Байышев һәм Нәсүр Йөрөшбаев исемле ике яҡташыбыҙ, күптән инде Германия граждандары, Лейпцигта бер йорттоң фасадына уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, һыбай сабып барыусы башҡорт яугирҙарын һүрәтләгән фреска эшләтеп ҡуйған. Өфөлә бындай мөһабәт фреска юҡ, ә Германияла бар. Бына, ошо егеттәр һымаҡ үҙ халҡыңдың патриоттары булыу мотлаҡ кәрәк беҙгә.

Илшат ҡАНСУРИН әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә