RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

02.03.2012 Өс һөйләм менән

Эшсе йәштәр араһында үткәрелгән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2012» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы финалсылары билдәләнде. 40 конкурсанттың 10-ы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Конкурстың финалы 15 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.

2011 йылда Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 13 процентҡа артҡан. Эш хаҡының минималь күләме 2011 йылдың ғинуарынан 5,5 мең һум тип билдәләнгән. Бынан тыш, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр ике тапҡырға арттырылды, уҡытыу­сыларҙың эш хаҡы − өстән бер өлөшкә, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт өлкәһе хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡы 17 процентҡа күтәрелде.

«Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев менән онлайн-конференция үтте. Министр гәзит уҡыусыларҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, яҡын арала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының порталы булдырыласаҡ, унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба аласаҡ.

Башҡортостанда балыҡ тотоу участкаларының һәм балыҡ үрсетеү ятҡылыҡтарының яңы исемлеге раҫланды. Был исемлектә һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи һәм географик характеристикалары ентекләп яҙыла. БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған ҡарарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелгән.

Бүздәк ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса район турниры үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән Бүздәк районы хакимиәте ойошторҙо. Турнирҙа 1998 – 2000 йылдарҙа тыуған 20-нән ашыу спортсы төрлө ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә