RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Октябрь проспектында ике ер аҫты юлы төҙөләсәк

17.02.2012 Октябрь проспектында ике ер аҫты юлы төҙөләсәк

«Ер аҫты йәйәүлеләр юлы «Дан бульвары» һәм «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталыштарында барлыҡҡа киләсәк», − тип белдерҙе ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк.
Унан тыш, «Мир» фирмаһы», «Актерҙар йорто», «Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты» туҡталыштарында ла ер аҫты юлдарын төҙөү буйынса проекттар әҙер. Йөрөргә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы иҫәпкә алып, уларға кәрәкле төҙәтмәләр индерелгән.
Әлеге ваҡытта Өфө – аэропорт трассаһындағы Металл базаһы һәм «Ял» кафеһы, шулай уҡ Менделеев урамындағы Күргәҙмәләр үҙәге тапҡырында ер өҫтө юлы төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Улар буйынса проект эшләнә.
Пархоменко урамы һәм Ибраһимов бульвары сатында, ҡала хакимиәте йорто ҡаршыһында эксперименталь рәүештә водителдәр өсөн таймерлы светофорҙар ҡуйыл­ған. Хәҙер автомобилселәр нисә секундтан ҡыҙыл светофор янғанын күрә һәм үҙ хәрәкәтен координациялай ала. Владимир Дмитрюк белдереүенсә, водителдәр был яңылыҡҡа ыңғай ҡарай, хатта юл-транспорт фажиғәләре лә һирәгәйә төшкән. ҡалала ошондай светофорҙарҙы ҡуйыу артабан да дауам ителәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә