RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

17.02.2012 Өс һөйләм менән

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында тормошҡа ашырылған эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса совет ойошторолдо. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат ҡотләхмәтов уның рәйесе итеп тәғәйенләнде. Совет составына шулай уҡ БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Респуб­ликаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә инде.

Быйыл Башҡортостанда 14,5 млн тонна нефть һәм 424 млн кубометр газ сығарыу планлаштырыла. 2011 йылда был күрһәткес 14,4 млн тоннаға һәм 494 млн кубометрға тиң булған. Респуб­ликабыҙ территорияһында әлеге мәлдә барлығы 202 ятҡылыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 163-ө эшкәртелә.

Өфө ҡалаһында ямғыр һыуы канализацияһы төҙөлә башлаясаҡ. Канализацияны файҙаланыу­ға тапшырғандан һуң ямғыр һыуҙары таҙартыу ҡоролмаларына йүнәлтеләсәк һәм таҙартылғандан һуң ғына йылғаға ағыҙыласаҡ. Кана­лизация төҙөү өсөн 100 млн һум аҡса бүленәсәк.

РФ Тәбиғәт ресурстары ми­нис­трлығы хайуандар донъяһына килтерелгән зыянды һанауҙың яңы методикаһын булдырған закон ҡабул итте. Әгәр ҙә ҡырағай хайуан ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәте булһа, матди яуап­лылыҡ водителгә түгел, ОСАГО полисы биргән страховкалау компанияһына төшәсәк. Ә бына «ҡыҙыл китап»ҡа ингән хай­уандар­ҙы атыусыларға штраф күләме арттырылды, мәҫәлән, мышының ғүмерен ҡыйған өсөн − 40 мең, айыу өсөн − 30 мең, ҡабан өсөн 15 мең һум түләргә тура киләсәк.

Башҡортостан Республика­һының элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин Башҡорт дәүләт университетының тәрбиә эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнде. Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ул студенттарҙы социаль тәьмин итеү, тәрбиә эштәре, мәҙәни эшмәкәрлек мәсьәләләрен контролдә тотасаҡ. Әйткәндәй, Александр Никерин БДУ-ла ун йыл дауамында физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләгәйне.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә