RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

14.02.2012 Өс һөйләм менән

Кисә Алжир Халыҡ Демок­ратик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Смаил Шерги етәкселегендәге рәсми делегация Өфөгә килде. Өфө дәүләт нефть техник университетында Смаил Шерги әфәнде университет етәкселеге менән осрашты, шулай уҡ Башҡортостан Республи­каһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге һәм төбәктең нефть һәм газ сығарыу сәнәғәте предприятиелары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр ойошторолдо, «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһына һәм «Бурсервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә визит яһалды. Был эшлекле саралар төбәктәрҙең нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендәге берлектәге эшенә, шулай уҡ белгестәр менән алмашыуға булышлыҡ итәсәк, осрашыу­ҙа, атап әйткәндә, беҙҙең предприятиелар менән Алжирҙың «Sonatrach» дәүләт нефть компанияһының үҙ-ара килешеп эшләү мәсьәләһе ҡаралды.

Республика йортонда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 59 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Өс йыл эсендә күп балалы 90 ғаиләгә 189 млн һумлыҡ суммаға сертификат тапшырылып, торлаҡ шарттары яҡшыртылған. Туғыҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 64 ғаиләгә «Газель» микроавтобусы бирелгән.

Республикала алты йыл эсендә экстракорпораль аталандырыу һөҙөмтәһендә 503 бала тыуған. Бындай операцияларға республика һәм федераль бюджеттан аҡса бүленә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы Александр Афанасьев әйтеүенсә, был программала ҡатнашырға теләүсе гүзәл зат ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барып, репродуктив сәләмәтлек клиникаһына, йәғни Республика перинаталь үҙәгенә йүнәлтмә алырға тейеш.

16 февралдә Өфө ҡалаһында «Буласаҡ әсәләр» форумы үтә. Уны Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәрә. ҡатын-ҡыҙҙар алдында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы Александр Афанасьев менән ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова сығыш яһаясаҡ, билдәле бизнес-тренер Нина Филиппова иһә уңышлы йәш әсә булыу серҙәренә өйрәтәсәк.

Иртәгә Тыуған илдән ситтә үҙенең хәрби бурысын үтәгән яугир­ҙар иҫтәлегенә Хәтер көнө сиктәрендә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының хәрби бәрелештәр ветерандарына арнала» тип аталған акция үтә. Уның маҡсаты − Рәсәй граждандары араһында патриотик тойғоларҙы нығытыу. Сара уңайынан ҡала транспортында патриотик йырҙар яңғыраясаҡ, Хәрби дан музейында «Башҡортос­тандың хәрби интернационалистары» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

18 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске сәғәт 7-гә тиклем Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейҙа сәнғәткә һәм ижадҡа арналған бушлай бүләктәр йәрминкәһе уҙасаҡ. Һәр кем үҙенә кәрәкмәгән әйберҙәрен – китап, диск, үҙ ҡулдары менән эшләгән кәрәк-яраҡ һ.б. алып килеп, урынына үҙенә оҡшаған бүләкте алырға мөмкин. Шулай уҡ үҙ һөнәрҙәрең (мәҫәлән, музыка ҡоралында уйнау, үҙенсәлекле сәс үреү, һүрәт төшөрөү, сигеү) буйынса мастер-класс йәки семинар уҙғарырға була.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә