RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

10.02.2012 Өс һөйләм менән

Күмертауҙа авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 63 ғаиләгә яңы йорттағы фатир асҡыстары тапшырылды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан хәбәр итеүҙәренсә, улар өсөн ҡалала ике йорт төҙөлгән. Быйыл да Күмертауҙа биш йорттан граждандарҙы күсереү һәм йәнә 40 ғаиләгә яңы фатир биреү планлаштырыла.

Башҡортостандың Ауыл ху­жалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тракторҙарҙың яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек кимәле 82 процент тәшкил итә. Әлеге ваҡытта 1870 «тимер ат»ҡа ремонт үткәрелә. Сәсеү комплекстары сәскестәренең – 78, культиваторҙар, дискылы тырмаларҙың – 80, һабан­дар­ҙың 87 проценты әҙер.

Рөстәм Сабитов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына етәксе итеп тәғәйенләнде. Ул − Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Композиторҙар союзының почетлы ағзаһы. Ул күренекле башҡорт композиторы һәм дирижеры Нариман Сабитовтың ғаиләһендә Өфөлә тыуған.

Республикала «Байыҡ – 2012» башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы старт алды. Мәсетле ра­йонының Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Байыҡ – 2012» конкурсының беренсе һайлап алыу туры үтте. Бәйгенең финалында сығыш яһау хоҡуғы өсөн Балаҡатай, Дыуан, ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары, шулай уҡ Силәбе өлкәһе бейеүселәре көс һынашты.

Башҡортостандың Архитек­торҙар йортонда «2011 йылдың иң яҡшы проекты» республика архитектура күргәҙмәһе асылды. Унда төбәктең профессиональ архитекторҙары һәм профилле уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Күргәҙмәгә йәмғеһе 70 эш ҡуйыл­ған, уның барышында конкурстар ҙа ойоштороласаҡ.

Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты көндәре үтә. Сарала юғары уҡыу йорто вәкилдәре уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осраша. Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был – социаль акция, сөнки уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн дәрестәр, берҙәм дәүләт имтихандарына һәм дәүләт (йомғаҡлау) аттестацияһына әҙерлек, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү мәсьәләләре буйынса квалификациялы консультациялар бушлай үткәрелә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә