RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

10.12.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты ошо көндәрҙә Финанс-бюджет күҙәтеүе федераль хеҙмәте етәксеһе Сергей Павленко менән осрашты. Осрашыу барышында республикала финанс контролен тормошҡа ашырыу һәм ойоштороу тәртибе стандарттарын ҡулланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сергей Павленко иһә әлеге ҡатмарлы осорҙа региональ һәм федераль структуралар араһындағы хеҙмәттәшлектең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Республика полицейскийҙары Һамар өлкәһендә сиғандар диаспораһы ойошторған күмәртәләп героин һатыу нөктәһенең эшмәкәрлегенә сик ҡуйған. Октябрьский ҡалаһынан 36 йәшлек наркоман ир Һамар «сауҙагәрҙәре»нә ошо үлемесле ағыу­ҙы Башҡортостандың көнбайышында һатышырға ярҙам иткән, уны ҡулға алғанда бер килограмдан ашыу героин табылған. Ә бер нисә көндән Башҡортостан хоҡуҡ һаҡсылары Һамар өлкәһендә 300 грамм наркотик матдә һатҡан сиған ҡатынын да эләктергән.

Студенттарҙы һөйөнөслө яңы­лыҡ көтә. Киләһе йылда стипендия күләме 26 процентҡа артасаҡ. Федераль һәм Башҡортостан Рес­публикаһы власть органдары ҡарары буйынса, 1 ғинуарҙан стипендия фонды 20 процентҡа күтәреләсәк, ә 1 октябрҙән тағы 6 процентҡа артасаҡ, ти БР финанс министры Рузалиә Хисмәтуллина.

Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Спорт һөйөүсе йәш ғаилә» конкурсы үтә. Унда ҡала предприятие-ойошмаларынан 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр ҡатнаша. Ярышты муниципаль район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү бүлеге, физкультура һәм спорт секторы ойоштора.

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүселәр өсөн «БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырыласаҡ. Башҡортостан парламентарий­ҙары ошо закон проектын Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай президиумына ебәргән. Билдәле булыуынса, бындай исем Рәсәй Федерацияһы кимәлендә күптән бар.

Бөгөн Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтә. Унда 231 уҡыусы белемен күрһәтәсәк. Шулай уҡ 143 бала ҡаланың 9-сы мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ҡатнаша.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә