RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

03.12.2011 Өс һөйләм менән

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Һиндостан хазинаһы» тип аталған күргәҙмә асылды. Унда туҡылған келәмдәр, ынйынан эшләнгән биҙәүестәр, тәбиғи материалдан төрлө әйберҙәр, мебель тәҡдим ителә. Һәр кем ҡәһүәнең айырым сорттарынан, Көнсығыш илдәренең тәм-томдарынан ауыҙ итә ала.

Йыл башынан Башҡортостанда 1 миллион 613 мең 973 тонна һөт һауылған. Уның 551 мең 270 тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларында, ҡалғаны шәхси хужалыҡтарҙан йыйыл­ған. Һөттө иң күбе Стәрлетамаҡ, Саҡмағош хужалыҡтары тапшырған.

Октябрьский ҡалаһы «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында «100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡала» номинацияһында өсөнсө урын яулаған. Бәйгелә ҡалаларҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫешенә, муниципаль берәмектең төҙөклөк күрһәткесенә төп иғтибар бүленгән. Еңеүселәргә РФ Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар тап­шырыл­ған.

Йыл башынан Федераль миграция хеҙмәтенә, яҡындарын эҙләп, 700 кеше мөрәжәғәт иткән. Мәғлүмәттәр эҙләп табылған кешенең рөхсәте менән генә бирелә. Яҡындарын та­быр­ға теләүселәргә Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 93 а адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була.

67 йылдан һуң Бөрйән районының Байғаҙы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Дәмулла Баязи­товҡа III дәрәжә Дан ордены тапшырыласаҡ. Был наградаға ул 1944 йылда лайыҡ була, ләкин тапшырылмай ҡала. Яугирҙың туғандарының юллауы бу­йынса орден тапшырылыуы тураһында документтар табыла.

Башҡорт дәүләт аграр университетының «Колос» махсус студент отряды Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының юғары уҡыу йорттары студенттары слетынан еңеү менән ҡайтты. 40-тан ашыу студент отряды араһынан команда башҡарылған эш күләме һәм сифаты, юғары тәртип кимәле, ялды ойоштороу йәһәтенән иң яҡшыларҙан тип билдәләнгән. Башҡортостан командаһының еңеүе киләһе йылда конкурсты беҙҙә үткәреү хоҡуғын бирә.

Йәрмәкәй районының Йәрмә­кәй ауылында яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡат­наш­ҡандарға иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ул район үҙәгенең Еңеү паркында урынлаштырылды. Йәрмәкәй­ҙәр ҡо­раллы бәрелештәрҙә биш яҡташын юғалтҡан.

Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй конкурсында Өфөнөң 35-се мәктәбенән башҡорт теле уҡытыусыһы Эльза Толомбаева «Юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн» номинацияһында еңеү яулап, жюриҙың махсус призына лайыҡ булған. Унда илдең 47 төбәгенән туған тел уҡытыусылары ҡатнашҡан. Э. То­ломбаева быйыл республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары бәйгеһендә лә еңеүсе булғайны.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә