RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

06.12.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Милли һәм Олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре комитетының попечителлек советы составына инде. Республика башлығының кандидатураһы 1 декабрҙә Мәскәүҙә спорт ойошмаһы идараһы ултырышында раҫланды. Шулай уҡ ултырышта комитеттың попечителлек советы тураһында положение раҫланды һәм 2012 йылға эш пландары тикшерелде.

БР Президенты Рөстәм Хәми­тов 2012 йылда Өфөлә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Төбәк башлығы чемпионатты үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составын раҫларға һәм 2011 йылдың 15 декабренә тиклем тейешле саралар планын әҙерләргә ҡушты. Ярыштар Өфөлә 2012 йылдың август – сентябрь айҙарында үтәсәк.

Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған cоциаль йүнәлештәге ойошмаларға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыуға 23 миллион 774 мең һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте әлеге программаны бойом­ға ашырыу өсөн федераль бюджеттан төбәктәргә субсидия бүлеүҙе раҫлаған. Был маҡсатта йәмғеһе 600 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республикала еңел таксиҙар, пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар планы раҫланды. Документ менән рөхсәт ҡағыҙҙары биреү һәм ҡайтанан рәсмиләштереү, уларҙың реестрын алып барыу тәртибе билдәләнде. Еңел таксиҙар өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты тарафынан биш йылға документтар пакетын тикшереү һөҙөмтәһендә биреләсәк.

Башҡортостанда ағас күмере етештереүсе предприятиелар һаны арта. Һуңғы ике йыл эсендә республикала 20-нән ашыу ошондай предприятие ойошторолған, 200 эш урыны булдырылған. Йыллыҡ етештереү күләме 250 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Өфөлә башланғыс синыфтар уҡыусылары араһында Ю. Гагарин кубогына математика һәм тирә-яҡ мөхит буйынса олимпиаданың беренсе этабы старт алды. Ул өс турҙа үтәсәк. Бәйгенең маҡсаты − һәләтле балаларҙы эҙләү, башлан­ғыс синыфтарҙа уҡыған балалар­ҙың интеллектуаль потенциалын үҫтереү.

Торлаҡ-коммуналь хужалығына ярҙам итеү фонды Баш­ҡортостанға капиталь ремонт һәм граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн 560 587 332 һум аҡса бүлгән. Волга буйы федераль округында иң ҙур лимит беҙҙең республикаға бүленгән. Дүрт йыл эсендә Башҡортостан фондтан 9,7 миллиард һум аҡса алған.

2013 йылда беҙҙә Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы иң яҡшы эмблема һәм талисманға конкурс иғлан итте. Еңеүсе, аҡсалата приздан тыш, барлыҡ уйындарға ла билет менән бүләкләнәсәк.

Өфө ҡалаһы полицияһы, йорттарға төшөп, әйбер урлап йөрөүсе бурҙар төркөмөн тотҡан. Улар көпә-көндөҙ асҡыс яратып фатирҙарға ингән. Енәйәтселәргә наркотиктар һатып алыу өсөн аҡса кәрәк булған.

З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә